Өфөлә “Башҡортостанда йәштәр фәне көнө” исемле фестиваль менән XII “Белем биреү. Фән. Карьера-2012” махсус күргәҙмәһен үҙ эсенә алған Мәғариф форумы башланды. Ул 30 мартҡа тиклем барасаҡ.
Сара мәғариф өлкәһендәге барлыҡ ҡаҙанышты күрһәтеү, яңы проекттарҙы башлап ебәреү, педагогик берләшмәнең эшлекле аралашыу майҙансығы булараҡ әһәмиәтле. Халыҡ уны һәр саҡ көтөп ала. Мәҫәлән, былтыр форумдың сараларында 12 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Быйыл да уны асыу тантанаһына халыҡ күп йыйылды. Уларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов тәбрикләне.
Быйылғы күргәҙмәлә 130-ҙан ашыу мәғариф учреждениеһы ҡатнаша. Улар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Түбәнге Новгород, Магнитогорск һәм башҡа ҡалаларҙың
алдынғы белем усаҡтары бар.
Күргәҙмәлә нәшриәт эшмәкәрлеге лә сағылыш таба. Мәҫәлән, “Академия”, “Башҡорт энциклопедияһы”, “Китап”, “Легион”, “Федоров”; “Эдвис” уҡыу-методик үҙәге тәҡдим иткән “Дрофа”, “Просвещение” нәшриәттәренең продукцияһы менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ мәғариф учреждениелары өсөн мебель һәм башҡа йыһаз етештереүсе компаниялар ҙа үҙ эшен тәҡдим итә.
Форумда уҡытыуҙың сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән бай программа ҡаралған. Кисә был йәһәттән тәүге саралар — яңыртыу процесында йәштәрҙең роле хаҡында “түңәрәк өҫтәл”, һөнәри белем биреүҙе яңыртыу шарттарында студенттарҙы сифатлы әҙерләүгә арналған эксперт сессияһы, республиканың сәнәғәт предприятиеларына экскурсиялар ойошторолдо.
Мәғариф форумында фәнни-ғәмәли конференция, секция эше, ҡор, семинар, лекция, оҫталыҡ кластары, 20-гә яҡын презентация буласаҡ. Төп иғтибар федераль дәүләт белем биреү стандарттары, электрон ресурстар, яңыса ғәмәли һәм методик алымдар, йәштәрҙең киләсәген тәьмин итеүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләргә йүнәлтеләсәк. Вакансия йәрминкәләрендә һәр кемгә ярашлы эш урыны, төрлө һорау буйынса ярҙам, хеҙмәт закондарына ҡағылышлы консультация алыу мөмкинлеге бар. Был йәһәттән 29 мартта республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы “Йәштәргә — эш!” тигән акция ла ойоштора.
Быйылғы фестивалгә үҙенсәлекле яңылыҡ та индерелде — унда “Буласаҡ финансист” исемле студенттарҙың тәүге олимпиадаһы була. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатында “Йылмайыуың менән уртаҡлаш!” тигән республика фотоконкурсы ла иғлан ителде.
Өфөнән тыш фестиваль саралары Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында үтә.
Д. ТӘЛҒӘТОВА.