Үҙаллы түләргә лә мөмкин17.01.2017
– Өс йыл элек яңы автомобиль һатып алғайным. Уның өсөн транспорт һалымы түләү кәрәклеген белдереүсе хат элгәрге йыл килде, ә былтыр – юҡ. Ни эшләргә? Квитанцияны артабан да көтөргәме?
Рәсүл.
Белорет районы.
Бер яҡтан уйлағанда, транспорт һалымы инспекциянан килгән махсус ҡағыҙ нигеҙендә түләнергә тейеш. Шуға ла ҡайһы бер хоҡуҡ белгестәре: “Бындай хатты алмаһағыҙ, һалымдан ҡотолдоҡ тиһәгеҙ ҙә була”, – тип белдерә. Тик, икенсе яҡтан ҡарағанда, һалым органының квитанция ебәрмәүе граждандарҙы түләүҙән азат итмәй. Йыш ҡына беҙҙең судтар, дөйөм принципҡа нигеҙләнеп, һәр кем ҡануниәт тарафынан билдәләнгән һалымдарҙы түләргә тейеш, ти.
Һеҙҙең осраҡта кәңәш шундай:
– автомобиль һеҙҙең милектә булған барлыҡ осор өсөн транспорт һалымы күләмен, йылдарға бүлеп, үҙаллы иҫәпләп сығарығыҙ;
– бурысығыҙҙы үҙегеҙ алып барып түләгеҙ.
Артабан үҙегеҙ иҫәптә торған һалым органына яҙма рәүештә мөрәжәғәт итеп, хәлегеҙҙе һәм нимә эшләүегеҙҙе аңлатып бирегеҙ. Хат эсенә түләү тураһындағы квитанцияның күсермәһен дә һалығыҙ. Был һеҙҙе транспорт һалымы түләмәгән өсөн штрафтан һәм пенянан һаҡлап ҡаласаҡ. Әгәр инде штраф сәпәһәләр, ҡыйыу рәүештә судҡа мөрәжәғәт итегеҙ: һалымды үҙаллы түләгәс, намыҫлы кеше икәнлегегеҙҙе иҫбатлай аласаҡһығыҙ. Пеня билдәләнгән хәлдә лә судҡа барығыҙ. Ваҡытында түләмәгәнегеҙҙең сәбәбе һалым органдарының үҙ бурыстарын теүәл башҡармауы булыуын дәлилләргә мөмкин.