Көллөбөҙ ҙә көләбеҙ...10.01.2017
Көллөбөҙ ҙә көләбеҙ...
Йолҡонған ҡаҙҙар
Был хәл 60-сы йылдар аҙағында Сытырман ауылында булған. Халыҡтың тамағы ашҡа туйып, ларҙары ашлыҡҡа тулып, ҡуралары малға, ҡош-ҡортҡа һыйышмаған ваҡыт. Күрше ауылдарҙан да кеше саҡырып ҡунаҡ булғандар.
Кәримә инәй ҙә мул ғына бал ҡойоп, ҡунаҡтарын ашатып-эсереп оҙата. Һауыт-һабаһын йыуып, төпрәһен (бүрттерелгән бойҙай) түгергә йәлләп, ҡаҙҙарына сығарып һала. Бер аҙҙан ҡараһа, ни күҙе менән күрһен: ҡаҙҙары ҡырылышып үлеп ята. “Әй, ҡаҙҙарымды харап иткәнмен икән, исмаһам, йөндәрен йолҡоп ҡалайым, бер мендәрлек булһа ла ярар”, – тип килендәшен саҡыра. Икәүһенә егермеләгән ҡошто йолҡоп та бөтәләр. Ә ҡаҙҙарын ауыл осондағы соҡорға ауҙаралар. Үҙҙәре зарланышып, сәй эсергә, донъя хәлдәрен һөйләшергә тотона.
Кисен әбей урамына сыҡһа, йығыла яҙа: тәндәре ҡып-ҡыҙыл булған яланғас ҡаҙҙары ҡайтып килә! “Йолҡонған ҡаҙ кеүек ҡыҙарып-бүртенгәнһең” тигән лаҡап шунан сыҡҡан да инде.
Эҫе мунса, һыуыҡ таш,Мәғәфүрә, ишек ас!
1 апрель көнө. Ауылдың шуҡ малайҙары, бер әбей менән бабайҙы шаяртмаҡсы булып, ауылдың икенсе осонда йәшәгән әхирәттәренең мунсаға саҡырыуын килеп әйтә. Бабай: “Ҡарсыҡ, мин яйлап бара торайым, һин ҡоймағыңды ҡойоп бөткәс барырһың”, – тигән дә тасына миндеген һалып мунсаға киткән.
Барып инһә, мунса һыуынған була. Шулай ҙа һыр бирмәй, тиҙ генә ҡойоноп сыға. Ҡайтып еткәнсе тамам өшөй. Әбейенә: “Эҫе мунса, һыуыҡ таш, Мәғәфүрә, ишек ас!” – тип һамаҡлай. Берәйһе алданһа, хәҙер ошо һүҙҙәрҙе шаяртып ҡабатлайҙар.


Вернуться назад