Көллөбөҙ ҙә көләбеҙ...10.01.2017
Ҡарауылсы тәк ҡарауылсы!
Төндә йәшенле ямғыр яуып үтә. Иртәгәһенә ауыл ирҙәре бригада гаражында һөйләшеп ултыра:
– Бөгөн ямғыр ғәләмәт шәп яуҙы!..
– Ямғыры ярай ҙа ул, йәшене яман бит!..
Шул ваҡыт төнгө ҡарауылсы һүҙгә ҡушыла:
– Эйе, эйе! Кәк ялтырай башлай, башымды юрған аҫтынан сығарып ҡарайым да сыразы кире бисә ҡуйынына сумам...
Зәйнуллин был!
Баймаҡтан хакимиәт башлығы Ленин исемендәге колхозға телефондан шылтырата икән:
– Алло, алло, кем әле, “Ленин”мы?..
Колхоз рәйесе трубканан:
– Ниндәй Ленин булһын, Зәйнуллин был, Зәйнуллин!
Атһаң да була
Күрше ауылда ике түрә үҙҙәренә телефон үткәртә. Бер-береһен күрә алмай икән былар. Тегеләрҙең береһе икенсеһенә төнгө берҙә шылтырата:
– Слушай, минең урамда бер эт йөрөй. Һинекенә оҡшаған, килеп алмаһаң, атам!
Телефон да һәйбәт эшләй, тегенән дә үс алдым, тәмле йоҡоһон бүлдерҙем, тип үҙе лә әүен баҙарына китә был.
Төнгө дүрттә телефон шылтырай.
Трубканан тауыш:
– Теге этте барып ҡараным, минеке түгел. Атһаң да була.
Тотоғоҙ! Неужели тота алмайһығыҙ?
Баймаҡ районы колхоздарының береһендә элегерәк булған хәл. Колхоз рәйесе ауылда тәүгеләрҙән булып мотоцикл һатып ала.
Матайҙы ҡороп та бөтә, ҡабыҙып сығып та китә. Урам буйлап бер-ике уҙғас, туҡтатырға уйлай, ә нисек икәнде белмәй. Аптыраған рәйес һөрән һала башлай:
– Тотоғоҙ, тотоғоҙ! Неужели тота алмайһығыҙ?!
Колхоз рәйесен ҡарарға сыҡҡан ауылдаштары ни эшләргә белмәй зыҡ ҡуба икән. Ә ауылды 40 тапҡыр булмаһа ла 39-ҙы әйләнгән рәйес һаман тамаҡ ярып ҡысҡыра:
– Тотоғоҙ, арҡан ташлап булһа ла тотоғоҙ!..
Шулай колхоз рәйесенә “тимер ат”ында бензины бөткәнсе елдерергә тура килә.
Урман тулы Абдулла
Мортаза ҡарт бесәндән ат менән яй ғына ҡайтып килә. Бер саҡ күрше Абдулла матайы менән быны уҙып китә.
Бабай ауыҙ эсенән мөңрәй-мөңрәй атын ҡыуа бирә. Күп тә үтмәй, ҡараһа – алда Абдулланың матайы батып ултыра, үҙе сығара алмай интегә. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы тип, ярҙамға ашыға Мортаза. Абдулла матайы менән тағы күҙҙән юғала.
Бабай урманды сығып та өлгөрмәй, юл ситендә матайын соҡоп ултырған Абдулла пәйҙә була. Күрше бит, бабай тағы ярҙам итә. Дырылдап киткән матайы менән Абдулланың артынан саң уйнап ҡына ҡала. Көн кискә ауышыуға Мортаза ҡарт та өйгә ҡайтып етә.
Әбейе ҡартынан:
– Шунан, урман нисек? – тип һорай икән.
– Урман тулы Абдулла ла Абдулла!