Тулҡынланыуҙы нисек еңергә?10.01.2017
Тулҡынланыу – барыһына ла хас булған кеше организмының ғәҙәти реакцияһы. Балалар баҡсаһында үткәрелгән байрамда шиғыр һөйләргә йә иһә мәктәптә сығарылыш имтиханы бирергә кәрәкме, етәкселек алдында башҡарылған эш буйынса яуап тоторға тура килһенме, кеше күңелен ниндәйҙер кимәлдә ҡуҙғыу биләп ала. Тулҡынланыу, бер яҡтан ҡарағанда, файҙалы ла, сөнки был ваҡытта баш мейеһе эшмәкәрлеге әүҙемләшә, был үҙ сиратында алда торған мәсьәләләрҙе тиҙерәк сисергә булышлыҡ итә. Икенсе яҡтан күҙ һалғанда, артыҡ борсолоу кешегә үҙенең һәләттәрен тулыһынса асып, белем кимәлен, оҫталығын күрһәтергә ҡамасаулай.
Балалар баҡсаһындағы сығыштар
Өлкәндәр йәшәйеш тәжрибәһенә таянып, тулҡынланыуҙы еңеү йә иһә бер килке кәметеү маҡсатында үҙҙәре өсөн ҡулай булған ысулдарҙы таба ала әле, ә бына балаларҙың төрлө хәл-ваҡиғаларҙа бөтөнләй юғалып ҡалыуы, паникаға бирелеүе ихтимал. Был осраҡта ниндәй саралар күрергә лә бәләкәстәргә нисек ярҙам итергә?
Үҙҙәренең төркөмөндә йырҙар һәм бейеүҙәр өйрәнеп, шиғырҙарҙы ятлап бөткәндән һуң, сығыш яһар алдынан балала көслө тулҡынланыу тыуыуы ихтимал: аяҡ-ҡулы ҡалтырай, сәхнәгә сығырға ҡурҡа, башы әйләнә, ауыҙы кибә. Бындай хәл-торошта бала барлыҡ белгәндәрен һәм өйрәнгәндәрен онотоуы ла ихтимал. Ата-әсә был осраҡта балаһына нисек ярҙам итеп ебәрә ала?
lБөтәһе лә, хатта билдәле артистар ҙа сәхнәгә сығыр алдынан тулҡынлана. Бының ғәҙәти күренеш икәнен балағыҙға аңлатырға тырышығыҙ.
lБәләкәсегеҙҙе сығыш яһарға өндәгеҙ, уның сығышы иң яҡшыһы булмаһа ла, иң мөһиме – байрамда ҡатнашты, ситтә ҡалманы. Нисек кенә булһа ла, уның сығышы – һеҙҙең өсөн иң ҙур бүләк, шуны ҡабатлағыҙ.
lБалағыҙға сығыш яһауҙан ҡәнәғәтлек хисе тойорға өйрәтегеҙ. Өйҙә иң алда көҙгө алдында ҡабатлаһа, аҙаҡтан туғандарына күрһәтһен. Йорттағы тамашасыларҙың һаны арта барһа, тағы ла яҡшыраҡ, бала ҙур аудиторияға өйрәнә. Тик өлкәндәрҙең баланың сығышын тәнҡитләмәүе, нимә яҡшы килеп сыҡты, ә нимәнең өҫтөндә тағы ла эшләргә кәрәклеге тураһында тыныс ҡына аңлатып китеүе лә шарт.
lБалағыҙ “режиссер” йә “педагог” роленә инеп, һеҙгә нимәне нисек эшләргә кәрәклеге тураһында аңлатһын. Күрһәтеү һәм аңлатыу процесында ул алдында торған мәсьәләләргә тиҙерәк төшөнә, оҫталығын арттыра.
lСәхнәгә сығыр алдынан бала менән тыныс ҡына һөйләшергә тырышығыҙ, уны юҡ-барға тартҡыламағыҙ, тирә-йүндәге ыңғай ваҡиғаларҙы телгә алығыҙ: “тәрбиәселәр, балалар һәм ата-әсәләр өсөн бөгөн матур байрам ойошторолған”, “барыһы ла бөхтә кейенеп, яҡшы кәйефтә сараға йыйылған”.
Сығыш яһап, байрамдан ҡайтҡас, бәләкәсегеҙҙе маҡтарға онотмағыҙ. Һеҙҙең хуплау һүҙегеҙ балағыҙҙың күңелен үҫтереп кенә ҡалмай, уның киләһе сығыштары, уңыштары өсөн уңдырышлы тупраҡ та булып тора.
Мәктәптәге имтихандар
Ни өсөн балалар имтихан алдынан ҙур тулҡынланыу кисерә? Бының сәбәптәре бер нисәү: үҙҙәренең белем кимәлендә шикләнәләр, әлегәсә таныш булмаған хәл-ваҡиға алдында ҡаушап ҡалалар, ата-әсә, уҡытыусылар алдында яуаплылыҡ һәм бурыс тойғоһо ла тулҡынланыуҙы арттырып ебәрә. Был осорҙа ата-әсәнең балаһына мөмкин тиклем иғтибарлы булып, ярҙамға килергә әҙерлеге бик әһәмиәтле.
lТәү сиратта баланың хәленә инә белегеҙ, уға ныҡлы терәк-таяныс булығыҙ. Балағыҙға һүҙҙә генә түгел (“мин белемеңә ышанам, барыһы ла яҡшы булыр”), ә эштә лә теләктәш булырға тырышығыҙ: имтихан һорауҙарын, уҡырға һәм ҡабатларға кәрәкле мәғлүмәтте барларға ярҙам итегеҙ. Эште иң ауыр һорауҙарҙан, онотолған материалдан башлау отошлораҡ булыр.
lБалағыҙҙың көн тәртибен, ашау яғын да күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ: уҡыу, имтихандарға әҙерләнеү һәм ял ваҡыттары сиратлашып килергә тейеш, тормаҫтан китап ҡосаҡлап, йоҡо һәм ял күрмәй бер туҡтауһыҙ уҡып ултырыуҙан организмға бер файҙа ла юҡ. Ҡаты сәй, ҡәһүә менән артыҡ мауыҡмағыҙ, был ваҡытта былай ҙа ҡуҙғыған нервы системаһын уларҙың тағы ла ярһытыбыраҡ ебәреүе ихтимал.
lИмтихан алдынан өйөгөҙҙә бәләкәй генә репетиция үткәреп алырға ла була, балағыҙ һынау тотоп, һеҙҙең алда яуап биреп ҡараһын.
Имтихан биргән көндә:
lКистән әҙерлекте иртәрәк тамамлап, ваҡытында йоҡларға ятырға тырышырға кәрәк. Йоҡо күрмәй, ауыр баш менән имтиханға килеп ултырыу төптө дөрөҫ булмаҫ.
lТынысландыра торған дарыуҙар менән һаҡ эш итегеҙ, улар күпселек осраҡта фекерләү процесын тотҡарлай.
lИмтихан биргән ергә иртәрәк килеп, тирә-йүнгә, хәл-торошҡа өйрәнә торорға була. Шунан иғтибарҙы кәрәкле нәмәләргә генә йүнәлтеп, ваҡытында эшкә тотоноу отошлораҡ.
Имтихан мәлендә тулҡынланыуҙы баҫып, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн балағыҙға түбәндәге кәңәштәрҙе бирергә була:
lИғтибарҙы имтихан һорауҙарына ғына йүнәлтеп, тирә-йүндәгеләр тураһында бер талай оноторға тырышырға кәрәк. Башҡаларҙың хәле һиңә мөһим түгел, һинең үҙ эшең бар.
lБөтөн һорауҙарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, белгәнеңдән, еңелерәк тойолғанынан башларға була. Әгәр ҙә баштан уҡ бер ауыр мәсьәләлә туҡтап ҡалһаң, башҡа һорауҙарға яуап биреп өлгөрмәүең бар, был үҙ сиратында йыйыласаҡ балл һанын түбәнәйтә.
lНыҡлап аңлау өсөн һорауҙарҙы, мәсьәләләрҙе ентекләп аҙағына тиклем уҡып сыҡ.
lЭште дөрөҫ бүлеү ҙә бик мөһим: ҡалдырып кителгән ауыр һорауҙарға әйләнеп ҡайтыу өсөн бер талай ваҡыт ҡалдырырға кәрәк.
lЭшеңде тапшырыр алдынан иғтибар менән тикшереп сығырға онотма.
Һүҙ аҙағында ата-әсәләргә шуны әйтке килә: насарыраҡ билдә алып, тейешенсә балл йыймаһа ла, балағыҙҙы әрләмәгеҙ, тәнҡитләмәгеҙ һәм унан көлмәгеҙ. Килеп тыуған хәлде тыныс ҡына анализлап, киләһе һынауҙарға әҙерләнергә кәрәклеген билдәләгеҙ. Һеҙҙең һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер икәнлегегеҙҙе балағыҙ белеп торһон.


Вернуться назад