Кем йыҡҡан, шул ултыртһын03.01.2017
Кем йыҡҡан, шул ултыртһын Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы федераль Хөкүмәт ҡарамағына урмандарҙы тергеҙеүҙе көйләүсе ҡануниәткә үҙгәреш индереү тураһында закон проектын тәҡдим итте. Был документ ҡырҡылған ағастар урынына йәш үҫентеләр ултыртыу йәһәтенән бөтөн яуаплылыҡты бизнес иңенә һалыуҙы һәм шул рәүешле ил ҡаҙнаһын көсөргәнештән бер аҙ арындырыуҙы күҙ уңында тота.
Әлегә ағаслы майҙандарҙы сикһеҙ ваҡытҡа файҙаланыуға алған компаниялар йәшеллекте тергеҙеү менән булышмай – быны федераль бюджет иҫәбенә дәүләт ойошмалары башҡара. Урман фонды ерҙәрен ҡуртымда тотоусыларҙы һәм файҙаланыусыларҙы яуаплылыҡ тойорға өйрәтеү, проект авторҙары фекеренсә, ҡаҙна сығымдарының йылына 202,6 миллион һумға кәмеүенә килтерәсәк.
Министр Сергей Донскойҙың аңлатыуынса, “Ҡырҡтыңмы – ултырт!” принцибы менән эшләгән осраҡта инфраструктура объекттары төҙөгәндә йығылған ағастар урынына яңыларын хәстәрләү мәсьәләһен ыңғай хәл итергә лә мөмкинлек тыуасаҡ. “Әгәр ҙә компанияның урманды тергеҙергә техникаһы, материалдары юҡ икән, тәбиғәткә килгән зыянды бюджетҡа аҡса күсереү юлы менән ҡапларға тәҡдим ителәсәк”, – ти ул. Тик әлегә проектта аныҡ нормативтар күрһәтелмәгән – тарифтарҙы Хөкүмәт билдәләргә тейеш.
Тармаҡ вәкилдәре иҫәпләүенсә, Урман кодексының ҡайһы бер статьяларын үҙгәртеү арҡаһында “йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеү буйынса хеҙмәттәрҙең махсуслашҡан баҙары барлыҡҡа килеүе, һөҙөмтә булараҡ был эшмәкәрлектең күләме лә, сифаты ла үҫеүе мөмкин. Ләкин шикләнерлек нәмәләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, “Рәсәй Гринписы”ның урман бүлеге етәксеһе Алексей Ярошенконың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡырҡылған ағастар өсөн бюджетҡа аҡса индереүҙең яйлап ҡына үҙенә күрә бер оброкка – инфраструктура булдырыусы компанияларҙы һәм улар һымаҡ уҡ урманды файҙаланыу­сыларҙы һауыу системаһына – әйләнеүе бик ихтимал.
Проектта яңы урман участкаларын алыуҙың ябайлаштырылған тәртибе тураһында ла әй­телгән: йәшеллекте тергеҙеү буйынса бурыс­тарын ун йыл дауамында намыҫлы башҡарған компанияларға аукционды урап үтергә хоҡуҡ бирелә. “Бизнес вәкилдәре төбәк етәкселегенә ағас үҫентеләре ултыртыу буйынса эше тураһында отчет бирә, артабан Урман хужалығы буйынса федераль агентлыҡ белгестәре барып ҡарау һәм юлдаш технологияларын ҡулланыу юлы менән компанияларҙы ла, урындағы властарҙы ла тикшерә. Урмандарҙы тергеҙеүҙә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән ойошмаларға ҡуртым хаҡын кәметеү мөмкинлеген дә өйрәнәбеҙ”, – ти Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының Урман ресурстары өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм көйләү департаменты башлығы урынбаҫары Иван Советников.


Вернуться назад