Беҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлар?20.01.2017
Беҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлар? Башҡортостандың Киндерле мәмерйәһе биләмәһендә “Еҙем” тәбиғәт паркын асырға уйлайҙар. Был уникаль объектта Мәмбәт һәм Ҡуҙғанаҡ тигән иң бейек ҡаялар, шулай уҡ Уралдағы иң оҙон “Еңеү” мәмерйәһе урынлашҡан.
Ялдың тейешенсә ойошторолмауы экосистемаға йоғонто яһау арҡаһында тәбиғәт бысрана бара. Ғалимдарҙың фекеренсә, территорияны һаҡлап ҡалыу өсөн рекреацияны көйләү, иҫкәртеү сараларын тормошҡа ашырыу шарт.
Республикабыҙҙағы тағы ла бер федераль кимәлдәге тәбиғәт ҡомартҡыһын – Асҡын боҙло мәмерйәһен – ыңғай үҙгәрештәр көтә. Мәмерйәгә халыҡ күп килеүе арҡаһында объектҡа хәүеф янай.
– Бындағы кеүек боҙлоҡтар Рәсәйҙә башҡа бер ерҙә лә ҡалмаған, – тине Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө биология институты директоры Василий Мартыненконың фекеренсә, уникаль боҙлоҡто һаҡлап ҡала алмау енәйәткә тиң буласаҡ.
Быйыл мәмерйәлә йылылыҡтан һаҡлаусы экран ҡуйырға, инә торған ерҙе төҙөкләндерергә, яндауырҙар ҡуйырға ниәтләйҙәр.
– Экология мәсьәләләре күптәрҙе борсой, әлбиттә. Ҡайһы берәүҙәр илебеҙ ҙур, беҙҙең быуатҡа тәбиғәт байлыҡтары етер, тигән фекерҙә. Ә бит уникаль объекттарҙы бер нисә йыл эсендә юғалтырға мөмкин, – тине Василий Мартыненко.


Вернуться назад