Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа бөгөн 50 йәш10.01.2017
Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа бөгөн 50 йәшБашҡортостандың һоҡ­лан­ғыс, гүзәл тәбиғәтле Белорет районының Йөйәк ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Өфө ҡала­һында йәшәгән ҡәҙерле ирем, атайыбыҙ, олата­йы­быҙ, кейәүебеҙ Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа бөгөн – 50 йәш.
Бай тәжрибәле тормошоң күптәргә өлгө булырлыҡ. Бөтә хеҙмәт юлың – йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү. Эшеңә тоғролоҡ, юғары ойоштороу һәләте, намыҫ кеүек сифаттар хас һиңә. Ғаиләңдә өлгөлө, үрнәк булырҙай атай, олатай, кейәү, уңған, хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәшеһең.
Хоҙай Тәғәлә үҙеңә нурлы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын насип итһен. Балаларыңдың изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылып, коллегаларың, яратҡан студенттарың араһында абруйлы, ихтирамлы булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, матур ғүмер кисерергә яҙһын.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Разия, улдарың Риф, Сәғит, Арыҫлан, ҡыҙың Әҙилә, киленең Ирина, ейәнсәрең Камила, туғандарың.


Вернуться назад