“Фанфурик”тар етәме ни кеше башына?11.01.2017
Бер районда ауыл хакимиәте башлығы эскелеккә ҡаршы нисек көрәшергә белмәй аптырай икән. Урындағы берҙән-бер магазин хужаһын саҡыртып ала ла: “Һин кәштәләреңә кем өсөн “фанфурик”тар (составында спирт булған арзан шыйыҡса – авт.) ҡуяһың?” – тип һораған. Эшҡыуар күҙ ҙә йоммай: “Әбейҙәр һыҙлаған быуындарын ыуырға ала”, – тигән яуап ҡайтара. Башлыҡ башын сайҡап тора ла: “Бахыр әбейҙәр шул тиклем һыҙланалыр инде, хатта быуындарын тиҙ генә магазин артына сығып ыуа һалалар, күрәһең, ана, нисәмә буш һауыт тәгәрәп ята…” – ти икән.
Үкенескә ҡаршы, бындай хәл бер ауылда ғына күҙәтелмәй, бөтә илде ялмап алған күренеш. Бәғзе чиновниктың көрәшергә закон тарафынан “ҡулы бәйле”, икенсеһенең теләге юҡ, эшҡыуарлыҡты ла үҫтерергә кәрәк, тигәндәй… Ана, Иркутск өлкәһендә ванна өсөн тәғәйенләнгән метил спиртлы “Энәлек” (“Боярышник”) лосьоны эсеп һәләк булған ҡорбандар бөгөн ете тиҫтәнән ашып китте. Хәҙер урындағы чиновниктар арттарына ут ҡапҡандай йүгерә лә бит, тик эш уҙған инде. Хәйер, ауыл хакимиәте башлығы ла, губернатор ҙа кешенең ауыҙына көсләп “фанфурик” ҡоймай, “ҡаҙаҡ араҡыһы” эсермәй һәм “чечен спирты” тәҡдим итмәй. Уның ҡарауы, улар ауыл ерендә эскеселәр маҡсатһыҙ тормошон ниндәйҙер изге эшкә бағышлаһын өсөн төрлө мәҙәни-ижтимағи саралар ойоштора ала. Хәйер, совет осоронда лаяҡыл иҫерек йөрөгән (сәсеү-урыу тамамланғас, эшсәндәрҙе йыйып, араҡы эсергәндәр) механизаторҙар аҙ булдымы? Хәҙер ундай шәхестәр менән көн күргән әсе яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында әҙәби әҫәрҙәр яҙыу хатта модаға инеп китте.
…Әлбиттә, әлеге үкенесле хәлдән һуң “боярышниктар”ҙы магазин кәштәләренән генә түгел, складтарҙан да тартып алып бөткәндәр, тик сауҙа ҡануны нимә ти: ихтыяж булһа – тәҡдим итеүсеһе табылыр, бер аҙ ваҡыт үтеү менән метил спиртлы эсемлек урынына башҡа ағыу кибеттәрҙе тултырмаҫ, тип кем әйтә ала? Иманым камил, ул һауыттарҙа ла “во внутрь не принимать” тигән яҙыу булыр, тик йәнә шул хәрефтәрҙе таныусы ғына табылмаҫ, сөнки күҙҙәр һуҡыр, күҙҙәр бәйле, йәмәғәт.



Вернуться назад