Шешҡолаҡтар бик ҡурҡаҡмы?17.01.2017
Шешҡолаҡтар бик ҡурҡаҡмы? Шешҡолаҡтар бик ҡурҡаҡмы? Ҡуяндар тураһында әкиәттәр етерлек, йәнһүрәттәр төшөрөлә, балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итеүселәр ҙә был йәнлектәрҙе урап үтмәй. Нисек кенә тимә, беҙ ҡуянды ҡурҡаҡ тип беләбеҙ, аҙ ғына шөрләгән кешегә ҡушаматын тағабыҙ. Бәлки, был ҡурҡаҡлыҡ түгел, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында, йыртҡыстар араһында һаҡланыу сараһылыр? Һүҙебеҙ – оҙонғолаҡтар хаҡында...
Беҙҙең яҡтарҙа үр ҡуяны (русак) менән аҡ ҡуян (беляк) киң таралған. Тәүгеһе ҙурҙарҙан һанала: тән оҙонлоғо – 57-68 сантиметр, ауырлығы – 4-6 килограмм. Аҡ ҡуяндан ул оҙон ҡолаҡлы (9,5-14 сантиметр), ҡойроҡло (7,5-14 сантиметр) булыуы менән айырыла. Артҡы тәпәйҙәре ҡыҫҡараҡ һәм таҡырыраҡ. Йәй һоро, һорғолт-ерән төҫтә булһа, ҡыш аҡһылға әйләнә. Ләкин ар­ҡаһының алғы өлөшө, башы, ҡолаҡ остары ҡара булып ҡала. Яҙғы мамығын март урталарынан башлап 75-80 көн буйы алмаштыра. Сентябрҙә йәнә ҡышҡы “кейем кейергә” тотона.
Үр ҡуяны асыҡлыҡты ярата: баҫыуҙарҙы үҙ итә, ҡыуаҡ, туғайҙар – уның төйәге. Ылыҫлы урмандарҙа һирәк осрай, хәйер, япраҡлы ағас үҫкән ҡуйы ерҙәрҙе лә бик өнәмәй. Һирәк ағаслы урмандарҙы ярата. Йәй 1000-2000 метрғаса тауҙарға күтәрелә, ләкин ҡышларға түбәнгә төшә.
Аҙыҡ эҙләүгә килгәндә, кискә табан “һунар”ға сыға. Аталанған саҡтарында көндөҙ ҙә күренә. Башлыса көн­дө берәй соҡорҙа, аулаҡ урында, ҡыуаҡ төбөндә ятып үткәрә. Әйткәндәй, даими оя ҡороп, өң ҡаҙып мәшәҡәтләнмәй: теләһә ниндәй ышыҡ урын да ярап ҡала, хатта балалағанда ла ташландыҡ бурһыҡ, төлкө өңдәренән шикләнмәй. Ә бына ҡыш ҡарҙы соҡоп, төшөп ята, ҡар аҫты юлдары хатта ике метрғаса етә.
Аҙыҡ йәһәтенән ҡарағанда, үр ҡуяны имән, саған, алмағас, грушаның йәш ботаҡтарын, ҡайырыһын ярата. Ә бына аҡ ҡуяндың төп аҙыҡ ағасы – уҫаҡ менән тал. Әйткәндәй, һуңғыһынан айырмалы, үр ҡуяны ҡарҙы соҡоп, ҡалдыҡ баҡса культуралары, үлән, һабаҡтарҙа ҡалған орлоҡтар менән туҡлана. Йәй иһә уға бар төр үҫемлек тиерлек бара, хатта тамыраҙыҡтарҙы соҡорға ла йыбанмай.
Ҡуян – тиҙ үрсеүсе йәнлек. Йылдың килеүенә ҡарап, парҙарҙың туйҙары март баштарында уҡ башланырға мөмкин. Беҙҙә ҡауышыу ваҡыттары, ғәҙәттә, өс тапҡыр була: февраль аҙағы – март башы, апрель – май, июнь. Йәғни тәүге тапҡыр балалары апрель аҙағы – май башында, икенсегә – июндә, өсөнсөгә августа донъяға килә. Бер юлы 1 – 9 бала таба. Ҡуян балалары тыуған сағындағы ауырлыҡтары – 80-150 грамм. Балалап киткән урынына инә ҡуян көнөнә бер тапҡыр килә, хатта 2-4 көнгә бер килеүе лә мөмкин. Әйткәндәй, үр ҡуянының балаларын башҡа инәләр ҙә имеҙеп китә. Был хәл – ҡуяндар араһында һирәк күренеш.
Ҡуяндар бик тиҙ үрсер ине. Ләкин ана шул “ине”һе бар, сөнки уларҙы төрлө ауырыу күпләп ҡыра. Бигерәк тә биш аҙнанан башлап биш айлыҡ саҡтарына тиклем сиргә тиҙ бирешәләр. Кокцидиоз (кокцидиялар йоғоуҙан килгән һәм, нигеҙҙә, эс китеү, температура күтәрелеү һәм башҡа билдәләр менән характерлы инвазион ауырыу) ныҡ йонсота. Үр ҡуяндары (аҡтарға ҡарағанда) бауыр трематодалары (яҫы паразит селәүсендең бер төрө), үпкә паразит селәүсендәре ауырыуҙарына бирешеп бармай. Ләкин улар күберәк һауа торошонан йонсой: иртә яҙҙа тыуған балалары үлә, буранлы, һалҡын ҡыштарҙы насар үткәрә. Шулай уҡ төлкө, бүре, һеләүһен, йыртҡыс ҡоштар күпләп ҡыра.
Аҡ ҡуян кәүҙәгә бәләкәйерәк. Уның тән оҙонлоғо 44-65 сантиметр, ауырлығы – 1,6-4,5 килограмм. Әйткәндәй, төньяҡ-көнбайыштан алып көньяҡ-көнсығышҡа табан бәләкәйләнә баралар. Мәҫәлән, иң ҙурҙары Көнбайыш Себерҙе (5,5 килограмғаса) төйәк итһә, иң бәләкәйҙәре (3 килограмм) Саха (Яҡут) Республикаһында һәм Алыҫ Көнсығышта йәшәй. Ҡойроғо ҡыҫҡа, йомро (5-10 сантиметр). Үр ҡуянына ҡарағанда тәпәйҙәре киң, табандарына тиклем ҡалын мамыҡ менән ҡапланған. Мәҫәлән, ғалимдарҙың хеҙмәттәренән күренеүенсә, тәпәйенең бер квадрат сантиметрына ни бары 8,5-12 грамм ғына ауырлыҡ төшә. Шуға ла ҡарҙа батмайынса иркен йөрөй алалар. (Сағыштырып ҡараһаҡ, бүре табанының бер квадрат сантиметрына 90-113 грамм ауырлыҡта баҫа, төлкө – 40-43 грамм, эт – 90-110 грамм.)
Исеменә күрә – есеме, тигәндәй, ҡыш был йәнлек ап-аҡ төҫкә инә, тик ҡолаҡ остары ғына ҡара була. Йөнөн йылына ике тапҡыр алмаштыра: тәүгеһе февраль – мартта башланып, 80 көн тирәһе дауам итә; икенсеһенең ваҡыты – август – сентябрь.
Аҡ ҡуян көҙ, ҡыш урманды үҙ итһә, яҙ асыҡлыҡҡа сыға. Уның биләмәһе 3 – 30 километрғаса етә. Беҙҙең яҡтарҙа бер тирәлә йәшәй. Ә бына Саха (Яҡут) һымаҡ һалҡын тарафтарҙа көньяҡҡа күсенә. Был сентябрь айына тура килә. Күсенгәндә 15-20, хатта 70-ләп ҡуян бергә йыйылып, көтөү хасил итә.
Үр ҡуяны һымаҡ уҡ, аҡ ҡуян да ҡыш ҡарҙы соҡоп, 0,5 – 1,5 метр оҙонлоҡҡа еткән өңдәрҙә йәшеренә, ләкин ҡарҙы тышҡа сығармай, ә тығыҙлап ҡына бара. Ҡыш иһә улар аҙыҡ эҙләп бер генә һуҡмаҡтан йөрөй. Тик йәшеренер өсөн ҡаҙған өңөнә яҡынлашҡанда эҙ бутай, ҡар өҫтөн сыбарлап бөтә. Ҡуяндың күҙе насар күрә, һиҙемләүе лә әллә ни түгел. Уның ҡарауы, ҡолаҡтары шәп ишетә. Ҡурҡыныс янағанда, был мәхлүкте шәп йүгереүе генә ҡотҡара: ҡыҫҡа арала тиҙлеген сәғәтенә 50-60 саҡрымғаса арттыра.
Аҙыҡҡа килгәндә, беҙҙең яҡтарҙа уҫаҡ менән талды ярата. Ғөмүмән, уның төп аҙығы йәшәгән мөхитендә үҫкән үҫемлектәрҙән ғибәрәт. Мәҫәлән, төньяҡ райондарҙа ҡайынды үҙ итә, көньяҡта саған менән имән дә бара һ.б. Тоҙ етмәгән саҡтарында ер ашай, һөйәк кимерә.
Үрсеү яғына килгәндә, үр ҡуянынан әллә ни айырылмай. Инә ҡуяндың һөтө туҡлыҡлы, майлы (12 процент аҡһым, 15 процент май). Шуға ла балаларын көнөнә бер тапҡыр ғына имеҙә. Улары иһә шәп үҫә: 8–10 көнлөк саҡтарында йәш үләнде ауыҙ итә, 2 аҙнанан инде үҙаллы йәшәй башлайҙар, 10 айҙа енси яҡтан өлгөрәләр. Тәбиғәт шарттарында 7-8 йыл йәшәһәләр ҙә, күбеһе 5 йәшкә лә етмәй.
Бына шулай ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында был йәнлекте тик ҡурҡаҡлығы (дошманынан йүгереп ҡаса алыуы) һәм күп бала табыуы ғына йәшәтә, һаҡлап ҡала. Әйткәндәй, бөтә яҡта ла уларҙы йыуаш, ҡурҡаҡ тип ҡарамайҙар. Австрияла, мәҫәлән, ул яуыз ҡоротҡосҡа тиңләнә. Хәйер, беҙҙең баҡсасылар ҙа был ике төр ҡуяндан һаҡлана: ҡыш уларҙың береһе генә лә төн эсендә алмағас, грушаның йәш ботаҡтарын яланғас ҡалдыра ала.
Нисек кенә булмаһын, ҡуян – балаларҙың, тимәк, кешелек киләсәгенең яратҡан йәнлеге. Бының менән килешмәү мөмкин түгел.

“Аяҡтарынан бәйләгеҙ”
Был хәл һуғыш ваҡытында булған. Ул ваҡытта малайҙар тоҙаҡ ҡороп ҡуян тоторға өйрәнеп алған. Алыҫҡа ла йөрөргә түгел, картуф баҡсаһы артында эҙҙәре тулып ятҡан. Шунда тоҙаҡ ҡуйғандар.

Иртән барып ҡараһалар, ҡуян муйынынан түгел, аяғынан эләккән дә ҡуйған. Нисек ҡотолорға белмәй, сәбәләнә, сәрелдәй икән. Тоторға ҡурҡалар.
Шул саҡ кемдер: “Әхмәт ағайҙы саҡырырға кәрәк”, – тип әйтеп ҡуя. Нисек кенә булмаһын, ул өлкәнерәк кеше. Килә Әхмәт. Ҡарап тора-тора ла былай ти: “Ҡуяндың бар аяғын да бәйләгеҙ, хәҙер мылтыҡ алып сығам...” Мылтыҡ алып сыға-сығыуын, тик ҡуян ғына тоҙағын өҙөп урман яғына ысҡына. Мәхлүккәйең күҙҙән юғала, ә бына Әхмәткә “Ҡуяндың аяҡтарынан бәйләгеҙ” тигән ҡушамат тағылып ҡала.
Вәли ФАЗЫЛОВ.
Дәүләкән районы.


“Ҡапҡан” бәләһе
Ҡотлозаман бабай Шәнгәрәевте ауылда хөрмәтләп Ҡозой тип йөрөтәләр ине. Бик ихтирамлы, тирә-яҡҡа даны сыҡҡан тимерсе булды ул. Бынан тыш, йәшерәк сағында һунарсылыҡ менән дә дан алған. Ә һунар ҡомары, тәбиғәткә тартылыуы бала саҡтан килә. Шул мәлдәрҙе бабайыбыҙ былай иҫләр булды:

– Бәләкәйерәк саҡта мылтыҡ тоттормайҙар ине. Шуға ҡуянға тоҙаҡ ҡорабыҙ. Ә ул ваҡытта ҡуян бик күп булды – бәрәңге баҡсаһы туп-тулы һуҡмаҡ ине. Ҡар һырынтылары, көрттәр ныҡлап һалғас, шул һуҡмаҡҡа тәрән итеп соҡор ҡаҙыйбыҙ ҙа өҫтөнә бер аҙ сыбыҡ йәйеп, кәҫтәр менән ҡаплайбыҙ. Унан ҡырпаҡ ҡар һибәбеҙ, бер ни беленмәй. Төнөн ҡуяндар килеп төшә торғайны.
Бер мәл шулай бер апай беҙҙең ындыр аша артҡы урамдан аштан тураға ҡайтырға булған да шул соҡорға йығылып төшкән. Ҡышын кистән үк ҡараңғы бит. Был өшөп-туңып бөткән. Ҡайтмай торғас, ярай әле эҙләп сыҡҡандар.
Ну, аҙаҡ беҙгә атай ҡайышы эләкте инде. Һуңынан соҡор ҡаҙымай башланыҡ, тоҙаҡ ҡына ҡорҙоҡ…
Т. МУСИН.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Вернуться назад