Ауырыһаң да эшләргәме?03.01.2017
Ауырыһаң да эшләргәме?Хеҙмәткәрҙәр эҙләргә һәм һайлап алырға ярҙам итеүсе HeadHunter порталы белгестәре Башҡортостан ойошмалары вәкилдәре араһында сирләгән мәлдә эшкә мөнәсәбәт нисек булыуын асыҡлау маҡсатында социологик тикшеренеү үткәргән.
Һөҙөмтә күрһәтеүенсә, халыҡтың 53 проценты, әгәр иртәнсәк ауырып киткәнен белеп ҡалһа, дарыу ҡаба ла эшенә юллана икән. Тағы 21 процент бындай осраҡта өйҙә ултырырға, шулай ҙа мөмкинлек табып етәкселек йөкмәт­кән бурыстарҙы үтәүҙе дауам итергә кәрәк тип һанай. Моғайын, улар сир­ләгән ваҡыт өсөн хеҙмәт хаҡы түлә­неренә иҫәп тоталыр. 18 проценттың фекеренсә, элек эшләп үткәргән ялдар йәки байрамдар урынына көн һорап, бер аҙ үҙаллы дауаланырға мөмкин. Респонденттарҙың ҡалған 8 проценты ғына табипҡа мөрәжәғәт итеп, “больничный” астырырға риза.
Баҡһаң, хеҙмәткәрҙәрҙең 40 проценттан ашыуы ауырыған көндәр өсөн аҙыраҡ түләнеүе арҡаһында айлыҡ эш хаҡы кәмерәк килеп сығыуынан ҡурҡа. Йәнә шул самаһы иһә компания йөкмәткән бурыстарының айырыуса мөһим һәм ҡатмарлы булыуына, уларҙы башҡаларҙың үтәй алмауына һылтана, тымау тейеү өйҙә ятыу өсөн нигеҙ бирмәй, ти. Ҡалғандар, йәғни социологик тикшеренеүҙә ҡатнашҡан­дарҙың 18 проценты, “больничный”ҙың ойошма етәкселеге менән низағҡа инеү өсөн сәбәпкә әйләнеүенән хәүефләнә.


Вернуться назад