Тарих ауазы11.01.2017
Хөрмәтле дуҫтар!
Быйыл һеҙҙең яратҡан баҫмағыҙ, айырылмаҫ дуҫығыҙ – “Башҡортостан” гәзите 100 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләй. Бер быуатлыҡ тарихында ниҙәр генә күрмәне һәм нимәләр генә кисермәне ул. Төрлө дәүерҙең ажар дауылдарына бирешмәй, заман уттарында көймәй бөгөн дә халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итә баҫмабыҙ. Тарих биттәренә теркәлеп ҡалған ҡайһы бер юлдарҙы бөгөн һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Тарих ауазы
1927 йылдың 7 майында башҡорт яҙмаһы ғәрәп графикаһынан латин графикаһына (Яңы әлиф) күсерелде.

Яңы әлиф бик еңел
Тарих ауазы
Арғаяш кантоны Ҡоншаҡ волосы Бәрис ауылы комсомол ячейкаһы, яңы әлиф түңәрәге ойоштороп, уҡытыусыны юлбашсы итеп билдәләгәйне. Хәҙерге көндә уҡытыусы Мәжитов иптәштең тырышлығы арҡаһында түңәрәккә 15-ләп ағза яҙылып уҡып йөрөйҙәр.
Биш-алты йыл ғәрәп хәрефен уҡырға, яҙырға өйрәнә алмағайныҡ, ун көн эсендә уҡырға, яҙырға өйрәндек тип ҡыуанып бөтә алмайҙар, тырышып уҡытыуы өсөн Мәжитов иптәшкә рәхмәт әйтәләр.
Ҡ. ЗАҺИҘУЛЛИН.
(“Башҡортостан”, 1928, № 48).


Яңы әлиф һәм балалар
Тарих ауазы
Беҙҙең Мырҙа ауылы мәктәбендә (Өфө кантоны, Ҡырмыҫҡалы волосы) беренсе баҫҡыс булыу сәбәпле, беренсе һәм икенсе синыф балалары уҡый.
Яңы әлиф уларға һис берәү тарафынан өйрәтелмәгән. Шулай булһа ла уҡыусы балалар уҡытыусы барыуға синыф таҡтаһына яңы әлиф менән төрлө һүҙҙәр яҙып ҡуйған була.
Уҡытыусы быға илтифат итмәгән булып йөрөһә лә, кем яҙғанын белер өсөн дәфтәр һәм ҡағыҙҙарын ҡараған саҡта, бөтә балаларҙың ҡағыҙҙарында яңы әлиф менән һүҙҙәр осорай.
Һуңынан тикшереп ҡарағанда 2-се группаларҙы, бөтә балалар тип әйтерлек үҙҙәренән үҙҙәре өйрәнеп теләгән нәмәләрен яҙырлыҡ булғандары беленде.
Балалар яңы башҡорт әлифбаһы дөрөҫ яҙарға өйрәнеү өсөн бик яҡшы икән тейҙәр.
Зөфәр ӘХМӘТОВ.
(“Башҡортостан”, 1928, № 43).


Исламбаҫтыла яңы әлиф
Тарих ауазы
Ауыл йәштәрен клубҡа ылыҡтырыуға яңы әлиф бик ҙур ярҙамсы.
Үткән йыл беҙҙең ауыл клубы кис менән буш утыра, йәштәр унда йыйылмай торғайны.
Быйыл клуб эргәһендә латин түңәрәге төҙөлгәс, йәштәр быға бик ҡыҙыҡһыналар. Уны өйрәнергә кис менән клубҡа йыйылып төнгө сәғәт 12-гә тиклем латинса өйрәнәләр. Был түңәрәктә хәҙер 30-лап ағза бар.
Гәзит биттәрендәге мәҡәләләр латин хәрефтәре менән яҙыла башлағас, йәштәр уны күңелләнеп уҡыйҙар.
Клуб эргәһендә башҡа түңәрәктәр ҙә бар.
Шулай итеп, быйыл кис менән клуб балҡып тора, йәштәр унда аң-белем алалар.
Ә. ВАФИН.
(“Башҡортостан”, 1928, №31).


Яңы әлиф курсы уңышлы үтте
Тарих ауазы
Башҡортостан йөмһүриәтендәге мәхкәмәләрҙә (судтарҙа) эшләүселәргә башҡорт теле өйрәнеү тейешлеге тураһында хөкүмәт ҡарар сығарғандан һуң, урыҫтар ҙа башҡорт телен өйрәнергә тотондо. Һәр мәхкәмәлә (судта) түңәрәктәр төҙөлдө, айырым уҡытыусылар саҡырылып тәртипле рәүештә уҡыуҙар башланды. Бына шул төрлө мәхкәмәләрҙәге урыҫтарҙы уҡытыусы иптәштәр 20 апрелдә Наркомпрос эргәһендә бер түңәрәк төҙөгәйнеләр, шул түңәрәк хәҙергәсә дауам итте, элек аҙнаға бер тапҡыр йыйылышып төрлө мауыҡлы лекциялар, докладтар тыңлап, унан һуң башҡорт теленән мөтәхәссистәр (белгестәр) саҡырып 12 июндән 26 июнгә тиклем 2 аҙналыҡ (30 сәғәтлек) бер курс үтте. Курста башҡорт теленең орфографияһы, сарыф-нәхеү (морфология-синтаксис) ҡағиҙәләре һәм тел өйрәтеү методикаһы менән таныштырылды. Башҡорт теле ҡағиҙәләрен урыҫ грамматикаһына сағыштырылып барылды.
Курста һис ҡалмай йөрөгән, һәр ваҡыт активность күрһәтеп килгән иптәштәр 28 кеше булып, курстан ҡәнәғәтләнеп таралдылар һәм ошондай курстарҙың киләсәктә лә булыуын, Наркомпрос тарафынан алдан әҙерлек, киңерәк программа менән яһалыуын һоранылар.
Тел комиссияһы арҡыры һыналып (экспертиза яһалып), ярарлыҡ булғандарына танытма бирелде.
Хәби ӘХТӘМОВ.
(“Башҡортостан”, № 143, 29 июнь).



Вернуться назад