“Урал” донъяны яулай13.01.2017
“Урал” донъяны яулай “Урал” – үҙебеҙҙә онотола яҙған мотоцикл. Баҡһаң, сит илдәрҙә уның абруйы ҙур икән. Свердловск өлкәһенең Ирбит ҡалаһында етештерелгән ошо транспорт сараһының 97 проценты экспортҡа оҙатыла. Нимәһе менән арбай һуң ул сит ил кешеләрен?
Был мотоцикл – Рәсәйҙең АҠШ-та рәсми рәүештә һатылған берҙән-бер транспорты. Уның илебеҙ киң­лектәрен айҡағаны иҫкә төшә: теләһә ниндәй соҡор-саҡырҙы, батҡаҡлы урындарҙы еңел үтә торғайны. Шуғалыр ҙа инде ауыл ерендә ул бик абруйлы булды. Һәр агроном тиерлек колхоз баҫыуына шуға ултырып ҡына елдерә ине.
Американдарға ла ул тап шул яғы менән оҡшай икән: ауыр һәм ышаныслы. Тимәк, хужалыҡ эштәрендә һәм алыҫ юлдарға файҙаланырға була. Ҙур тиҙлектә йөрөргә, уҙышырға яратыусылар, әлбиттә, еңел һәм ике тәгәрмәсле мотоциклдар, мопедтар, скутерҙарҙы өҫтөнөрәк күрә. Ләкин “Урал” башҡа маҡсат өсөн тәғәйенләнгән. Бынан тыш, бер АҠШ журналисы яҙғанса, “өсөнсө тәгәрмәс мотлаҡ башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итә, көнләшеү тойғоһо тыуҙыра, йыш ҡына коляскаға ултыртып йөрөтөп ҡарауҙы үтенәләр”. Күрәһең, был мотоцикл боронғораҡ күренгән экзотикаһы менән дә үҙенә йәлеп итә. Ҡайһы берәүҙәр раҫлауынса, “Урал” ҡайҙалыр ашығыс барып етер өсөн түгел, ә ҙур булмаған тиҙлектә йөрөүҙән ләззәт алыу өсөн ҡулайлы, хатта коляскалағы пассажирың менән һөйләшеп барыу форсаты ла тыуа.
(Һеҙ күргән һүрәттә – “Урал” мотоциклының “Ural Up Sahara.Gear” коляскаһы ҡуйылған варианты.)


Вернуться назад