Журналистика тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Йәмғиәт һулышын тойоп, йәшәйештең төрлө яҡтарын сағылдырған, барыбыҙҙы ла борсоған проблемаларҙы күтәреп, заман менән бергә атлаған ғәмәлме? “Заман башҡа – заң башҡа” тигән әйтемдән сығып, ниндәй ул бөгөнгө журналистика? Донъялағы, илдәге ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәр, кешелек ҡиммәттәренең үҙгәреүе унда нисек сағыла?З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Башҡортостанда киң билдәле журналист Мәүлиҙә Яҡупованың “Ҡауырһын ҡәләмгә әйләнгән ерҙә” (“Там, где перышко стало пером”) тип исемләнгән өр-яңы китабы донъя күрҙе. Яңы быуат журналистикаһы, уның маҡсаттары, үҙенсәлектәре хаҡында ҡәләм оҫтаһы күҙлегенән сығып яҙылған баҫма, һис шикһеҙ, үҙ уҡыусыһын табасаҡ. Автор заман журналистикаһының нығыныу йылдары, киң матбуғат сараларының төрлө проблемалары, үҙе ҡатнашҡан уникаль журналистик акциялар хаҡында мауыҡтырғыс итеп яҙа. Мәҫәлән, үҙгәртеп ҡороу йылдарында нығынған социаль журналистика ни өсөн бөгөн һүнгәндән-һүнә бара? Ниңә гәзит-журнал биттәрендәге яҙмалар уҡыусыларҙы илһамландырмай? Пиар менән журналистика араһындағы айырма ниҙә? Нилектән матбуғат баҫмаларына яҙылыусыларҙың һаны йылдан-йыл кәмей? Тәжрибәле журналист ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарға яуап эҙләй, заман үҙенсәлектәрен анализлай.
Мәүлиҙә Яҡупованың киң мәғлүмәт сараларында эшләү тәжрибәһе тос: ул үҙ хәбәрсе, редакцияла бүлек мөдире, ҡала гәзите мөхәррире, шулай уҡ Башҡортостандың төрлө ведомстволарының, шул иҫәптән төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе вазифаларында оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә үҙен оҫта ойоштороусы итеп кенә түгел, үткер ҡәләмле, тәрән фекерле, оҫта журналист итеп тә танытты.
Был коллегабыҙҙың тәүге китабы түгел. Журналистар даирәһендә һәм уҡыусыларға ул “Һүҙ ҡалыр” (“Слово останется”), “Беҙ төрлө һәм беҙ бергә” (“Мы разные и мы вместе”), “Корпоратив баҫма” (“Корпоративное издание”), “Журналист блокноты” (“Блокнот журналиста”), “Салауаттың һынмаҫ рухы” (“Несломленный дух Салавата”), “Уралдан Балтикаға тиклем” (“От Балтики до Урала”) һәм башҡа баҫмалары аша автор, авторҙаш булараҡ таныш.
Яңы йыйынтыҡҡа Мәүлиҙә Яҡупованың һөнәри йәһәттән иң тос материалдары тупланған. Унда Башҡортостан матбуғат саралары вәкилдәренең Мәскәүҙәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуын, төрлө илдән килгән хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлашыуын, брифингтар, матбуғат конференциялары, журналист акциялары ойоштороуын һүрәтләү менән бер рәттән, автор бихисап билдәле замандаштарын – тәжрибәле журналистарҙы йылы һүҙ менән телгә ала.
Үҙенсәлекле баҫмала тупланған материалдар – төрлө ваҡытта республика гәзите һәм журналдары биттәрендә донъя күргән, ваҡыт һулышын сағылдырған, заман йөҙөн билдәләгән яҙмалар. Улар, нисәмә йыл уҙыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан журналистикаһы үткән осорҙа һәм бөгөн нисек йәшәүен асыҡ сағылдыра, ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған кеше күҙлегенән сығып бәйән ителә.
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәүлиҙә Яҡупованың был баҫмаһы, һис шикһеҙ, һөнәри йәһәттән күптәр өсөн өлгө. Ул күп йыллыҡ тынғыһыҙ эшмәкәрлеге менән хеҙмәттәштәренә һәм ҡәләм тибрәтә башлаған йәштәргә журналист оҫталығы дәрестәре бирә, ҡиммәтле тәжрибә менән уртаҡлаша.