Кеше хоҡуҡтары көнө 1948 йылда булдырылып, ике йылдан һуң рәсми рәүештә билдәләнә башлаған. Ҡағиҙә булараҡ, һәр йыл уның айырым темаһы була. Мәҫәлән, 2006 йылда ул “Фәҡирлеккә ҡаршы көрәш: шәфҡәтлелек түгел, ә талап” тигән темаға арналды. Ысынлап та, ярлылыҡ кешенең бөтә хоҡуҡтарын ҡыҫыуға килтерә. Түбән килем тейешенсә белем алырға ла ҡамасаулай, был осраҡта социаль-иҡтисади хоҡуҡ тормошҡа ашырылмай ҡала. Артабан инде наҙанлыҡ арҡаһында кеше йәмәғәт эшендә лә ҡатнаша алмай – гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуғы боҙола. Әлбиттә, фәҡирлек хоҡуҡ өлкәһенә генә ҡағылмай, бөтә тормоштоң “көйө” китеүе күҙәтелә. Әҙ килемлеләр йыш ҡына йәберләүҙәргә лә дусар була. Шуныһы ла бар: фәҡирҙәр электән үк уңышһыҙ, ялҡау тип билдәләнгән. Был нарыҡлау әле лә дауам итә, әммә уның йөҙ процентҡа дөрөҫлөгө икеле.Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы булдырылған. Унда Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың нимәгә хоҡуғы барлығы 30-сы статьяла асыҡ яҙылған һәм был документ 360 телгә тәржемә ителеп, донъя илдәренә таратылған.
Үҙенең социаль тәғәйенләнеше буйынса кеше хоҡуҡтары кешелектең термоядро һәләкәтенә, көрсөккә ҡаршы тороу, халыҡ-ара енәйәтселек, фәҡирлек, СПИД һәм башҡа хәүефле күренештәр үҫешен тотҡарлауға ынтылышында ярҙамсы булған һаҡлаусы сара рәүешен ала. Кеше хоҡуҡтары мәңгелек проблема ла кеүек. Уны, сәйәсәт, иҡтисад, хоҡуҡ, этика, дин, философия күҙлегенән сығып, меңәр йылдар дауамында хәл итәләр.
Ысынлап та, кеше хоҡуғы һәм “азатлыҡ”, “ирек” төшөнсәһе бик борондан барлыҡҡа килгән. Азатлыҡ тураһында беренсе тапҡыр беҙҙең эраның ХIV быуатында телгә алынған. Боронғо Грецияла, Римдә законлылыҡ ҡиммәттәрен билдәләгәндәр. Бөгөн дә кеше хоҡуҡтарын яҡлау механизмы донъяла иң һөҙөмтәлеләрҙән һанала. Ни өсөн тигәндә, хоҡуғы боҙолған гражданға Европа судына ялыу менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге лә бар.
Рәсәй Федерацияһының Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле ошо датаға арналған тантанала кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын һаҡлауҙағы ҡаҙаныштары өсөн ил һәм сит ил граждандарына, юридик шәхестәргә “Изгелек ҡылырға ашығығыҙ” миҙалы тапшыра.
Башҡортостанда ла кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил эшләй. Был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай законы ҡабул ителгән. Вәкил йыл һайын республика Башлығына, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, Хөкүмәткә, Конституция, Юғары, Арбитраж судтарға, прокурорға отчет доклады менән сығыш яһай.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 33-сө, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 37-се статьяларына ярашлы, һәр граждан дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына шәхсән мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. 2008 йылда, мәҫәлән, кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилгә, район-ҡалаларҙа уның ярҙамсыларына барлығы 7718 граждан мөрәжәғәт иткән, шәхси ҡабул итеүҙә 636 кеше булған. Яҙма үтенестәрҙе анализлағанда, халыҡты ниндәй һорауҙар борсоғанын аныҡ асыҡларға мөмкин. Улар – төҙөкләндереү, торлаҡ (айырыуса етемдәргә ҡағыла) менән тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау, ер мәсьәләһе, суд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу, холоҡ төҙәтеү учреждениеларындағы һәм эске эштәр органдары изоляторында ваҡытлыса тотолған граждандар хоҡуғын һаҡлау.