Өйҙәр йылы һалҡын ҡышта ла18.01.2017
Өйҙәр йылы һалҡын ҡышта ла Быйыл ҡыш бигерәк ҡаты килде. Хатта 40 градус һыуыҡтар йышайҙы. Әммә Бәләбәй ҡалаһында йылылыҡ һәм эҫе һыу биреүҙә өҙөклөктәргә юл ҡуйылманы. Меңдәрсә кешелек ҡалала күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы айҙарҙа йылы тотоу, эҫе һыу менән тәьмин итеү, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн ниндәй тырышлыҡ кәрәклеген “Теплоэнерго” йәмғиәте директоры Сергей Лущиц яҡшы белә.
Сергей Лущиц – ғаилә динас­тияһының йылъяҙмаһына лайыҡлы өлөш ин­дергәндәрҙең береһе. Сергей Анатольевич 1998 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағандан һуң яҙмышын ошо предприятиеға бәйләй. Ябай слесарҙан башлай ул хеҙмәт юлын. Тармаҡтың асылына төшөнә, йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүҙәге эш алымдарын өйрәнә. Заманса технологияларға таянған ойошмала газ ҡаҙан­лыҡ­тарын хеҙмәт­ләндереүҙе өйрәнә. Мастер, баш инженер итеп тәғә­йенләнә. Күптән түгел тәжрибәле, юғары ойоштороу һәләтенә эйә белгесте предприятие етәксеһе итеп уға ҙур ышаныс күрһәттеләр.
Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһында ғына түгел, республикала алдынғы булып танылған. Улар хеҙмәт­ләндергән йорттарҙа йәшәгәндәр хаҡлы рәүештә, йәмғиәттән уңдыҡ, тиҙәр, сөнки хеҙмәтләндереү сифаты юғары.
Уның үҫеүендә предприятиеның элекке етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь ху­жа­лығы хеҙмәткәре Розалия Аҡ­башеваның да өлөшө ҙур. Ул ҡала халҡы өсөн социаль яҡтан әһә­миәтле предприятиены артабан да тарҡатмай, үҫешергә булышлыҡ иткән белгесте ҡуш ҡуллап эшкә өйрәтә.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты хеҙмәтләндереү – ауыр ҙа, яуаплы ла эш. Ул ифрат ҙур көс, таһыллыҡ, сослоҡ талап итә. Ең һыҙғанып тир түккәндә генә һөҙөмтәһе үҙеңде лә, халыҡты ла ҡыуандыра. Шуға күрә беҙҙә уңғандар, тырыштар, үҙ көсөнә ышанғандар ғына эшләй, – ти хәҙер директор урынбаҫары Розалия Заһит ҡыҙы, үҙенең хеҙмәттәштәре менән ғорурланып.
Розалия Аҡбашева оҙаҡ йылдар “Бәләбәйавтонормаль” заводында баш бухгалтер булып эшләй. “Башкиргаз” йәмғиәтенең “Бәләбәй” филиалында тәжрибә туплай, һуңғы ун бер йылда “Теплоэнерго” йәм­ғиәтенә етәкселек итә.
Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһындағы биш эре ҡаҙанлыҡтың эше өсөн яуаплы. Бынан тыш, Приют, Аксаков ҡасабаһында, “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу комплексында йәмғеһе ун бер ҡаҙанлыҡтың эшен көйләй. Предприятие йөҙ саҡрымдан ашыу йылылыҡ селтәрен хеҙмәтләндерә, ҡалалағы 521 торлаҡ йортто йылы һәм 138-ен эҫе һыу менән тәьмин итә.
Былтыр ун йыллыҡ юбилейын билдәләгән йәмғиәт Башҡортос­тандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тәҡдиме буйынса тармаҡта Рәсәйҙең ун алдынғы ойошмаһы милли реестрына индерелде. “2013 йыл предпри­ятиеһы” исеменә лайыҡ булыуҙары ла оло абруй, фиҙакәр хеҙмәт хаҡында һөйләй.
Предприятиела тырыш эшселәр етерлек. Баш энергетик Ришат Заһретдинов, баш инженер Риф Хәйретдинов, участка начальнигы Владислав Болдырев, баш бухгалтер Римма Камартдиноваға таяна етәксе. Ғаилә династияһынан Әхмәҙиевтәр, Ғилмет­диновтар, Водопьяновтар, Филенко, Лущицтар тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә эшкә тотонорға әҙер. Операторҙар Резеда Сергеева, Галина Черникова, Нина Филенко, слесарҙар Петр Кузнецов, Виталий Никифоров, Владимир Тихонов, Алексей Уразов хаҡында ла маҡтап телгә алалар бында.
“Теплоэнерго” хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй халҡынан үҙҙәренең эшмәкәрлеге айҡанлы рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә.


Вернуться назад