Күпте өмөт итмәйбеҙ, иғтибар ғына артһын28.03.2012
Аталы бала — арҡалы, ти халыҡ. Асылы тәрән был һүҙҙәрҙең. Етмеште уҙһам да, атай-әсәйһеҙ үҫеүемә үкенес тойғоһо һүрелмәй. Эрнст Юлбарисовтың “Һуғыш балалары” иғтибарға һыуһаған” мәҡәләһен уҡығандан һуң, уйланып йөрөп ҡулыма ҡәләм алдым.
Атайҙан — өс айлыҡ ҡына булып, әсәйҙән алты йәштә етем ҡалғанмын. Үкенескә ҡаршы, уларҙың йылыһын күрергә насип булманы. Инәйемдең бер туған һеңлеһе ҡулында үҫтем. Үҙенең биш балаһы бар ине уның.
Эт күрмәгәнде күрелде. Исмаһам, балалар йортона бирмәгәндәр — уҡыған булыр инем. VII кластан һуң, 15 йәшем дә тулмайынса, фермала һыйыр һауа башланым. Ул саҡтағы ауырлыҡтарҙы һөйләп тораһы ла түгел. Яғырға утын юҡ, шуға ике йыл тиҙәк һуҡтыҡ: уны яҙ буйы аҙбар һайын өйәбеҙ, йәй аттан тапатабыҙ. Һәр һауынсы бер оло йәйем әҙерләргә тейеш. Апайҙар ғаиләһе менән һуға, ә мин бер үҙем аҙна буйы булашам. Ул заманда аҡса түләү юҡ. Хеҙмәт көнө (трудодень) өсөн эшләнек. Колхозсыларға йылына 250 көн тейеш ине, ә мин 150 көн эшләй торғайным. Хәҙер һөйләһәң, ышанмайҙар. Ғөмүмән, колхоздың бер эшенән дә ҡалманым: мәҫәлән, сөгөлдөр утау, бәрәңге сығарыу, ҡыш буйы ашлыҡ таҙартыу... Дүрт бала үҫтерҙем, декрет отпускыһы тигәнде белмәнем. Шуға ҡарамаҫтан, пенсия әҙ, эшләмәгән кешеләр ҙә, мин дә берҙәй алам. Барып тикшерә башлағас, хәҙер һуң инде, тинеләр.
Йәшлегемдә интегеп эшләгәндәремдең файҙаһын күрмәүем әрнетә. Нимәгә мохтаж һуң һуғыш балалары? Пенсия артһа, өҫтәмә ҡаралһа ине. Эрнст ағайға һәм ошо мәсьәләне күтәреп сығыусы башҡаларға ҡушылғым килә. Республикабыҙ етәкселәре, бәлки, һуғыш осоро балаларына ҡарата социаль яҡлауҙы көсәйтерлек саралар күрер. Яу яланында булғандарға ярҙам күп күрһәтелә: мәҫәлән, фатир бирелә, шифаханала ял итәләр, пенсиялары юғары. Мине лә атайым хаҡына 67 йылға бер тапҡыр булһа ла ҡыуандырһалар ине.
Сәүиә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Әлшәй районы,
Иҙрис ауылы.


Вернуться назад