Килешеп эш итегеҙ17.01.2017
– Сауҙа менән шөғөлләнеү маҡса­тында ҡуртымға бина алғайным. Ошо уңайҙан бер һорау борсой: объектта янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү өсөн кем яуаплы – бинаның хужаһымы, әллә уны арендалаусымы?
Илдар.
Өфө ҡалаһы.

1994 йылдың 21 декабрендә ҡабул ителгән “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы 69-сы Федераль закондың 38-се статьяһындағы 1-се пунктҡа һәм Рәсәй Хөкүмәтенең 2012 йылдың 25 апрелендә сыҡҡан “Янғынға ҡаршы режим тураһында”ғы 390-сы ҡарарына ярашлы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү өсөн яуаплылыҡ милексегә лә, бинаны ҡуртымға алыусыға ла йөкмәтелгән.
Ике яҡ кемдең ниндәй кимәлдә яуаплы булыуын ҡуртым килешеүе төҙөгәндә үк үҙ-ара хәл итә. Был осраҡта бурыстарын үтәмәгән яҡ язаһын алырға тейеш. Әгәр ҙә килешеүҙә был турала бер һүҙ ҙә әйтелмәһә, кемдең ниндәй кимәлдә ғәйепле булыуын суд билдәләй.
Шуны хәтерҙә тотоғоҙ: ғәҙәттә, янғын күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре штрафты бинаның хужаһына һала. Был дөрөҫ тә кеүек, сөнки ҡуртымсы бөгөн бар, иртәгә юҡ. Ә милексене һәр ваҡыт табырға була.
Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 20.4-се статьяһындағы 1-се өлөшкә ярашлы, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәмәгән осраҡта киҫәтеү яһала йә штраф һалына. Матди яза күләме түбәндәгесә: граждандар өсөн – 1 мең һумдан 1,5 мең һумғаса; вазифалы кешеләргә – 6 меңдән 15 меңгәсә; ойошмаларға – 150 мең һумдан 200 мең һумғаса.
Күреүегеҙсә, штраф күләме аҙ түгел. Шуға күрә ҡуртым килешеүендә яуаплы яҡты аныҡ билдәләгеҙ. Иң мөһиме – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.


Вернуться назад