Көллөбөҙ ҙә көләбеҙ...10.01.2017
Ике майор, ун биш башҡорт
Бер бабай менән әбей йоҡларға ятҡас, өй тәҙрәһенә сиртеп:
– Ун биш баш ҡорот һәм ике йомғаҡ май Себер китте, – тигәндәр, ти.
Әбей ята биргәс:
– Йә инде, Хоҙай, ике майоры урыҫтыр әле, уларына бер ни булмаҫ, анау ун биш башҡорто ни эшләр инде, меҫкендәр, – тип йәлләгән икән.
Иртән тороп аласыҡҡа сыҡһалар, ун биш баш ҡорот, ике йомғаҡ май урынында юҡ, ти.
Ф. ИШБАЕВА.
Бөрйән районы.



Ник баҡыра?
Һуғыш осоронда, унан һуң да бүре, ҡуян бик күбәйеп киткән. Хатта ауылға тиклем килгәндәр. Бер малай, ҡуян тоторға уйлап, баҡса артына тоҙаҡ ҡороп ҡуя.
Иртәгәһенә иртүк сығып ҡараһа, ни күҙе менән күрһен – нимәлер һелкенеп ултыра! Ул тиҙ генә ағаһын уятып алып сыға. Йүгерәләр баҡса буйына. Килһәләр, аяғынан кәзәләре эләккән, ти.
Ағаһы ҡустыһынан шаяртып һорай икән:
– Ҡуяның ник ҡара, ник ҡара?
– Ҡара урманда үҫкәнгә, – тигән быны аңлаған ҡустыһы.
– Ә ник мөгөҙлө, ник мөгөҙлө?
– Ата ҡуян булғанға.
– Ә ник баҡыра, ник баҡыра?
– Иптәштәрен саҡыра, – ти икән телгә бөткән ҡустыһы.

Б. БИКБОВА.
Күгәрсен районы, Волостновка ауылы.



Уфанан, Өфөнән...
Фәнис ҡалаға юғары уҡыу йортона инер өсөн һынау тоторға китеп барғанда Сабирйән олатаһы осрай:
– Ҡайҙа бараң, улым? – тип һорай ул өй аша ғына йәшәгән ейәненән.
– Уфаға, – ти ғорур рәүештә абитуриент.
Ике аҙна үткәс, Фәнис ауыр сумкаһын күтәреп ҡайтып төшә. Әмәлгә ярағандай, уға тағы Сабирйән ҡарт осрай.
– Ҡайҙан ҡайтып киләң, улым? – тип хәл белешә олатаһы.
– Өфөнә-ән, – тип ауыр һулап яуап бирә Фәнис, институтҡа инә алмауына эсе бошоп.
– Ҡайтҡас һәйбәт булған, – тип йыуата уны ҡарт.
Ошонан һуң юлда йөрөп ҡайтҡан кешенең юлы уңыу-уңмауын белер өсөн: “Уфананмы, Өфөнәнме?” – тип һорашалар.

Б. МӨЛӨКОВ.
Әбйәлил районы.



Был кәбән һәйбәт булды
Бесәнлектә булған был хәл. Ике кеше кәбән һала икән. Кәбәндең ярты биленә еткәс, атаһы улына эре генә:
– Һинең кеүек малай-шалайҙы күп күрҙем инде. Кәбәнде һинән ослатып булмаҫ, шуға күрә үҙем өҫкә менәйем әле, – тип туңҡанлай-туңҡанлай менеп китә был.
Бабай тиһәң дә, кәбән башында унда-бында сабып йөрөй икән теге. Бер туҡтауһыҙ малайына:
– Күбә дауай, күбә! – ти ҙә ҡысҡыра икән.
Асыуланған малайы бер-бер артлы күбә һелтәй торғас, ҡара тиргә батҡан. Шулай итеп, кәбәндең осона ла еткән, ти, былар. Хәҙер инде бабайҙың ауыҙы ҡолағына еткән, танауы күккә сөйөлгән. Ҡысҡыра икән баштан:
– Арҡан дауай тиҙерәк!
Улы шунда уҡ арҡан ташлаған. Бабай әкрен генә, һәр баҫҡан урынын һыйпаштырып, ямап-ҡоршап, маҡтанып һөйләнә-һөйләнә төшөп килә, ти.
– Был кәбә-ә-ән һә-әй-бәт-ә-әт бул-ды...
Саҡ көсө етеп арҡандың бер осон тотоп торған малайы “булды” һүҙен ишетеп ҡала. Ысынлап ҡарт төшөп еткән тип, арҡанды ебәрә лә ҡуя. Бабайҙың “а-а-а” тигән өнө генә ишетелә.
Хәҙер кәбән ослағанда “булды” һүҙе ошоға ишара булып йәшәй бирә.


Вернуться назад