Хеҙмәт хаҡы арта... Ысынлап!03.01.2017
Быйыл Рәсәйҙең хеҙмәт баҙарында, рекрутинг компаниялары баһалауынса, эш хаҡтары буйынса – һигеҙ, вакансиялар һаны йәһәтенән биш процентлыҡ үҫеш күҙәтеләсәк. Үҙәк банк инфляцияның дүрт процентҡа ҡалыуына өмөт иткән мәлдә, шулай уҡ 2016 йыл йомғаҡтарын иҫәпкә алғанда, был артымдың ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтә булып сағылыуы мөмкин.
2016 йылда эш биреүселәрҙең 32 проценты ғына хеҙмәткәрҙәренең айлыҡ килемен арттырған, 11 проценты иһә хатта ҡыҫҡартҡан. Компанияларҙың яртыһынан күберәгендә (57 процент) эш хаҡтары үҙгәрешһеҙ ҡалған. Бындай мәғлүмәттәр менән HeadHunter порталында ентеклерәк танышырға мөмкин. Ә бына Рәсәйҙең дәүләт статистикаһы хеҙмәте иҫәпләүенсә, 11 ай эсендә илдә хеҙмәт хаҡының реаль үҫеше ни бары 0,5 процент тәшкил иткән; сентябрҙәге 5,2 проценттан октябрҙә 5,4 процентҡаса күтәрелгән эшһеҙлек кимәле ноябрҙә лә шул килеш һаҡланған.
Төбәктәрҙең “белгес” һәм “төп белгес” кимәлендәге хеҙмәткәрҙәр алған уртаса эш хаҡы буйынса рейтингы түбәндәгесә (2016 йыл өсөн түләнгән премияларҙы һәм бонустарҙы ла ҡушып, физик шәхестәрҙең килеменән алынған 13 процентлыҡ һалым менән бергә):
Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе – 69 мең һум.
Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе – 50 мең һум.
Алыҫ Көнсығыш округы – 38,5 мең һум.
Иң түбән күрһәткес – Төньяҡ Кавказ (27,7 мең һум), Төньяҡ-Көнбайыш (Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда, 29,5 мең һум) һәм Үҙәк (Мәскәүҙән тыш, 30 мең һум) федераль округтарында.
Илдә хеҙмәт хаҡының үҫешен, Superjob рекрутинг порталы баһалауынса, компенсация пакеттарының ҡулайлаштырылыуы тотҡарлаған: уларға компания иҫәбенә белем алыу (2014 йылдағы 51 процент урынына 2016 йылда 46 процент булған), хеҙмәт автомобилдәре (23-тән 19 процентҡаса төшкән), спорт клубтарында шөғөлләнеү (12-нән 5 процентҡаса кәметелгән) һәм йәмәғәт транспортында йөрөү (12-нән 6 процентҡа тиклем түбәнәйгән) өсөн сығымдарҙы һирәк индерә башлағандар.
Әйткәндәй, быйыл эш хаҡын арттырырға йыйынған ойошмаларҙың өстән бер өлөшө хеҙмәткәрҙәрен был яңылыҡ менән ғинуарҙа уҡ ҡыуандырырға теләй, тағы шул самаһы ыңғай үҙгәрештәргә беренсе квартал дауамында керешмәксе.


Вернуться назад