Сабый күңеле – таңда атҡан сәскә10.01.2017
Сабый күңеле – таңда атҡан сәскә Республикабыҙҙағы эре ҡалаларҙың береһендәге вокзалда булды был ғибрәтле хәл. Тәү ҡарамаҡҡа халыҡтың һәммәһе лә бында сәфәр маҡсатында йыйылған кеүек, кемдер автобусы килеп туҡтау менән уға йүгерә, икенселәр транспорттан төшкәс тә бынан тайыу яғын ҡарай. Баҡтиһәң, барыһы ла беҙ уйлағанса түгел. Йөҙләгән кеше ағымы араһында әрпеш ике малай иғтибарымды йәлеп итте. Бер ҡайҙа ла ашыҡмайҙар, ниҙер көткәндәре лә йөҙҙәрендә сағылмай. Уларҙы осратмаҫ та инем, әгәр гәзит-журнал киоскына килмәһәм. Урамда сатлама һыуыҡ тантана итеүгә ҡарамаҫтан, үтә күренмәле йыртыҡ спорт шапкаһы, бысраҡ ҡына түгел, ә иҙәнде һепереүҙән ситтәре таралып, эре тешле тараҡ хәленә ингән килешһеҙ бәлтә, башы аҡтарылған “асыҡҡан” ботинка был икәүҙең кемлеген шунда уҡ “һата”. Йолҡоштарға ҡарап тороуы йәлләүес. Инәлеүҙәренә ҡарамаҫтан, һатыусынан бер нәмә лә ала алмауҙарын төшөнгәс, кафе тирәһенә яҡынлап, юлаусыларҙан ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән тамаҡ туйҙырырға булдылар...
Хәтер тигәнең шундай бер әрһеҙ йәбешкәк әйбер ул, ҡабат-ҡабат теге йәки был ваҡиғаны иҫләтә, хатта уның менән “көн иттерә”. Кемгә нисектер, әммә минең менән йыш ҡына шулай ҡабатлана. Хәтһеҙ йылдарҙан һуң ошоларҙы кино таҫмаһындағы кеүек күҙ алдынан үткәргәндә, үтә ныҡ таныш түгел ғаилә тураһында хәтер ебен һүттем...
Садиҡа ханым менән булған шаҡ ҡатырырлыҡ хәлгә күрше-тирәһе битараф ҡалды, сөнки улар ваҡиғаның шулай аяныслы тамамланырын әҙме-күпме күҙалланы, туғандарының еңел ҡабул итеүе лә уны өҫтән-мөҫтән түгел, ә тәрәндән белеүенән ине.
Берҙән-бер көндө, дөрөҫөрәге, кис яңғыҙ әсәнең берҙән-бер улы тыуған йортона ҡайтып йоҡламаны. Үҙенең яҙмышын көйләргә маташып, ғәзизен яҙмыш ҡосағында ҡалдырған бисара ҡатын керпек тә ҡаҡманы ул төндә, кемдәргә генә шылтыратманы, өҙгөләнде-туҙғыланды. Ҡайтты малайы бер нисә көндән. Бөтөнләйгә тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Аҙна ла тулманы, йәнә юғалды, тағы, тағы... Шунан илгиҙәрлек уның ҡанына һеңде, ниндәйҙер төркөмгә эйәргән, тинеләр. Һиҙгәнһегеҙҙер, әсә яғынан йылы ҡараш тоймаған Ислам үҙенән-үҙе урам малайына әйләнде...
Тормошта, ғөмүмән, кем булыуыңа һәм нисек йәшәүеңә ҡарамаҫтан, һәр саҡ нимәгәлер, айырыуса “өшәнес хәбәр”гә әҙер булырға кәрәк, тип кәңәш итә психологтар. Дөрөҫ аңлау зарур, был һис кенә лә һиҫкәнеп йәшәүҙе аңлатмай. “Ғүмер йомғағым бәләкәйләнә барған һайын “әҙер тороу”ҙы тәрәнерәк аңлайым һәм үҙемде ныҡлап күндерәм, күп осраҡта бик ауыр үткәрмәйем”, тигәйне бер танышым. Уның менән тулыһынса килешәм. Әсе ел иҫкәндә ҡаршы тора белеү һәм ғәрәсәтте тыныс уҙғарып ебәреү зарур. Үрҙә телгә алынған апай ҙа үҙенсә гел генә тормошо шыма барыр тип уйлағандыр, ләкин донъя тигәнең бөтәһен дә үҙ урынына ҡуя.
Рәсәйҙә 18 йәшкә тиклемге балалар яҡынса 28 миллион тирәһе (илебеҙҙә 150 миллионға яҡын кеше бар) иҫәпләнә. Ысынлап та, күпме алмаш үҫеп килә! Шатланырға кәрәк тә бит! Уның ҡарауы, ямғырҙан һуң баш ҡалҡытҡан бәшмәк шикелле, йылдан-йыл тыуған йортон иркен урамға алмаштырырға мәжбүр үҫмерҙәрҙең күбәйеүе хатта ки социаль проблемаға әйләнде. Рәсми сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, һәр 50-се малай һәм ҡыҙ билдәһеҙ яҙмыш ҡосағына тапшырылып ҡуйылған.
Илдә 1,5–2 миллион тирәһе бала шундайҙар иҫәбендә, ә дөрөҫ һанды белеү өсөн ошоно икегә ҡабатларға ҡуша белгестәр. Шуны ла онотмайыҡ: был – рәсми һандар. Улар, әлбиттә, ысынбарлыҡтан бик йыраҡ тора, ә иҫәпкә ҡуйылмағандары күпме! Ундайҙар, бармаҡҡа ҡаҙалған шырау шикелле, ғүмер буйы йәмғиәтте артҡа һөйрәгән, киләсәктә лә шулай буласаҡ тиһәк, һис кенә лә аптырамағыҙ. Сағыштырыу өсөн: Граждандар һуғышы осоронда, ысынлап та, берәҙәктәрҙең күплеге менән “маҡтанғанбыҙ”, ә бына саҡ ҡына һуңыраҡ – Бөйөк Ватан һуғышында улай күп булмағандар.
Илебеҙҙең хәле ҡыл өҫтөндә ҡалғанда ла ошо мәсьәлә менән етди шөғөлләнгән органдар тейешле сара күргән. Суворов училищеһының төҙөлөүен генә телгә алыу ҙа етә, бүтән шөғөл табып биреүҙе лә хәстәр­ләгәндәр.Ҡыҫҡаһы, ашатып-эсергәндәр, кейем менән тәьмин иткәндәр.
Башҡортостан етәкселегенең ғаилә институтын нығытыу өсөн етди эштәр башҡарыуы, күп сығымдар бүлеүе осраҡлы түгел. Мәҫәлән, Рөстәм Хәмитов былтыр Рәсәй көнөндә Бәләбәй ҡалаһына эшлекле сәфәрендә йәштәр менән осрашты, ҡыҙ һәм малайҙарға Рәсәй Федерацияһының паспорттарын тантаналы шарттарҙа тапшырҙы. Республика Башлығы тиккә генә йәш быуынға айырым иғтибар йүнәлтмәй. “Бигерәк тә йәштәребеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә, сөнки улар – киләсәгебеҙ. Йәштәр дәүләтебеҙҙең өр-яңы йөҙөн билдәләй”, – тине сығышында Рөстәм Зәки улы.
Сабый күңелен таң менән атҡан сәскәгә нисек тиңләмәҫкә! Ғаиләһендә күркәм тәрбиә алғандар бер ҡасан да яҙыҡ юлға баҫмай, иманым камил. Был тәңгәлдә Хөкүмәт кимәлендәге төрлө программаларҙың ҡабул ителеүе, тәрбиәүи сараларҙың ойошторолоуы, күп бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә аҡсалата стимул булдырыу һәм башҡа ярҙам – шуға асыҡ миҫал. Өҫтөнлөклө йүнәлеш – тыуымды арттырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау. Һаулыҡ һаҡлау программаһына ярашлы, бала табыу йорттарының матди-техник базаһы яҡшыртыла, ә бының демография үҫешенә туранан-тура ҡағылышы бар, әлбиттә.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ғаилә институты үҙе көрсөк кисермәһен ине, тип саң ҡаға икән белгестәр, тимәк, уйланырға урын бар. Нимә күҙ уңында тотола? Тотош илебеҙ тураһында һүҙ алып барғанда, бынан 50 йыл элек 35 мең никахҡа күп тигәндә 600 айырылышыу тура килһә, хәҙерге статистиканы ҡарағы, уның менән танышҡы ла килмәй хатта. Йәшермәйек, ир менән ҡатындың айырылышыуы – һәр бала өсөн оло фажиғә, ул быны бик ауыр кисерә. Эске тетрәнеү алғандар деградацияға бирелмәй, тип әйтеп булмай. Бер кемгә лә кәрәк түгелмен тигән тойғо уның күңелендә ай үҫәһен көн үҫә, ә аҙағын күҙаллауы ауыр түгел. Әлбиттә, ғаилә ныҡлығы мәсьәләһе, ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсәбәте – һөйләшеү өсөн айырым тема.
Тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгән Ислам кеүектәрҙән айырмалы, махсус интернат һәм приютҡа эләккәндәр шулай уҡ урам балаһы тигән оҙон исемлекте тулыландыра. Йыл һайын Рәсәйҙә 60 мең тирәһе ата-әсә балаһын ҡарау хоҡуғынан мәхрүм ителә. 200 меңдән ашыу бала социаль етем статусын ала һәм алдан билдәләнгән урынға урынлаштырыла. Күпме бала интернат, приют, балалар йорттарында йәшәй! Тәү сиратта ни өсөн ҡыҙ-малайҙарҙың унда барып эләгеүенә асыҡлыҡ индерәйек. Һуғыш, революция, аслыҡ һәм башҡа төрлө афәт етемдәрҙе тыуҙыра. Шулай уҡ иҡтисади көрсөк, эшһеҙлек, осто-осҡа ялғап көн итеү, ғаиләләге ыҙғыш, һанай китһәң, күп инде. Матбуғат конференцияларының береһендә, урам балалары – йәмғиәттең төҙәлмәҫлек сире, тип ысҡындырғайны бер чиновник. Ә сирҙе ваҡытында дауаламаһаң, ул аҙғандан-аҙа. Юҡҡа ғына, шеш тулышһа, һытыла, тимәйҙәр. Ошо “сир”гә дусар булғандар тиҙ арала уғрылыҡ юлына баҫа, кеше талай, шикле төркөмгә ҡарағандар иһә әҙәм ғүмерен ҡыйыуға тиклем барып етә, бер һүҙ менән нарыҡлағанда, баштарында гел насар уй.
Тамаҡ ярып аҡыл өйрәткәндәр бихисап, трибунанан ҡысҡырырға ярата ҡайһы берәүҙәр. Ә бына Ватаныбыҙға лайыҡлы алмаш әҙерләү, йәш быуынға тәрбиә биреү, ғилемлелеккә өндәү йәһәтенән һирәктәр генә ҡыл ҡыбырлаталыр. Мәҡәләне аҡ ҡағыҙға төшөрөр алдынан башҡа хәтәр бер шәп уй килде. Байҙарҙың финанс хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итеүселәр балалар мәсьәләһенә, ғөмүмән, ғаиләгә йөҙ менән боролһон ине. Йәки шул уҡ хәлле эшҡыуарға төн йоҡламай “нисек бол-байлыҡ тупларға?” тип ҡайғырыу урынына ниңә һаҡлыҡтағы аҡсаһын ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтмәҫкә?!


Вернуться назад