Бөгөн редакциябыҙҙа матур байрам – маркетинг һәм матбуғат таратыу бүлеге мөдире Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы Сәлихованың 55 йәшлек күркәм юбилейы. Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙҙе ғүмеренең ике бишле миҙгеленә аяҡ баҫыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!Гөлсимә Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында Рабиға Әхмәҙиә ҡыҙы һәм Оморҙаҡ Мөхәмәҙи улы Әүәлбаевтарҙың ишле, татыу ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә.
Мәктәптә үк ҡәләм тибрәтә башлай. “Башҡортостан пионеры”, “Һаҡмар” гәзиттәрендә йәш хәбәрсе булараҡ йыш ҡына мәҡәләләре донъя күрә. VI класта уҡығанда конкурста еңеп, Бөтә Союз “Артек” пионер лагерында “Йәш хәбәрселәр” сменаһында ял итеү бәхетенә эйә була.
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Артабан бар ғүмерен гәзитебеҙгә бағышлай ул. Бында корректорҙан бүлек мөдиренә ҡәҙәр үрләй, тырышлығы, булдыҡлылығы, һәр эште күңелен һалып, еренә еткереп, теүәл башҡарыуы менән абруй ҡаҙана.
Редакцияның иң яуаплы, ҡайнап торған маркетинг һәм матбуғатты таратыу бүлегенә тиҫтә йылдан ашыу етәкселек итеү дәүерендә Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытты. Заман һулышын, халыҡтың ихтыяжын нескә тойған хеҙмәттәшебеҙ гәзиттең республиканың һәр районында, сит өлкәләрҙә лә таратылыуына ҙур өлөш индерә. Уның реклама эшен дә оҫта алып барыуы баҫманың матди хәлендә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Гөлсимә Сәлихова бай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша, йәш менеджерҙарҙы клиенттар менән эшләү үҙенсәлектәренә өйрәтергә лә ваҡытын йәлләмәй. Уның фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.
Ғаиләһендә лә бәхетле Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем, яҡшы тәрбиә бирҙеләр. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөү бәхетенә эйә улар.
Күркәм юбилейын билдәләгән хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡәҙер-һөйөүгә төрөнгән оҙон ғүмер, эшенең, ғаилә тормошоноң артабан да уңыштарҙан, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан тороуын теләйбеҙ. Тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын, Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы!
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре.