Сәс – һаулығыңдың күрһәткесе17.01.2017
Сәс – һаулығыңдың күрһәткесе Сәс ҡойолоу– күптәрҙе борсоған мәсьәлә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, планетабыҙҙағы 75 процент халыҡ баш тиреһе, сәстәргә бәйле проблемалар менән осрашҡаны бар. Ошо хаҡта табип Регина ХӘБИБУЛЛИНА менән әңгәмәләштек.
Регина Рәсим ҡыҙы медицина колледжын тамамлағандан һуң уҡыуын Башҡортостан медицина университетының дауалау факультетында дауам иткән. Дерматовенерология буйынса интернатура үткән. Тырыш ҡыҙ уҡыу менән бер рәттән абруйлы клиникала ла эшләп, тәжрибә тупларға өлгөргән. Косметология буйынса курстар тамамлап, һөнәрен тулыландырған, камиллаштырған.
Бөгөн Регина Хәбибуллина – табип-трихолог.
– Трихология менән бигерәк тә Европала мауығалар. Беҙҙә был өлкәлә эшләгән белгестәр, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, аҙ. Трихология сәс ауырыуҙарын тикшерә, ә табип-трихолог фармакология һәм физиотерапия ярҙамында сәс һәм баш тиреһен дауалау менән шө­ғөлләнә. Был тармаҡ медицинаға яҡыныраҡ, өйрәнәһе яҡтары күп. Трихолог һөнәренә Мәскәүҙәге Рәсәйҙең Халыҡтар дуҫлығы университетының медицина хеҙ­мәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыу факультетында уҡыным.
Сәс – организмдағы үҙгәрештәр тураһында иң беренсе булып “хәбәр итеүсе”. Ғәҙәттә, баш тиреһе, сәс менән бәйле мәсьәлә тыуһа, парикмахерға мөрәжәғәт итәләр. Ул, үҙ сиратында, төрлө шампунь, крем һәм башҡа косметика ҡул­ланып ҡарарға кәңәш бирә. Был әйберҙәрҙең дә ярҙамы теймәһә, халыҡ медицинаһын ҡулланып ҡарайҙар. Уңышһыҙ алымдарҙан һуң табипҡа күренәләр. Күптәр трихолог һөнәренең асылын да аңлап етмәй. Терапевт юллама биргәндән һуң ғына пациент табип-трихологка барып эләгә. Ул ғына дөрөҫ диагнозды ҡуя ала.
Регина Хәбибуллина әйтеүенсә, заман менән бергә медицина ла алға бара. Төрлө йүнәлештәр, яңы ҡорамалдар барлыҡҡа килә. Ул йылына бер нисә тапҡыр Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларына барып курстар үтеп ҡайтҡан, төрлө төбәктәрҙән йыйылған белгестәр менән осрашып, тәжрибә уртаҡ­лаша. “Яңылыҡтарҙы белмәй тороп, һөнәреңдең асылына төшө­нөүе ҡыйын”, – ти Регина Рәсим ҡыҙы.
– Көнөнә тиҫтәләгән кеше менән осрашырға, аралашырға, уларҙың ауырыуын өйрәнергә тура килә. Ике-өс йәшлек балаларҙан алып оло йәштәге апай-ағайҙар ҙа мөрә­жәғәт итә. Балаларҙа йыш ҡына пеләшлек (сәстең тотороҡло йәки ваҡытлыса бөтөнләй йәки өлөш­ләтә ҡойолоуы) күҙәтелә. Трихологияла был “алопеция” термины менән йөрөтөлә. Дауаламаған осраҡта керпек, ҡаш, ҡойолоуына тиклем килтереүе ихтимал. Балалар насар мәғлүмәтте үҙҙәренә тиҙ һеңдерә. Яуап реакцияһы булараҡ, организмда ошондай күренеш бар­лыҡҡа килә. Үҫмерҙәр ҙә мөрәжәғәт итә. Мәсьәләнең асылын төптән эҙләргә кәрәк. Клиникала эшләгән осорҙа ғилми-тикшеренеү эшен алып барҙыҡ. Кешеләрҙән сәс өлгөһөн алып, тикшерергә лабораторияға ебәрҙек һәм уларҙың составында ағыулы элементтарҙың күплеген күрҙек. Ундай сәсле кешеләр күбе­һенсә Черниковка биҫтәһенән булып сыҡты.
Дауалауҙан бигерәк, сирҙе иҫ­кәр­теү күпкә еңелерәк, ти табип-трихолог.
Белгестең файҙалы кәңәштә­ренә ҡолаҡ һалығыҙ:
• Сәстең хәлһеҙләнеүе, тәү сиратта, салланыуынан һәм ҡойоло­уынан беленә.
• 20 – 25 йәш­тән сәс ағара башларға мөмкин. Сәскә сал төшөү төҫлө пигмент бүлеп сыға­рыусы ферменттың һүлпәнәйеүенә бәйле.
• Ҡойолоу. Ҡатындарҙа күбе­һенсә сәс ҡойолоу андроген тигән гормонға бәйле. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ­ҙың сәсе, ирҙәрҙеке кеүек, урыны-урыны менән ҡойолмай – тотош баш тиреһендә һирәгәйеүе хас.
• Көнөнә 50 – 100 сәстең ҡойо­лоуына аптырарға түгел. Әгәр ҙә инде сәс үтә күп ҡойолһа, табипҡа күренергә кәрәк. Ундай билдә дөйөм хәлһеҙләнеү, орга­низм­дағы кире процестарҙың көсәйеүе тураһында һөйләй.
• Башты үтә ныҡ эҫе йәки һыуыҡ һыу менән йыуырға ярамай. Сәс майлыраҡ булған һайын, һыу һалҡынсараҡ булһын.
• Башты йыуған саҡта шампунде тирегә әкренләп һөртөү кәңәш ителә.
• Шампунде һәр саҡ ике тапҡыр һөртөргә кәрәк! Беренсе тапҡыр йыуғанда бысраҡ, туҙан һәм май­ҙың бер өлөшө генә йыуыла.
• Сәсте еүеш килеш тарарға ярамай, ул кибергә тейеш. Косметологтар ҡыҫҡа сәсте – тамырынан, оҙондо осонан башлап тарарға кәңәш итә.


Вернуться назад