Яҙҙың ун етенсе миҙгеле28.03.2012
Яҙҙың ун етенсе миҙгелеТуған телебеҙҙең милләттең рухи байлығын, тарихи йылъяҙмаһын, мул тәжрибәһен туплаған хазина икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Ошо баһалап бөткөһөҙ хазинаның нескәлектәрен йәш быуынға еткереүсе, милләттең киләсәгенә эшләүсе уҡытыусыларҙың хеҙмәте һәм фиҙаҡәрлегенән күп нәмә тороуы ла бәхәсһеҙ. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсының бына 17-се тапҡыр баш ҡалала республиканан тыш, сит өлкәләрҙән дә башҡорт телен уҡытҡан һөнәр эйәләрен бер усҡа йыйыуы — үҙе үк күркәм, үҙенсәлекле ваҡиға.
Ошо йылдар эсендә бәйгеләрҙә 875 кеше ҡатнашып, иң-иң маһирҙары, үҙ эшенең оҫталары, барлығы 92 уҡытыусы лауреат булғайны. Кисә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында сираттағы конкурсты асыу тантанаһы үтте. Жюри ағзаһы Фәнзил Санъяров әйтеүенсә, бындай һөнәри бәйгеләр ижади эшләүсе Яҙҙың ун етенсе миҙгелеуҡытыусыларҙы асыҡлауҙан тыш, уларға тәжрибә уртаҡлашыу, кимәлде күтәреү, танылыу өсөн дә бик кәрәк. Һүҙ ҙә юҡ, юғары кимәлдә үткән ярыш башҡорт телен уҡытыу сифатына ла талаптарҙы арттыра, уҡытыусылар хеҙмәтенең абруйын, дәрәжәһен күтәрә.
Быйылғы конкурста 59 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнаша, уларҙың дөйөм хеҙмәт стажы — 998 йыл. Был юлы тиҫтәгә яҡын ир-аттың (9 кеше) оло сәхнәгә сығырға Яҙҙың ун етенсе миҙгелебаҙнат итеүе лә ҡыуаныслы күренеш. Конкурсанттарҙың байтағы ҙур хеҙмәт стажы туплаған, тәжрибәле профессионалдар. Әммә йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, сәхнәгә ҡыйыу күтәрелгән сәмле, сая уҡытыусыларҙың еңеүгә йөҙ тотоуы, үҙҙәрен оло ярышта һынап ҡарау теләге бәйгенең йәнә бер мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы биҙәге булыуы ихтимал.
Силәбе, Ырымбур, Һамар һәм Ҡурған өлкәләренән килгән ҡунаҡтар ҙа оҫталыҡ дәрестәренә, “Үҙем менән таныштырыу”, “Яңы педагогик проект менән уртаҡлашыу” конкурстарына яҡшы әҙерләнеүҙәрен белдерҙе. Дүрт көн барған бәйгегә 31 мартта, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтәсәк тантанала йомғаҡ яһаласаҡ.
Д. АРЫҪЛАНОВА.


Вернуться назад