Ҡарға хөкөмө17.01.2017
Ҡарғаларҙың аҡыллы ҡош икәнен барыбыҙ ҙа ишетеп беләбеҙ. Уларҙы ҡулға эйәләштереп була, төрлө “һөнәр”гә өйрәтәләр. Был ҡоштар мифологияла ла ҙур урын ала. Уларҙың ҡылығын ғалимдар һаман өйрәнеп бөтә алмай.
Мәҫәлән, орнитологтар күҙәтеүенсә, һәр ҡоштоң тормошта үҙ урыны бар икән. Йәғни ҡарғалар ҙа, кешеләр һымаҡ, төрлө ҡатламға бүленә. Хатта ғәйеплене хөкөм дә итәләр. Бының өсөн улар йәшерен бер урынға йыйыла. Башҡа ҡоштар ҡамасауламаһын, ғәйепле ҡарға ҡасмаһын өсөн бер нисәһе һаҡта тора. Ғәйеплене иң түбән ерҙә тоталар. Башҡа ҡарғалар ситтәрәк ултыра. Иң юғары ботаҡта хөкөм сығарыусылар – “судьялар” ныҡ итеп ҡарҡылдап ғәйепләнеүсенең “гонаһтарын” бәйән итә. Теге меҫкен иһә, аҡланғандай, ваҡыты-ваҡыты менән ҡарҡылдап ала.
Ҡарғаларҙың ғәйебе төрлөсә була, ти белгестәр. Мәҫәлән, ояларҙы бутау, өйөр ҡамауына буйһонмау һ.б. Яза ике төрлө: ситкә ҡыуыу, талап үлтереү.
Бына бит, ҡарғалар ҙа ҡанунға буйһонмағандарҙы яратмай.