Заманында табыш ине17.01.2017
Заманында табыш ине Һуҡыр сысҡанды ҡайһы бер яҡтарҙа “төрткө” тиҙәр. Совет осоронда уның тиреһен йыя торғайнылар. Башҡортостандың урманлы райондарында төрткө тиреһе әҙерләү халыҡтың өҫтәмә кәсептәренең береһе ине.
Һуҡыр сысҡан башлыса ер аҫтында йәшәһә лә, уның тиреһе таҙалығы, сифаты яғынан башҡа йәнлектәрҙән айырылып тора. Тиреһенең заманына күрә ҡиммәт икәнлеген, уға мохтажлыҡты бер генә миҫалда күрһәтеп китеү ҙә етер ине: мең дана әҙерләгән кеше мышы атыуға бушлай лицензия алыр булды!
Һуҡыр сысҡанды аулаған һунарсыға түҙемлек, оҫталыҡ кәрәк. Был кәсеп быуындан быуынға күсеп килә. Хәйер, булмаһа, һүҙҙе бала сағында төрткөгә һунарға йөрөгән оҫтаға, “Йәшлек” гәзите хеҙмәткәре Нур Ҡәҙербаевҡа биреп, ҡыҫҡаса ғына һунар серҙәре менән уртаҡлашыуын һорайыҡ. Һүҙ – уға:
– Төрткөгә һунар мәле йылына ике тапҡыр була: июндә һәм сентябрь айҙарында. Был саҡта һуҡыр сысҡандың балалары ишәйә. Унан да бигерәк, ер ҡаты була. Тимәк, төрткөләр бер һуҡмаҡтан йөрөй. Ә көҙгө ямғырҙан һуң йомшара. Шуға ла һуҡмаҡтан йөрөр урынға ерҙе башҡа яҡтан йыра. Ҡапҡанға насар эләгә.
Шуныһын да әйтергә кәрәк: төрткөнөң урыны быуындан быуынға күсә килә. Бесәнлек ише, йәғни беҙҙең хәҙерге биләмәлә атайым, олатайым да, уның атаһы ла тотҡан. Башҡа кеше ҡыҫыла алмай. Шуға ла Мәхмүт, Ҡарнай ҡарт һуҡмағы һымаҡ атамалар йәшәй.
Төрткө тотоу мәле – 15-20 тәүлек. Атайым менән үҙе­беҙҙең һуҡмаҡтан көнөнә 30 саҡрым юл үтә торғайныҡ. Шуныһын да әйтке килә: ҡапҡандарҙы ике тапҡыр ҡарайһың. Әгәр ҙә шулай ит­мәһәк, тәүҙә эләккән төрткөнөң тиреһе боҙола. Икенсенән, ҡапҡан буш булмаһа, баш­ҡаһы эләкмәй йәки төрткө ҡапҡанды урап юл яра. Уны беҙҙең Белорет районында “ход юғала” ти торғайнылар.
Ҡапҡан дефицит булды. Уны бер ергә берҙе генә ҡуймайһың, парлайбыҙ: төрткөнөң сыҡҡан һәм кире ингән урынына ике яҡлап ҡораһың. Ҡапҡанды тимер сымдан яһайҙар. Элегерәк 15 литрлы ҡалай һауытта повидло һаталар ине. Бер ҙә булмаһа, шуны төрткө юлына соҡоп ултыртаһың. Теге килеп шунда төшә.
Заманына күрә тиреһе ҡиммәт баһаланды. Балаһы­ныҡы ҡиммәтерәк: 1-се сортлыһының, яңылышмаһам, хаҡы 50 тин ине, 2-се сорттыҡы – 20, 3-сөнөкө, йәғни боҙоҡ тиренеке – 10 тин. Оҫта һунарсы бер миҙгелдә 3 мең тире әҙерләй ала. Был “Дружба” бысҡыһы хаҡына етә ине. 5-6 мең тирегә “Урал” мотоциклы алып була торғайны. Бензин бысҡыһы дефицит ине бит. Беҙ, урманда йәшәһәк тә, уны Ҡаҙағстандан дала яғынан (ниндәй парадокс!) барып алдыҡ.
Ғөмүмән, төрткө тиреһе заманында байтаҡ кешегә табышлы кәсеп булды. Хәҙер генә уға иғтибар итеүсе юҡ…


Вернуться назад