Дини азатлыҡ күҙәтеләме?18.01.2017
Башҡортостанда, бөтә илебеҙҙәге кеүек үк, выждан азатлығы тулы көсөнә эйә – һин үҙең теләгән динде тоторға йәки атеист булырға хоҡуҡлыһың. Ләкин был тәңгәлдәге дөйөм хәл тураһында йәмәғәтселек тейешенсә хәбәрҙар түгел әле. Шуны иҫәпкә алып, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы ошо хоҡуҡтың нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерергә булды.
– Совет заманында дини азатлыҡты сикләү арҡаһында махсус белемле руханиҙар ҡалманы, был өлкәләге мәғариф системаһы юҡҡа сыҡты, – тине Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, парламенттың Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты ултырышында сығыш яһап.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда әлеге көндә 22 йүнәлештә дин тоталар: мосолмандар, христиандар, йәһүдтәр, “пятидесятниктар”, мормондар, “Етенсе көн аквентистары”, буддистар һәм башҡалар. Нисбәт буйынса улар түбәндәгесә бүленә: ислам – 67%, православие – 20%, протестантлыҡ – 12%. Ҡалғаны – башҡа диндәр.
Төбәгебеҙҙә дин тотоусыларҙы берләштергән 12 үҙәк эшләй. Башҡортостан Республикаһының 1917 йылда ойошторолған Диниә назаратында бөгөн 729 мәхәллә бар. Күп кенә дини ойошмалар юридик теркәлеүһеҙ эшләй, сөнки рәсмиләштереү өсөн уртаса 75 мең һум аҡса талап ителә. Тимәк, был тәңгәлдә урындағы властарҙың ярҙамы ла кәрәк.
Совет рәйесе раҫлауынса, дин тотоу буйынса эшмәкәрлектә бер ниндәй проблема ла юҡ. “Ғибәҙәт ҡыла алмаһын өсөн кемдең ауыҙын ябып ҡуялар? Берәүҙе лә тыймайҙар. Ниндәй дин әһелдәре йыйылырға мөйөш таба алмайынса урамда тороп ҡалды? Ундайҙар юҡ”, – тине Вячеслав Петрович. Ниндәйҙер мәсьәлә тыуа ҡалһа ла, фәҡәт ҡорам һалыу өсөн ер майҙаны бүлеп биреүҙә генә килеп сығырға мөмкин, ләкин уныһы ла хәл ителмәй ҡалмай. Анығыраҡ әйткәндә, конституцион хоҡуҡтың күҙәтелеше буйынса бер генә етешһеҙлек тә юҡ, кәмселектәр ара-тирә хужалыҡ мәсьәләләренә ҡайтып ҡала.
Әммә ҙур көнүҙәк мәсьәлә бар: дин әһелдәрен һөнәри яҡтан әҙерләү ҡәнәғәтләнерлек түгел әле, уларға ҡытлыҡ ҙур. Шул арҡала Башҡортостандағы 90 мәсеттең һаман да үҙ имамы юҡ. Булғандары ла оло йәштә – беҙҙең республикалағы имамдарҙың уртаса йәше 78-гә еткән. Алдағы йылдарҙа уларға алмаш талап ителәсәк.