Үткән йәкшәмбелә Бүздәк ауылында ҙур янғын сығып, 16 фатирлы ике ҡатлы ағас йорт тулыһынса көл-күмергә әйләнгәйне. Һөҙөмтәлә 44 кеше, шул иҫәптән 23 бала урамда тороп ҡалды.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса, зыян күреүселәрҙең барыһына ла матди ярҙам күрһәтеләсәк, торлаҡ мәсьәләһе лә тиҙ арала хәл ителәсәк. Бының өсөн 2,5 ай ваҡыт бүленә. Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин Башҡортостан юлдаш каналындағы тура эфирҙа белдерҙе.
– Беҙҙең башҡа юл юҡ, – тине ул. – Республикала зыян күреүселәр өсөн торлаҡ төҙөү тәжрибәһе лә бар.
Ысынлап та, бындай бәләләрҙең булмауы яҡшыраҡ та бит... Әлеге ваҡытта зыян күреүселәр ятаҡҡа урынлаштырылған, уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителгән.
Г. САЛАУАТОВА.