Көй һәм кейеҙ18.01.2017
Көй һәм кейеҙ – Светлана, был кейемдәрҙе һеҙ әҙерләнегеҙме? Кейеҙҙән?.. Ышаныуы ла ауыр. Ә был картиналар ҡылсыҡтан эшләнгәнме? Улай ҙа була икән! Ә уларҙы нисек эшләйһегеҙ?
Светлана Шульмандың халыҡ кәсептәрен тергеҙеп, кейеҙҙән теккән костюм-итәктәрен, тапочкаларын, бейәләйҙәрен әйләндереп-әйләндереп ҡарап һоҡландым. Эргәлә торған коллегаларым да телдәрен шартлатты. Бына ҡайҙа ул оҫта!

Уларҙы тотоп ҡарағандан һуң беҙҙә лә шундай әйберҙәрҙе эшләп ҡарау теләге уянды. Светлана Анатольевна шунда уҡ иҫкәртеп тә ҡуйҙы: “Бының өсөн бик күп көс һәм түҙемлек талап ителә. Теләүселәрҙе һәр ваҡыт өйрәтергә әҙермен”. Эштән ҡурҡҡан юҡ та ул. Ләкин беҙҙең ҡулдан килерме икән?
– Кейеҙ баҫыу бик күп физик көстө ала, – тине ул. – Ябығырға теләгәндәр өсөн бигерәк тә яҡшы шөғөл. Мәҫәлән, мин 10 килограмға ябыҡтым.
Һәм бына беҙ Светлана Шульмандың өйөндә. Быға ҡәҙәр күргәҙмәгә ҡуйылған һәм ҡуйылмаған әйберҙәрен тағы ла бер һоҡланып ҡарап, эшкә керештек. Дөрөҫ, миңә күберәк ҡарап торорға тура килде.
Кейеҙ баҫыу нескәлектәрен өйрәтә-өйрәтә үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында бәйән итте оҫта. Кейеҙ баҫыу менән өс йыл элек шөғөлләнә башлаған икән. Бөгөн уның коллекцияһын сумка, телефон тышлыҡтары, ҡурсаҡтар, итәк, костюмдар, күлдәктәр, жилеттар, бейә­ләйҙәр тулыландыра.
Светлана Башҡорт дәүләт универ­ситетының Сибай институтының технология факультетында уҡый. Тиҙҙән ике юғары белемле белгес буласаҡ. Ошо көндәрҙә диплом эшен яҡлаясаҡ. Бының өсөн ул кейеҙҙән балалар өсөн коллекция әҙерләгән дә инде. Яңы тыуған сабый өсөн конверт эшләгәндә ул нанофелтинг технологияһын ҡулланған. Йөндәргә гипюр ҡушҡан. Шунлыҡтан һуҡҡан кейеҙ йомшаҡ ҡына, селтәрле килеп сыҡҡан. Шулай уҡ ҡара борсаҡтар төшөрөп, һары төҫтән ҡыҙ балаға күлдәк тә әҙерләй. Уға бәләкәй генә сумка ла эшләй. Ә үҫмер малай өсөн эсле куртка бигерәк тә шәп килеп сыҡҡан! Бынан тыш, гжель материалға тоҫҡап, сәскәле, күкһел төҫтә итәк һәм жилет әҙерләй.
Ә шулай ҙа Светлананан ни өсөн ошо һөнәр буйынса белем алырға ҡарар иттегеҙ, тип ҡыҙыҡһынмай булдыра алманым. Музыка мәктәбе уҡыусыларының сығыштары өсөн костюмдар әҙерләгән саҡта ул үҙе лә кейеҙҙән кейемдәр тегеп булыуын асыҡлап хайран ҡала.
– Минең өсөн кейеҙ һуҡҡанда ла музыка тауышы яңғырай, – тине Светлана. – Әлбиттә, кейеҙ тигәндә күптәрҙең күҙ алдына быйма һәм тирмә килеп баҫа. Ә бына палантин балдаҡ аша үтә сыҡһа һәм күлдәк ни бары 10 грамм ауырлыҡта тартһа – бына шунда инде минең өсөн тантана көйө!
Светлананың шөғөлөндә ғаиләһе лә ярҙам итә. Тормош иптәше Станислав иң ауыры – техник яҡтан хеҙмәтлән­дереүҙе үҙ өҫтөнә алған. Кәрәк-яраҡ ҡорамалдарҙы көйләү, урынлаштырыу менән булыша. 18 йәшлек улы Георгий ҙа ярҙам итә. Ә 13 йәшлек Кирилл иһә хәҙер үҙе әйберҙәр яһарға өйрәнгән. Бөгөн уның коллекцияһын телефон өсөн тышлыҡ тулыландыра. Ҡоро кейеҙҙән һуҡҡан картинаһы менән “Черниковский котоваси” конкурсында ҡатнаша.
Светлана Шульмандың ҡул эштәрен күреп, унан оҫталыҡ дәрестәре алыусылар бик күп. Ҡатын-ҡыҙ ҙур теләк менән кейеҙ һуғырға һәм унан әйберҙәр тегергә өйрәнә. Оҫта төрлө эксперименттар өҫтөндә эшләй. Бер ваҡыт ул йөнгә эт йөнөн дә ҡушып кейеҙ һуға. Унан ул ғаиләһендәге ир-егеттәргә билгә ҡайыш һуға. Үҙенә лә жилет тегә. Бик тә файҙалы һәм матур әйберҙәр килеп сыға.
Кейеҙ өсөн йөндәрҙе махсус магазиндарҙан һатып ала. Оҫта уларҙың Троицкиҙа етештерелгәндәренә өҫтөнлөк бирә. Һарыҡ йөнөн файҙаланғанда буяр өсөн тәбиғи төҫтәр ҡуллана: һуған ҡабығы, ромашкалар...
Светлананың ҡылдарҙан эшләгән картиналарына айырым туҡталып китмә­йенсә булмай. Улар оҫта рәссамдарҙың һүрәттәренән бер ҙә кәм түгел. Киреһенсә, бында күберәк түҙемлек талап ителәлер, моғайын. Төрлө-төрлө төҫтәрҙе һайлай белергә, уларҙы кәрәкле урындарға тап килтереп һалырға ла кәрәк бит әле.
Светлананың картиналарында күберәк ат һүрәттәре һынландырыла, сәскәләр, тәбиғәт күренештәре сағылдырыла. Уның был эштәренә лә ихтыяж бик ҙур. Һуңғыһы, мәҫәлән, Бурятияға киткән. Хәҙер ул беҙҙән алыҫта йәшәгән яҡташыбыҙға тыуған яғын хәтерләтеп, күңел йылыһы биреп торасаҡ.
– Кейеҙ һуғыу – минең яратҡан шөғөлөм, ә музыка – яратҡан эшем. Буш ваҡытымда ижади эшем миңә күңел күтәренкелеге бирә, – тине Ғ. Сөләй­мәнов исемендәге сәнғәт мәктәбенең директор урынбаҫары Светлана Шульман. – Шунлыҡтан төп эшемдә лә йырлап эшләйем. Төрлө байрамдарға минең һәр ваҡыт бүләгем әҙер. Кейеҙҙән тегелгән тапочка, бейәләйҙәрҙе ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итәләр.
Музыка һәм кейеҙ. Уларҙан берҙәй матур моң сыҡҡанын беҙгә Светлана Анатольевна Шульман кире ҡаҡҡыһыҙ итеп иҫбатланы.


Вернуться назад