Ошо көндәрҙә хөрмәтле туғаныбыҙ Заһир Әҡсән улы ҒӘЛИН күркәм байрамын – 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Яҡыныбыҙ Әбйәлил районының Хәлил ауылында тыуып үҫкән. Ул – милләтебеҙҙең арҙаҡлы улдарының береһе, юғары вазифалар биләне, ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышланы. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетында белем бирә. Фиҙакәр хеҙмәте менән ҙур бейеклектәр яуланы: ул – иҡтисад фәндәре докторы, профессор, хөрмәтле уҡытыусы, талантлы педагог.
Яҡыныбыҙҙы оло юбилейы айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер теләйбеҙ һиңә! Бөгөнгөләй көслө рухлы, уңған, кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл булып ҡал. Киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, бәхет һәм ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын. Һөйөклө ҡатының Динә Нәжип ҡыҙы менән тиң-тигеҙ ғүмер итеп, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, яҡындарыңа терәк булып, һөйөнөп йәшәргә, хеҙмәтеңдән йәм табып эшләргә яҙһын.
Күпме булһа ерҙә
изге теләк –
Беҙ теләйбеҙ
һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек
бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр
бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған
яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып
ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар
алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары
шатлыҡтар!Ҡотлау менән Ишбикә, Рәйсә апайҙарың, Мөнир ағайың, Шәүрә һеңлең, Бәшир ҡустың һәм уларҙың балалары.