“Үлгәндән һуң” егерме йыл йәшәне...11.01.2017
Барыбыҙ ҙа бөйөк классик Гоголдең әҫәрҙәрен яратып уҡый, айырыуса мистик сюжетҡа ҡоролғандарын. Әҙип үҙен тереләй килеш ер ҡуйынына һалыуҙарынан ҡурҡҡан, тиҙәр. Һәм асылда шулай килеп сыҡҡан да, ниндәйҙер тауыштар килгәс, табутты асып ҡарағандар. Тырнаҡтарының айырылып бөтөүенә, кәүҙәһенең икенсе торошта булыуына ҡарап, яҙыусының ерләнгән мәлдә әле тере булыуын аңлағандар…
Ғалимдарҙың билдәләүенә ҡарағанда, әҙәм балаһының яртыһы тиерлек тере көйө ерләнә, имеш… Муйындағы, табандағы һәм башҡа урындағы ҡан тамырын һәрмәп ҡарау ҙа, үлгән кешенең ауыҙ, танау тирәһенә көҙгө ҡуйыу ҙа уның тереме-үлеме икәнлеген билдәләй алмай. Был йәһәттән насрани (христиан) дине буйынса мәйетте өс көн ерләмәй тотоп дөрөҫ эшләйҙәр. Исламда иһә йәһәтерәк гүргә илтеп ҡуйыуҙы хуп күрәләр.
Бик бәләкәй сағымда, әле тыуған ауылым Юлдашта олатай-өләсә­йем­дәр менән йәшәгән дәүерҙә, кистәрен ауыл халҡы беҙгә йыйылыр ине. Өйҙә китап, гәзит-журнал күп, патефон да, моғайын, беҙҙә генә бул­ған­дыр, пластинкаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Шулай, өлкәндәр донъя ­ хәлдәрен һөйләшә, бәғзеләр өлкән өләсәйем Факиһаның (олатайымдың әсәһе) тылсымлы әкиәттәрен тыңлай, ә беҙ, балалар, ауыҙ асып, оло­лар­ҙың һөйләшкәненә ҡолаҡ һалабыҙ. Бик күп ғибрәтле хәлдәр араһында олатайым бәйән иткән бер ваҡиға миңә йылдар буйы тынғы бирмәй.
Ул саҡта олатайым малай ғына була әле. Ауылда ҡапыл ғына, ауырымай-нитмәй, ун ете йәшлек һылыу ҡыҙ үлеп ҡала. Шул көндә үк бахырҡайҙы зыяратҡа алып барып күмеп тә ҡуялар. Әүәле ҡатын-ҡыҙ зыяратҡа яҡын да бармаған. Был юлы ла ҡыҙҙы ир туғандары һәм башҡа ир-ат ҡына оҙата. Әгәр шунда әсәһе лә булһа, тиеүем инде. Ҡапыл бөтәһен дә һиҫкәндереп, ҡысҡырған, илаған тауыш ишетелә. Шул тирәлә ураланған малай-шалай: “Апай тере, тере!” – тип ҡысҡырыша башлай. Ҡыҙ­ҙың атаһы, кире боролоп, ҡәбер­леккә йүгерә. Уны мулла тотоп ҡала.
– Йәмәғәт! Таралышығыҙ! Мәйет­тең йәненә фәрештә менән шайтан талаша, ул тере түгел! – тип ҡысҡыра ҡәтғи тауыш менән. Һәм береһенә лә ҡырҡ көн дауамында зыяратҡа яҡын барырға ҡушмай.
Был хәлдең егерменсе быуат баштарында булғанлығын иҫкә алғанда, ауыл халҡының мулла әйткән һәр һүҙгә ышаныуы ғәжәп түгел. Шулай ҙа ике-өс малай ҡараңғы төшөү менән ҡәберлек эргәһенә килә.
– Һаман да ниндәйҙер тауыш килә ине әле, – тип хәтерләй ине олатайым. – Күп тә ҡаҙып өлгөрмәнек, мулла үҙе менән бер ҡартты эйәртеп килде, беҙҙе тотоп алып, мәсеткә ябып ҡуйҙылар. Ә иртәгәһенә ун бишәр таяҡ һуҡтырҙылар арҡаға…
Яралары уңалғас, “тыңлауһыҙ” улын Факиһа өләсәйем Салауат ауылына, бер туған ағаһы Исмәғил ишанға тәрбиәгә оҙата. Атайҙары йәшләй генә донъя ҡуйғас, Ҡор­манғәле олатайым менән Һарун апам яңғыҙ әсә ҡулында ирек һөйөүсән, үткер булып үҫә. Олатайымдың “һуғышсан” рухын ишан олатай тәрбиәһе лә һүндерә алмай, заманына күрә һәйбәт кенә белем алһа ла, фарсы һәм ғәрәпсә иркен уҡый-яҙа белһә лә, әле юғарыла һөйләгән хәл-ваҡиға олатайым менән мәсет араһында ғүмерлек кәртә булып ҡала. Ахырҙа, абыстайының һүҙен йыға алмайынса, Исмәғил ишан һеңлеһенең улына ике-өс йәш өҫтәп яҙып, уны хәрби хеҙмәткә оҙата.
Ә хәҙер сағыштырмаса беҙҙең көндәрҙә булған хәл тураһында һөйләгем килә. Мин мәктәптә уҡыған йылдарҙа, унан да һуңыраҡ Асҡарҙа бер татар инәй йәшәне. Элекке һылыулығын әле лә ташламаған зифа кәүҙәле ҡатын ине ул. Исеме, әйҙә, Мөкәрәмә булһын. Уның яңғыҙ ғына улы бар ине, Валерий беҙҙең тиңдәш, параллель класта уҡыны.
Йәшерәк сағында Мөкәрәмә бик ҡаты сирләп китә. Дауаханаға һала­лар, унда инәй бер аҙнанан йән би­рә. Ул-был иткәнсе, үлекте мәйет­ха­на­ға индереп һалалар. Һалҡын би­нала, һыуыҡ өҫтәлдә ятыу аңына килтергәндерме Мөкәрәмә инәйҙе, әммә ул “терелә”. Мин белгәндә, ул “үлгәндән һуң” егерме йыл самаһы йәшәй ине. Яңылышмаһам, етмеште уҙып донъя ҡуйҙы.
Ҡайһы берәүҙәрҙең тере килеш ерләнеүҙән ҡурҡыуы, моғайын, урынлылыр.


Вернуться назад