Күңел сәләмәтлеге һағында03.01.2017
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге баш табибы, БДМУ-ның кафедра мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Илгиз Тимербулатовтың күңел сәләмәтлеген тәьмин итеүҙәге ҡаҙаныштары үҙ тармағы буйынса туғыҙынсы мәртәбә үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсында юғары баһаланды.
Мәскәүҙәге тантаналы сарала, ғәҙәттәгесә, тәүҙә психологик белем биреү, психологик реабилитация, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең психикаһын дауалау йәһәтенән ҙур уңышҡа өлгәшкән белгестәр бүләкләнде. Был номинацияларҙан тыш, быйыл тәүгә “Рәсәй халҡының психик сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу буйынса уңышлы эшмәкәрлек өсөн” тигән айырым грамота булдырылған икән. Башҡортостан табибы тап шул абруйлы премияға лайыҡлы тип табылды.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, профессор Илгиз Тимербулатов медицинала заманса алымдарҙы ҡулланыу, эште ойоштороу йәһәтенән күп кенә коллегаларына үрнәк күрһәтә. Шулай уҡ беҙҙең республиканың илдә айырым психотерапия хеҙмәте булдырылған һирәк төбәктәр иҫәбендә икәнлеген билдәләргә кәрәк. Был ойошмаға Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш психиатры, профессор Зураб Кекелидзе юғары баһа биргән.