Тәүге мөфтөйҙөң яҙмышы13.01.2017
Ғинуар башында күренекле дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Мансур Халиҡовтың тыуыуына 130 йыл тулды. Мәғлүм ки, бөйөк шәхес – Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының тәүге мөфтөйө.
Ул әлеге Ғафури районының Оло Үтәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Шул осорҙағы алдынғы “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрен тамамлап, яҡшы ғилем туплай. 1910 йылда тыуған ауылында мөҙәрис булып эшләй башлай, яңыса белем биреү ысулдарын хуплай, урыҫ теле, математика, география, тарих фәндәрен өйрәтә, башҡорт телен уҡыта. Башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша.
1918 йылда Мансур Халиҡов Табын башҡарма комитетының халыҡ мәғарифы бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Тиҙҙән Башҡорт АССР-ы мәғарифының халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы ғилми йәмғиәтенә алына. Шул осорҙа Өфө губернаһының крәҫтиәндәр съезына, ҡоролтайҙың тәүге йыйындарына делегат итеп һайлана, Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышы эшендә әүҙем ҡатнаша.
1921 йылда Стәрлетамаҡҡа яҡын урынлашҡан Аллағыуат ауылында уҙғарылған дини съезда Мансур Халиҡов Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө итеп һайлана. Шул уҡ йылда аслыҡтан интеккәндәргә ярҙам комитеты рәйесе булып, был эште ойоштороуға күп көс һала.
Мансур Халиҡов 1929 йылда ”халыҡ дошманы” тип иғлан ителеп, өс йылға һөргөнгә ебәрелә. 1932 йылда тағы ла ҡулға алына. Был юлы диндарға ҡабат иреккә сығыу насип булмай: ике йылдан Силәбе өлкәһендәге холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колонияһында ғүмере өҙөлә. Ерләнгән урыны билдәһеҙ.
Тәүге мөфтөйҙөң исеме 1991 йылда тулыһынса аҡланды.