“Ғүмерлеккә хөкөм ителһен ине...”10.01.2017
Хөкөм залында ултырғандарға әленән-әле яман ҡараш ташлап алған ғәйепләнеүсе үҙенең ниндәй ауыр енәйәт ҡылғанын аңламай ине шикелле. Бәлки, аңлаһа ла үҙен башҡаларҙан өҫтөн тотоу һыҙаты, бер кемде лә аямай торған холҡо уны ҡанһыҙ бер бәндәгә әүерелдергәндер.
Ауылда унан барыһы ла ҡурҡа. Тиҙ генә тоҡанып китеүсән, ярһыу йәш кешенән һәр кем арыраҡ йөрөргә тырыша, сөнки ул ир-егеттәргә генә түгел, ҡатын-ҡыҙға ла ҡул күтәрергә тартынмай. Бала саҡтан бар донъяға асыулы малайҙы ата-әсәһе ҡулдан ысҡындыра. Тәүҙә әрләү-өгөтләү, артабан ҡайыш менән тәрбиәләү башлана. Тик, үҫмер осорона еткәс, был бәндә ғаиләһен дә ҡурҡытып ала. Һәр бәхәсте йоҙроҡ менән хәл итеү, көсө етмәгәндәргә артынан ташланып, бер нимәгә ҡарамай үс алыу холҡо көсәйгәндән-көсәйә бара. Егет ауылдан сығып киткәс, барыһы еңел тын алып ҡала.
Тик кешеләрҙең ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай. Бер йыл ҡалала йөрөп, тағы ла яһилланған егет тыуған ауылына ҡайтып төшә. Һәр кем уны урап үтергә тырыша. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ ҡурҡа унан. Әлбиттә, бындай кешенең иртәме-һуңмы ниндәйҙер ҡурҡыныс аҙымға барасағы билдәле. Тик кешеләр “был миңә, яҡындарыма теймәһә ярай ине” тип йәшәүен дауам итә. Хәйер, насар холоҡ өсөн генә төрмәгә лә ултыртмайҙар шул.
Ҡот осмалы хәл үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Буштан-бушҡа ҡыҙып, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән был йәш ир бер төндә ике кешене үлтерә. Өлкән йәштәге ағайҙы ла аямай ул. Унан йоҡоға талған кешеләр янына үтеп инә. Был йорттағы ғаилә улһыҙ тороп ҡала.
Ҡулдары ҡанға буялған егетте туҡта­тырлыҡ көс бар инеме икән? Билдәһеҙ. Үҙенең ниндәй ҡурҡыныс енәйәт ҡылыуын аңлаймы, әллә барыбер тотоласағын һиҙәме, кеше йәнен ҡыйыусы, полицияға барып, үҙе барыһын да һөйләп бирә.
Башҡа һыймаҫлыҡ вәхшилектән шаңҡып ҡалған кешеләр егетте ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыуҙарын ялбара. “Атайыбыҙҙан да изге күңеллерәк кеше юҡ ине. Ул барыһына ла ярҙам итергә тырышты, күңелендә һис бер кер булманы. Атайыбыҙ һәр беребеҙҙе аяҡҡа баҫтырҙы, донъя көтөргә ярҙам итте. Ғүмеренең шулай фажиғәле өҙөлөүенә һаман да ышана алмайбыҙ. Ундай кешене нисек ер күтәрә икән?” – тип илаған ҡатындарҙы йыуатырлыҡ һүҙ табыу мөмкин түгел ине.
Хөкөм ҡарарын көткән егет үҙен иҫ киткес тыныс тотто. Журналистарҙың “Ни өсөн һеҙ уларҙы үлтерҙегеҙ?” тигән һорауына ирен сите менән генә йылмайып ҡуйҙы. Үҙенә йүнәлтелгән телекамеранан да тартынманы, йәшеренергә лә маташманы.
Ике кешенең ғүмерен ҡыйған енәйәтсе, ғүмерлеккә хөкөм ителгәндәр менән бергә, махсус режимлы колонияла егерме йылдан ашыу ғүмерен үткәрәсәк. Хөкөм ҡарарын иҫ киткес вайымһыҙ, тыныс тыңлаған егетте конвой алып китте. Яҡындарын мәңгелеккә юғалтҡандарҙың береһе: “Уны ғүмерлеккә ултыртырға йәки үлем язаһына хөкөм итергә кәрәк ине...” – тип уфтанды.
Эйе, уйламағанда ғүмерҙәре фажиғәле өҙөлгән кешеләрҙе ҡайтарырлыҡ көс юҡ шул донъяла. Уларҙың яҡындарына мәңгелек йөрәк яраһы менән йәшәргә өйрәнергә кәрәк буласаҡ...



Вернуться назад