Атай тәрбиәһе11.01.2017
“Башҡортостан” гәзитенең күптәнге дуҫы, абруйлы хәбәрсе, Ҡолсора ауылы (Баймаҡ районы) ветераны Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшинға – 75 йәш. Аҡһаҡал үҙенең оло юбилейына лайыҡлы бүләк әҙерләгән – сираттағы китабын баҫмаға тапшырған. Ә бит Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың тарихы һәм күренекле шәхестәре тураһындағы “Данлы, ырыҫлы төйәгем” тигән тәүге китабы сығыуға күп ваҡыт та үтмәгән. Тимәк, ул дәртләнеп, илһамланып ижад итә, ҡәләме һәр саҡ ҡулында.
Ә матбуғат ене Салауатҡа бик иртә ҡағыла – мәктәп йылдарынан уҡ, йәғни теүәл 60 йыл элек ул район гәзитенә яҙыша башлай. Яуаплы йәмәғәт бурысына әле лә тоғро. Ул үҙен ысын мәғәнәһендә матбуғат дуҫы, оҫта хәбәрсе итеп танытты. Республика эшсе һәм ауыл хәбәрселәре съездарына делегат итеп һайлана, тиҫтәләрсә йыл инде район гәзитенең һәм “Башҡортостан”дың әүҙем хәбәрсеһе. Ул райондың Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһына лайыҡ булды.
Салауат Хәбибрахман улы хәбәрсе булараҡ ҡына түгел, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы менән дә ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанды. Байтаҡ йылдар ул урындағы “Атайсал” ҡоро рәйесе булды, ҙур ойоштороу эштәре алып барҙы. Мәҫәлән, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың ғына түгел, тотош райондың данлыҡлы кешеләре – Социалистик Хеҙмәт Геройы Гәүһәр Фәйзуллинаның, оҫта етәкселәре Хәбибнәжәр Халиҡов, Рафаэль Сәйетов, Ленин ордены кавалерҙары Ғәйфулла Рәхимов, Заһретдин Вәлиев һәм башҡаларҙың хәтер һәм ҡәҙер кисәләре булып үтте. Уларҙың уңышлы ойошторолоуында С. Мөхәмәтшиндың өлөшө ифрат ҙур булды. “Атайсал”дар бындай сараларҙы артабан да даими үткәреп торорға ниәтләй.
Юғары кешелек сифаттарына, ҙур рухи көскә эйә булмай тороп, оҫта хәбәрсе, абруйлы йәмәғәтсе кимәленә етеү бик тә икеле. Бына Салауатты ла ауылдаштары иң элек ярҙамсыл, кеселекле кеше, хәстәрлекле атай булғаны өсөн хөрмәт итә. Уның ҡатыны, үкенескә ҡаршы, бик иртә вафат була. Ул дүрт улы менән тороп ҡала, уларҙың иң өлкәне Азамат ҡына буй еткергән, ә ҡалғандары мәктәп йәшендә ине. Ҙур ихтыяр көсө, түҙемлек һәм сабырлыҡ күрһәтеп, атай кеше дүрт улын да тейешенсә тәрбиәләне, уларҙың бөтәһенә лә юғары белем алырға ярҙам итте.
Әйткәндәй, Азамат, атаһының хәбәрселек эшмәкәрлеген дауам итеп, профессиональ журналист булып китте. Ул – “Һаҡмар” гәзитенең тәжрибәле һәм абруйлы хеҙмәткәре – бүлек мөдире, район журналистар ойошмаһына етәкселек итә.
Хәбәрсеһеҙ ниндәй ҙә булһа гәзитте күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Улар тормош уртаһында ҡайнай, геройҙары менән бергә йәшәй, шуға күрә лә төплө, һәр йәһәттән дә аныҡ хәбәрҙәр яҙа һәм шуның менән беҙгә, журналистарға, ҙур ярҙам күрһәтә. Әлбиттә, һуңғы ваҡытта тормош ауырлыҡтары уларҙың күптәренең әүҙемлеген кәметте. Әммә үҙҙәрен матбуғат дуҫы итеп һанағандары йәмәғәт бурыстарына тоғро булып ҡала, хәбәрҙәрендә тормошобоҙҙа осрап торған ҡатмарлыҡтарҙы хәл итеү юлдарын эҙләй, бер ниндәй сәйәсәткә бирелмәйенсә тырыш хеҙмәтен дауам итеүсе эшсәндәрҙе данлай.
Тынғыһыҙ хәбәрсе эшмәкәрлегенә нимә хас һуң? Ул иң элек ошо бурысына яуаплы ҡарауы менән айырыла, һәр хәбәрҙе – ҙур булһынмы ул, бәләкәйме – ентекле яҙа: хаталарға, аңлашылмаусанлыҡҡа юл ҡуймай, сөнки матбуғаттың ни тиклем ҙур көскә эйә булыуын, уға халыҡтың ышанып ҡарауын аңлай. Хәбәрсене төрлө хеҙмәт кешеләренең тормошо ҡыҙыҡһындыра, экология, социаль мәсьәләләргә лә битараф түгел ул. Хәбәрселәрҙең байтағы ыңғай күренештәрҙе генә яҙыусан. Ә бына Салауат Мөхәмәтшин етешһеҙлектәрҙе лә урап үтмәй, тәнҡит мәҡәләләре лә яҙа, кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн көрәшә.
С. Мөхәмәтшинға төплө мәҡәләләр яҙырға нимә ярҙам итә һуң? Минеңсә, бала саҡтан әҙәбиәткә ҡарата тәрбиәләнгән һөйөү, йәмәғәт эшенә тулыһынса бирелгәнлек, бай тормош тәжрибәһе һәм төплө белем алыуы. Махсус курс тамамлап, бухгалтер, иҡтисад белгесе булып эшләүе, ситтән тороп университеттың филология факультетында уҡыуы, оҙаҡ йылдар йәмәғәт башланғысында колхоздың комсомол ойошмаһына етәкселек итеүе, һуңғы егерме йылда дәүләт страховка ойошмаһында эшләп, халыҡ менән көн дә аралашып тороуы – былар барыһы ла яҙыласаҡ хәл-ваҡиғаны төплө аңларға, хәбәрселек эшмәкәрлеген уңышлы алып барырға булышлыҡ итә.
Хәбәрсе ике тапҡыр абруйлы “Башҡортостан” республика гәзитенең лауреаты булды, “Һөйөү һалдың кескәй йөрәгемә...” ижади конкурсында өсөнсө урынды яуланы, мөхәррирҙең Рәхмәт хатын һәм бүләк алды. Бындай оло хөрмәт ветеранға илһам өҫтәй. Ул республика, район матбуғаты менән әүҙем хеҙмәттәшлеген дауам итә, һаман да маһир һүҙ оҫтаһы булып ҡала, ә тиҫтәләрсә йылға һуҙылған уңышлы хәбәрселек эшмәкәрлеге яңынан-яңы китап сығарыуға нигеҙ булып тора.
Китап тигәндән, шуны ла әйтәйек: “Баймакский край” исемле энциклопедик баҫмала ул “Райондың билдәле кешеләре” исемлегенә индерелгән. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе булараҡ, Баймаҡ энциклопедияһында ла бәйән ителә уның тураһында.
Салауат Мөхәмәтшиндың күркәм юбилейына арналған яҙмамда уның өлкән улы Азаматтың фекерен дә килтермәксемен: “Атайымдың тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәй дүрт улын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырыуын мин ҡаһарманлыҡ өлгөһө тип һанайым һәм бының өсөн барлыҡ ҡустыларым, балаларым исеменән оло рәхмәтемде еткерәм.
Ул барыбыҙҙы ла уҡытты, бының өсөн мөмкинлек тапты, барлыҡ ауырлыҡты бер үҙе күтәрҙе. Беҙ кешенән кәм-хур булманыҡ, киреһенсә, күпкә яҡшыраҡ йәшәнек. Әлбиттә, уға ярҙам иттек: өйҙә лә, ихатала ла эшләнек, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ эшен айырманыҡ. Атайым беҙҙе ғәҙел булырға, алдашмаҫҡа, кешене рәнйетмәҫкә өйрәтте, әммә шул уҡ ваҡытта өлөш ашатмаҫҡа ла өндәне.
Атайыбыҙ – күптәргә өлгө булырлыҡ ҡайны һәм олатай. Ейән-ейәнсәрҙәрен бик ярата, тик “5” билдәләренә өлгәшкәндәренә хатта үҙенең стипендияһын да булдырҙы.
Атайыбыҙ матди байлыҡ түгел, ә рухи байлыҡты өҫтөн күрә. “Кеше рухи яҡтан ныҡ, үҙ иленең, еренең, халҡының ысын патриоты булырға тейеш. Башҡарған эшең килер быуындарға ла ҡалһын, һинең турала башҡалар тик яҡшы фекерҙә булһын”, – тип өйрәтә.
Һис шикһеҙ, атайыбыҙ – оло йөрәкле, киң күңелле, барлыҡ тормошон халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған шәхес. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ!”
Эйе, С. Мөхәмәтшин дүрт улын да аяҡҡа баҫтырғас, уларҙы башлы-күҙле итеп, өй һалышып, донъяларын рәтләгәс, йәмәғәт эшенә, яҙыу-һыҙыу ғәмәленә мөкиббән бирелә, шәхси тормошон хәстәрләргә лә форсат таба. Биш йыл самаһы элек бер үк яҙмыш, бер үк яңғыҙлыҡ һағышы Салауат Хәбибрахман улын Мәрйәм Ибраһим ҡыҙы менән яҡынайта. Улар йәш саҡтан таныш була, әммә яҙмыш елдәре икеһен ике яҡҡа ташлай. Ә бына өлкәнәйгәс, тағы ла осрашалар һәм тормоштарын бергә бәйләп, татыу, фекерҙәш булып, бер-береһен ихтирам итеп, бик матур йәшәп китәләр. Был хәл тәбиғи ҡабул ителә, сөнки уларҙа уртаҡлыҡ күп: икеһе лә етемлектә үҫкән, ғаилә ҡорғас, иртә тол ҡалғандар, дүртәр бала үҫтереп, уларҙы аяҡҡа баҫтырғандар, ситтән тороп бер үк башҡорт филологияһы буйынса юғары белем алғандар, тырышып эшләп, ҙур абруй ҡаҙанғандар. Икеһенең дә күңелдәре әҙәбиәткә, рухиәткә тартыла, йөрәктәрендә – илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғолары.
Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк: Салауатҡа барлыҡ китаптарын да, әлбиттә, әлеге баҫманы сығарыуҙа ла Мәрйәм Ибраһим ҡыҙы ярҙамлаша. Матди яҡтан да, филолог булараҡ та, үҙенең шиғри һүҙҙәре менән дә. Китап сығарыу кеүек ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта изге лә уртаҡ эш Мөхәмәтшиндарҙы тағы ла яҡынайта, тормоштарын йөкмәткелерәк, матурыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итә, киләсәккә яҡты өмөттәр уята.