Көтөргә тура киләсәк17.01.2017
– Электр менән эшләүсе ит турағыс һатып алғайным, ул гарантия срогы осоронда ватылды. Магазинға алып барғайным, һатыусы әлеге әйберҙе бер ай эсендә яңыға алмаштырырға ризалашты. Мин шулай оҙаҡ көтөргә тейешме? Һатып алыусы булараҡ ниндәй хоҡуҡтарым бар?
Рәлиә.
Дәүләкән ҡалаһы.
Етешһеҙлеге булған тауарҙы алмаштырыу шарттары тураһында “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Закондың 21-се статьяһында ентекләп яҙылған. Ваҡыты ла билдәләнгән. Алмаштырыу тураһындағы талабығыҙ тауарҙы кире килтергән көндән иҫәпләнә башлай.
– Әгәр ундай тауар һатыусының келәтендә бар икән, уны һеҙгә ете көн эсендә алмаштырып бирергә тейештәр;
– тауарҙың сифатын өҫтәмә рәүештә тикшертергә кәрәк булһа, 20 көн ваҡыт талап ителә;
– һеҙгә кәрәкле тауар һатыуҙа булмай сыҡһа, уны алмаштырыу өсөн 30 көн көтөргә тура киләсәк.
Тимәк, күреүегеҙсә, тауарҙы алмаштырыу өсөн күп тигәндә бер ай ваҡыт талап ителә. Шуныһын да хәтерҙә тотоғоҙ: ит турағысты алмаштырғандан һуң уның гарантия срогы яңынан иҫәпләнә башларға тейеш.