Кавказ өсөн һуғышта башҡорт яугирҙәре28.03.2012
“...Степан, ер аҫтынан тырмашып сыҡһа, күрә: уның окобы эргәһендә генә немец танкы янып тора. Ҡадир гранаталар менән танкты шартлатҡан икән. Урыҫ менән үзбәк бер-береһенең ҡосағына ташлана”.
Дивизия яугирҙәре араһында Стәрлетамаҡтан алынған һалдат һәм офицерҙар булманымы икән, тип эҙләп ҡараным. Булған икән. Шуларҙың береһе тураһында автор бына нимәләр яҙа:
“1277-се полкта һалдаттар менән бергә атакаға барғанда батальон замполиты капитан Александр Гришков та була. Ул барған рота, алға яҡшы хәрәкәт итеп, башҡаларҙы уҙып китә. Ләкин немецтар ҡабырғанан һөжүм яһай. Һуғыш бер ауыл өсөн бара. Гришков һалдаттар менән бергә ауылдың бер йортонда оборона тоторға мәжбүр була. Ҡамауҙа ҡалған төркөм бер нисә сәғәт буйы немецтарҙың атакаһын кире ҡаға. Беҙҙең яугирҙәр батырҙарса һуғыша, алышта капитан Гришков һәләк була. Стәрлетамаҡтар Гришковты бөгөн дә иҫкә ала...”
Бына тағы бер ҡаһарман хаҡында хәтирә: “Башҡорт Республикаһына ҡараған Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан килгән яугир Мирза Сафин ҡаты һуғыштарҙың береһендә ҡамауҙа ҡала. Гитлерсылар беҙҙекеләрҙең позицияларына урман эсенән үтеп инә башлай. Ошо урында Сафин, гитлерсыларҙың юлына арҡыры төшөп, үҙенең отделениеһы менән оборона тота. Фашистар бик күп, ә беҙҙекеләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Мирзаның ҡулында — пулемет. Ә оҫта ата белгән ҡулдарҙа был — дәһшәтле ҡорал. Ике яҡтан да аяуһыҙ атыш башлана. Сафиндың окобы алдында дошман һалдаттарының мәйеттәре күбәйгәндән-күбәйә. Бәлә көттөрмәй килә. Уңда ла, һулда ла Сафиндың иптәштәре үлеп бөтә. Ошонан файҙаланып, немецтар Мирзаны ҡамап ала һәм уға: “Сдавайся!” — тип ҡысҡыра. Сафиндың тирә-яғындағы бөтә майҙан гитлерсылар тарафынан утҡа тотола, уның өҫтөндә тиерлек гранаталар шартлай. Яугир ике тапҡыр яралана, әммә патрондары бар саҡта пулеметынан ата, яһауҙары бөткәс, автоматынан да гитлерсыларҙы ҡыра. Дошман өҫтөнә үҙенең гранаталарын ырғытып бөткәс, иптәштәренекен эҙләп алып, ырғыта. Ошо мәлдә фашистарҙың өсөнсө пуляһы уның күкрәгенә тейә һәм батырҙың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Геройҙың окобы алдында немецтарҙың тиҫтәләгән мәйете түшәлеп ята. Гитлерсылар уны һындыра алмай, киреһенсә, ул, Салауат Юлаевтың вариҫы, дошманды еңеп туҡтай”.
Эйе, беҙҙең яҡташтар һынатмаған. Немецтар менән булған һуғыштарҙың береһендә генә, уларҙың биш атакаһын кире ҡағып, утыҙҙан артыҡ гитлерсыны юҡ иткән Шакир Хөсәйенов та батырлыҡ өлгөһөн күрһәтмәгәнме?! Ул геройыбыҙ Башҡортостандың Илеш районынан һуғышҡа алынған булған.
545-се полк дивизияның удар көсө булып иҫәпләнгән. Уның командиры полковник Г.С. Хәбибуллин һәләтле командирҙарҙың береһе булған. Иң хәүефле урындарға һәр ваҡыт ошо полк яугирҙәрен ебәргәндәр.
Командирҙың оҫталығы, ҡыйыулығы полк һалдаттарын һәр ваҡыт еңеүгә рухландырған. Китапта ла ошо ғәскәр хаҡында күп уҡырға мөмкин. Бында һүҙ Волынь ерҙәрен дошмандан азат итеү тураһында бара. Ҡаты һуғыштарҙың береһендә, үҙ полкын һөжүмгә күтәргәндә, полковник Хәбибуллиндың ғүмере өҙөлә.
Башлыса Урта Азиянан һәм Башҡортостандан һуғышҡа алынған яугирҙәрҙән төҙөлгән 389-сы уҡсы дивизияның дошманды сигендереп, көнбайышҡа табан дауам иткән һуғыш юлдары ла ауырая бара. 1945 йылдың 18 мартында уға Германияның Одер йылғаһы буйында урынлашҡан Глогау (Глогув) ҡала-ҡәлғәһен штурмларға фарман бирелә. Әйткәндәй, бер армия командующийы ла Глогауҙы штурмлауҙы үҙ өҫтөнә алырға теләмәй. Был ҡала, Европаның иң шомло, иң боронғо, хәтәр нығытылған ҡәлғәләренең береһе булараҡ, тарихҡа, хәрби документтарға инеп ҡалған. 1812–1814 йылдарҙа Наполеон армияһын эҙәрлекләп барған урыҫ полководецы М.И. Кутузов та был ҡаланы штурмларға баҙнат итмәй һәм уны урап үтә. Немец фашистарын ҡыуып барған совет полководецы И.С. Конев та, һуғыш аҙағында иҫәпһеҙ ҡорбандар бирмәҫкә булып, уға инмәй. Ҡәлғә Берлинға табан ағылған совет ғәскәрҙәренең тылында тороп ҡала. Көстәр нисбәте лә дивизия файҙаһына түгел, сөнки унда дошмандың бик күп хәрби көсө тупланған булған. Етмәһә, ҡәлғә диуарҙарының ҡалынлығы — 1,5 метрҙан 3 метрға тиклем. Уны бомба ташлап та, пушканан атып та емерерлек булмаған.
Глогауҙы штурмлау 18 мартта башланһа, 1 апрелдә генә бөтә. Тимәк, уның өсөн һуғыш ике аҙна дауам итә, беҙҙекеләрҙең еңеүе менән тамамлана. Тарихта күрелмәгән алыш була был. Уның өсөн дивизия үҙенең 80 процентҡа яҡын кешеһен юғалта. Ә дошман яғынан меңәрләп гитлерсы ҡырыла. Был һуғыштарҙа ла беҙҙең яҡташтар иҫ киткес ҙур батырлыҡ күрһәтә.
Мәҡәләмдә китапта яҙылған бөтә Башҡортостан егеттәре хаҡында ла телгә алыуҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Шулай ҙа батырҙар араһында күҙгә иң ныҡ салынғандарын, ҡаһармандарын күрһәттем. Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы тип аталған, миллиондарса ҡорбан алып киткән һуғыш тамамланды. Яу яланында баш һалғандарҙы һис ҡасан да оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Уларға һәйкәлдәр бөтә элекке СССР төбәктәрендә лә, Польша, Чехословакия, Көнсығыш Германия ерҙәрендә лә ҡуйылған, күп урындарҙа мәңгелек ут яна.
Минең уйымса, һуғыш бөтөп оҙаҡ йылдар үткәс кенә беҙ уның тураһында дөрөҫлөктө белә алдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар беҙҙең яҡтан бик күпкә артығыраҡ булған. Һуғышта башын һалған улдарын бер халыҡ та онотмай, хөрмәтләп иҫкә ала.
1941 – 1945 йылдарҙағы мәхшәр бер ҡасан да ҡабатланырға тейеш түгел. Ошо урында мәҡәләгә нөктә лә ҡуйырға булыр ине, әммә, китапты уҡып сыҡҡас, башымда төрлө уй ҡайнашты. Унда яҙылған ҡайһы бер ваҡиғаларға ҡарата ризаһыҙлыҡ тойғоһо уянды. Ни тиһәң дә, алда телгә алынған батыр башҡорт һәм үзбәк яугирҙәренә ҡарата үҙ заманында ҙур ғәҙелһеҙлек күрһәтелгән тигән һығымта яһаным. Әйтәйек, исем-фамилияһы билдәһеҙ булып ҡалған, үҙ ғүмерен аямай, көпә-көндөҙ, меңәрләгән кеше алдында, дошман танкын шартлатҡан ҡаһарман башҡорт яугирен генә алайыҡ. Уның батырлығы хаҡында белешмәне хатта рәсми ҡағыҙҙарға ла теркәп тормағандар. Ә бит ҡайһы бер һалдаттар һәм командирҙар уның тураһында мәғлүмәттәрҙе асыҡлай алыр ине. Отделение һәм взвод командирҙары, взвод йәки рота комсоргтары, парторгтары, частың комиссарҙары ҡайҙа булған? Бөтәһе лә башҡорт яугиренең ғүмере һәм батырлығы арҡаһында ул мәлдә иҫән ҡалған бит. Әммә һис бер кем “билдәһеҙ” булып ҡалған ҡаһарманға тейешле баһа бирмәгән, сөнки часть командирҙары, комиссарҙары башлыса бүтән милләт вәкиле булған һәм башҡа халыҡтарҙы күтәрергә теләмәгән кеүек тойола. Әгәр эҙәрмәндәр әлеге батырлыҡ тураһында мәғлүмәт тапмаһа, беҙ был хаҡта белә алмаҫ инек. Автор, геройҙың исем-шәрифен асыҡлай алмаһа ла, ҡаһарманлығын, үлемһеҙлеккә атлаған һуңғы аҙымдарын күрһәтеп, уның рухын бер аҙ тынысландырғандыр, тип уйлайым.
Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары менән “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары наградаға лайыҡ “билдәһеҙ” башҡорт һалдаттары Мирза Сафин, Муса Исламғолов, үзбәк яугирҙәре Фәйезов һәм Ординаевтарҙың батырлығы хатта орденға ла тәҡдим ителмәгән. Ә бит 389-сы дивизия һалдаттарының 90 проценттан ашыуы мосолман булған. Генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се дивизия 78 Советтар Союзы Геройы биргән. Үлемһеҙ данға лайыҡлы генерал үҙе ул юғары дәүләт наградаһына әлеге көнгә тиклем эйә була алмай. Бына бит әсе хәҡиҡәт. Тағы бер миҫал итеп Александр Матросов тураһында яҙып үтке килә. “Учалы районында тыуған башҡорт егете, ысын исем-шәрифе Шакирйән Мөхәмәтйәнов икәнен белһә командирҙары ҡаһарман йөрәкле яугиргә Герой исемен бирҙерер инеме?” тигән һорау тыуа. Билдәһеҙ. Мәғлүм булыуынса, Матросов кеүек үк батырлыҡты ҡаҙаҡ Баймөғәмбәтов уға ҡарағанда алданыраҡ эшләй. Уға ла “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары исем бирелә, әммә бына ул Советтар иле буйынса Матросов кеүек билдәлелек яулай алмай, сөнки ваҡ халыҡ вәкиле. Шулай уҡ генерал Шайморатовҡа эләкмәгән Герой исемен 1941 йылда Терек йылғаһы буйында оборона тотҡанда 389-сы дивизияны ҡабул итеп алған капитан Л.А. Колобов, һуғыш аҙағынаса штабтарҙа ултырып, генерал-майор званиеһы алып, бер пулянан сыйылмаһа ла, бер батырлыҡ эшләмәһә лә, алыуға өлгәшә. Командирҙар үҙҙәрен генә хәстәрләп йөрөгәс, башҡаларға нимә ҡалһын инде? Бына — ысын дөрөҫлөк, әсе хәҡиҡәт.
(Аҙағы. Башы 55, 58-се һандарҙа).
Марс НУРИЕВ,
РФ һәм БР Яҙыусылар
союзы ағзаһы.


Вернуться назад