Һуҡыр сысҡан. Күбебеҙ уның үҙен күрмәһә лә, башҡарған эштәре байтағыбыҙға таныштыр. Яҙын ҡар аҫтынан өйкөм-өйкөм булып ер аҫтын йырғыслағандан ҡалҡҡан эҙҙәре сыға. Баҡсасылар уларҙы һүгә, бесәнлектәре йырғысланған әҙәмдәр ҙә асыулы был йән эйәләренә. Тик балалар ғына телевизорҙа күрһәтелгән йәнһүрәттәрҙән һуҡыр сысҡандарҙы ҡарап кинәнә. Әйтәйек, элегерәк экрандарҙан төшмәгән венгр йәнһүрәттәрендәге был мәхлүктәр яҡшы эштәр генә башҡара, ә бына беҙҙең “Дюймовочка”ла һуҡыр сысҡан ялҡау, ҡомһоҙ һәм һаран.Ғәҙәттә, һуҡыр сысҡан ғаиләһе бер тирәлә йәшәй. Ә йырғыслаған ерҙәре уларҙың йәшәү өңө генә түгел, һунар биләмәһе лә. Бер генә мәхлүк ғаиләһенең биләмәһе йөҙәр метрғаса етә. Һуҡыр сысҡандың оҙонлоғо – 5 сантиметрҙан алып 20-гәсә. Ауырлығы иһә – 90 – 170 грамм. Тиреһенең үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: йөнө бер яҡҡа ғына ятмаған, тура үҫкән. Был инде уға үҙе соҡоған ер аҫты коридоры буйлап алға ла, артҡа ла берҙәй хәрәкәт итеү мөмкинлеге бирә. Йәғни ҡайһы яҡҡа хәрәкәт итеүенә ҡарап, уның йөнө шул яҡҡа табан ята.
Ҡара бәрхәт, ҡарағусҡыл һоро төҫтәге был йәнлектең тәпәйҙәре ҡыҫҡа булһа ла, бик көслө. Алғылары арттағыларына ҡарағанда ла көслөрәк. Алғы тәпәйҙәренең табаны өҫкә ҡарап тора, тырнаҡтары осло. Тиреһенең йөнө ҡуйы. Күпме генә ер аҫтында йөрөмәһен, ул таҙа, йылҡылдап тора. Һуҡыр сысҡандың исеменән үк уның яҡтылыҡты яратмағаны һиҙелә. Был йәнлектәрҙең 20-гә яҡын төрө билдәле. Рәсәйҙә иһә өс төрлөһө йәшәй: Алтай, бәләкәй (малый), Кавказ. Ана шул 20 төр мәхлүктең ҡайһы берҙәренең күҙҙәре йоҡа ғына тире менән бөтөнләй ҡапланған. Уларҙы, ысынлап та, һуҡыр, тиһәң дә була. Ә беҙҙәгеләрҙекенең күҙҙәре бар, бәләкәй генә. Тик улар шулай уҡ яҡтылыҡтан ҡурҡа. Күҙҙәре ныҡлап күрмәгәс, был йән эйәләре аҙыҡты нисек таба һуң? Уларҙа тойомлау һәләте көслө.
Аҙыҡҡа килгәндә, һуҡыр сысҡандар күпселектә төрлө бөжәк, ҡусҡар, селәүсен менән туҡлана. Ә бына үҫемлектәр уларҙы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай тиерлек. Бик һирәк кенә үлән тамырҙарын, һабағын “ауыҙ итеүҙәре” мөмкин. Ашауға талымһыҙ булыуҙары тештәренә лә бәйләнгән. Үҙҙәре бәләкәй генә булһа ла, тештәре бик үткер, 33 – 44-кә барып етә (теш һаны буйынса ла һуҡыр сысҡандың төрөн билдәләйҙәр). Яңаҡ һөйәктәре көслө. Көс тигәндән, уның ҡулбаш һөйәктәре киң һәм ныҡлы. Кешеләргә ҡағылғанса әйтһәк, күкрәгендә көсө ташып тора.
Һуҡыр сысҡан бер йәшлек сағында бала таба башлай. Инәләре 4-5 аҙна йөклө йөрөй. Ғаиләһе бер тирәлә йәшәһә лә, күпселектә улар яңғыҙ ҡалырға ярата. Туй ваҡытында бергә булалар. Был март – апрель айҙарына тура килә. Инә һуҡыр сысҡан йылына бер тапҡыр 4-5 бала таба.
Был йәнлектең дошманы юҡ тиһәң дә була. Ара-тирә ер өҫтөнә килеп сыҡҡандарында төлкөләр, бесәйҙәр генә тотмаһа, әлбиттә. Кешеләрҙең биләмәһенә (баҡса, бесәнлек һ.б.) эләккәндәренең дә ғүмере ҡыйылыуы бар. Мәҫәлән, Британияла хатта һуҡыр сысҡан аулаусы (кротолов) вазифаһы ла бар икән. Уның бар эше – һуҡыр сысҡан тотоу. Баҡһаң, мәхлүктәрҙең оя һәм һунар коридорҙарына яҙа баҫып, аттарҙың тояғы имгәнеүе, һыбайлының ҡолауы бар икән. Шулай уҡ футбол, гольф майҙандарын да күҙ ҡараһылай һаҡлай һуҡыр сысҡан аулаусылар.
Ләкин тәбиғәт барыһын да тигеҙ яратҡан. Тимәк, беҙ юҡ итергә тырышҡан, ә сабыйҙарыбыҙ йәнһүрәттәрҙән яратып ҡараған, китаптарҙан уҡыған был сысҡандарҙың файҙалы яҡтары ла бихисап. Улар ерҙе йырғыслап, берҙән, зыян килтерһә (һәр хәлдә беҙ шулай уйлайбыҙ), икенсе яҡтан, уны өҫтәмә дымландырыуға (ҡыуышлыҡтарға һыу тула), йомшартыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ уларҙың, ер өсөн файҙалы булған ямғыр селәүсененән тыш, үҫемлектәр өсөн зыянлы төрлө ҡорттарҙың, ҡусҡарҙарҙың дошманы икәнен дә оноторға ярамай.