Иғтибар үҙәгендә – кеше мәнфәғәте20.01.2017
Иғтибар үҙәгендә – кеше мәнфәғәте Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны, ведомство хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Рәсәйҙә был ведомство ойошторолоуға быйыл 295 йыл тулды.
Республика етәксеһе прокуратура органдары көс структураларының енәйәтселек, иҡтисади һәм социаль өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙарға, коррупцияға ҡаршы көрәш, дәүләт һәм шәхси милекте һаҡлау кеүек эш йүнәлештәрен билдәләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рөстәм Хәмитов эшлекле мөхитте яҡшыртыуҙы ведомство алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе тип атаны.
– Башҡортостан халҡы исеменән ғәҙел хеҙмәт, яуаплылыҡ һәм эшегеҙгә тоғролоҡ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Эшегеҙҙең әлеге күрһәткестәре халыҡта закондың көсөнә ышанысы, бөтәһенең дә закон алдында тигеҙ икәнлегенә инаныуы тураһында һөйләй, һөҙөмтәлә дәүләт ҡуйған бурыстарҙы уңышлы тормошҡа атҡарабыҙ, – тине төбәк етәксеһе.
Башҡортостан прокуратураһы илдә иң һөҙөмтәле эшләгәндәрҙән һанала. Уның хеҙмәткәрҙәре былтыр 3700 закон боҙоу осрағын асыҡлаған. Был тәңгәлдә хоҡуҡ һағында торғандарҙың эш хаҡы буйынса ғына 1 миллиард һум бурысты түләтеүгә өлгәшеүен атап үтеү ҙә етә. Етемдәргә фатир биреү мәсьәләһе Хөкүмәт өсөн дә, прокуратура хеҙмәткәрҙәре өсөн дә көнүҙәк тема булып тора, сөнки оҙаҡ йылдар дауамында был өлкәлә закон боҙоуҙар етерлек. Тағы ла иғтибар үҙәгендә торған мәсьәләләрҙең береһе – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын бөтөн уңайлыҡтары булған торлаҡҡа күсереү. Быйыл шулай уҡ 700 ветерандың торлаҡ шарттары яҡшыртылған.
Һуңғы йылдарҙа прокуратура хеҙмәте үҙенең асыҡ булыуы менән халыҡтың ышанысын яуланы. Былтыр ведомствоға 50 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән, уларҙың һәр дүртенсеһе ҡәнәғәтләндерелгән.
Тантанала уңышлы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә юғары наградалар, Рәхмәт хаттары ла тапшырылды.


Вернуться назад