Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған, беҙ хәҙер китаптарҙан ғына уҡып белгән шанлы революция, колхозлашыу осоро, Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа тарихи ваҡиғаларҙың йәнле шаһиты булған Зөһрә Йәрмөхәмәтова ошо көндәрҙә үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Аҡъяр ауылында йәшәгән ағинәй менән осрашыуға бер аҙ тулҡынланып барҙыҡ. Нисегерәк ҡабул итер, тормош хәтирәләре менән уртаҡлаша алырмы икән тигән уйҙар геройҙың үҙен күрмәгән, тынғылыҡ бирмәне. Зифа ҡыҙы менән йәшәгән быуат ағинәйе беҙҙе йылмайып ҡаршы алды. Зиһене шәп, аҡылы теүәл, күҙе күрә, ҡолағы ишетә. Ҡулдары йыйырсыҡланып, маңлайына бураҙналар һалынып, сәстәренә аҡ ҡырау ҡунһа ла, иң мөһиме – йәшәү дәртен юғалтмаған, йор һүҙле, теремек һәм асыҡ булып ҡала алған. Үҙ дәүеренә хас булғанса, Зөһрә Сәлихйән ҡыҙының яҙмышы бик ғибрәтле, фәһемле, ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙғаныслы. Әйтерһең дә, үҙе бер тере тарих.
Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында тыуып үҫкән инәйгә бала саҡтан ауырлыҡтар кисерергә тура килә. Быуыны ла ҡатып етмәгән ҡыҙ бала төрлө эштә тир түгә. “Ҡайҙа инде ул саҡта уҡыу? Кейергә кейеме, ашарға ризығы юҡ ине”, – ти Зөһрә Йәрмөхәмәтова. Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында уларҙың ғаиләһе район үҙәге Аҡъярға күсеп килә. Тап ошонда буласаҡ йәмәғәте Шаһибал Хәйбулла улын осрата. Алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр, район комсомол ойошмаһында эш башлаған егетте ҡыҙ шунда уҡ оҡшата. Йәштәр 1934 йылда өйләнешә. Зөһрә инәй, иренең белемгә ынтылышының шул тиклем ныҡ булыуын аңлап, уның артабан уҡырға теләгенә ҡаршы килмәй. Ғаиләле көйөнсә йорт хужаһы ике йыллыҡ Коммунистар партияһының ауыл хужалығы мәктәбен тамамлай. Артабан йәш белгес район үҙәгенең финанс бүлегендә эш башлай.
Бәхетле йәштәрҙең иң матур саҡтарын ҡәһәрле һуғыш урлай: 1942 йылда туптай ике улын, өсөнсө балаһына йөклө булған ҡатынын ҡалдырып, Шаһибал Йәрмөхәмәтов яуға китә. Ул тәүге көндән алып һуғыш тамамланғансы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында данлы һәм шанлы юл үтеп, Берлинғаса барып етә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зөһрә инәй ауыр һуғыш осоронда таралған сир арҡаһында ике улын юғалта. Бала ҡайғыһын йәш әсә яңы тыуған сабыйына баҫып, колхоз эшенә сума. Көн тимәй, төн тимәй тир түккән ҡатын-ҡыҙҙар нисек тә Еңеү көнөн тиҙерәк яҡынайтырға тырыша, һөйгәндәренең ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
Һуғыштан һаулығын ныҡ ҡаҡшатып ҡайтҡан ирен ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу өсөн йәш ҡатынға еңелдән булмай. Әммә ул барыһына ла түҙә. Балаларын баға, ирен ҡарай, колхоз эшенән дә ситләшмәй. Бер-бер артлы дүрт бала донъяға килә. Һуғышта алған яралары йылдар үткән һайын үҙен нығыраҡ һиҙҙереп, 1963 йылда Зөһрә Сәлихйән ҡыҙы ирен юғалта. Йәнә ул балалары өсөн йәшәргә тырыша: нисек тә уларҙы уҡытырға, кеше итергә тырыша. Бәхетенә күрә, ҡыҙҙары һәм улы уҡыуға зирәк була, барыһы ла белем алып, үҙҙәренә оҡшаған һөнәр ала. Бөгөн бәхетле юбилярҙың туғыҙ ейән-ейәнсәре һәм туғыҙ бүлә-бүләсәре бар.
– Әсәйем беҙҙе һәр саҡ бөхтәлеккә өйрәтте. Үҙе кейем тегер ине, төндәрен теген машинаһының туҡылдаған тауышына йоҡлап китһәк, иртән уның тауышына уяныр инек. Беҙҙе уҡытыр, кеше итер өсөн әсәйебеҙ бигерәк ныҡ тырышты. Хәҙер уйлап алабыҙ, ҡайһы ваҡытта йоҡлағандыр, ял иткәндер, тип. Бигерәк зауыҡлы булды ул, беҙҙе, ҡыҙҙарын, аҡлы-суҡлы итеп үҙе тегеп кейендерер ине, матурлыҡты яратты, беҙҙе лә гүзәллеккә өйрәтте, – ти ҡыҙы Зифа апай.
Уның һүҙҙәренә ейәнсәре Нәзирә лә ҡушыла. “Өләсәйем ейән-ейәнсәрҙәренең хәле менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тора, һораша, кәрәк икән, телефондан шылтырата. Әле лә һәр береһенә исеме менән өндәшеп, балаларыбыҙ хаҡында белешә. Мин уның бер ваҡытта ла буш ултырғанын күргәнем булманы, ҡулында һәр саҡ бәйләме булды, йәшерәк саҡта текте, баҡса үҫтерҙе, бигерәк тә гөлдәр үҫтерергә яратты. Кешеләргә изгелекле булығыҙ, ауыр һүҙ әйтмәгеҙ, кешене кисерә белегеҙ, эш һөйөгөҙ, йылмайып йәшәгеҙ, тип өйрәткәндәрен һәр саҡ хәтеребеҙҙә тотабыҙ, уға оҡшарға тырышабыҙ”, – ти. Ысынлап та, геройымдың “кешеләрҙе кисерә белегеҙ” тигән тормош девизы – үҙенең ошо матур миҙгелгә килеп етеүенә бер миҫал. Тормошто яратып баҡҡандарға ғына тормош үҙе лә шул уҡ яҡшылыҡ менән яуап бирә. Һәр саҡ хәрәкәттә, һәр саҡ йәшәүҙән йәм һәм тәм табып йәшәгән Зөһрә инәй Йәрмөхәмәтоваға артабан да күңел бөтөнлөгө, йән һәм тән тыныслығы, балалар бәхете, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөү бәхете яҙһын!