Төрмәнән ҡотол – дауалан!04.01.2017
Дәүләт Думаһы депутаттары бәйлелек тыуҙырған иҫерткес ағыуҙар менән тотолоп хөкөмгә тарттырылған наркомандарҙы төрмәгә ултыртыуҙы кисектереү сараһын ҡулланыу тураһында ил Хөкүмәте әҙерләгән закон проектын һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте.
Яңы ҡанунды ентекле өйрәнгән белгестәр аңлатыуынса, тыйылған матдәләрҙе үҙенә тәғәйенләп етештергән, эшкәрткән, һатып алған, һаҡлаған, йөрөткән өсөн тәүге тапҡыр биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителгәндәрҙе медицина ойошмаларында наркоманиянан дауаланғансы һәм социаль реабилитация үткәнсе күп тигәндә биш йыл дауамында рәшәткә артына оҙатмай тороуҙары ихтимал. Был наркотикты әҙерләүҙә ҡулланылған үҫемлектәрҙе ҙур күләмдә сәскән, шулай уҡ тыйылған препараттарҙы алыуға хоҡуҡ биргән рецепт ҡағыҙҙарын һәм башҡа документтарҙы законһыҙ рәүештә юллаған кешеләргә лә ҡағыла. Ундай енәйәтселәргә, ғәҙәттә, ике йылғаса иркенән мәхрүм ителеү янай.
Әлбиттә, хөкөмдө кисектереү өсөн кеше наркоманиянан дауаланырға, социаль реабилитация үтергә үҙе теләк белдерергә тейеш. Ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыуҙың барлыҡ комплексын уға Федераль яза башҡарыу хеҙмәте системаһында түгел, ә һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында күрһәтәсәктәр. Әгәр дауаланыу маҡсатында бирелгән ваҡытты бушҡа уҙғара, медицина сараларына йөрөмәй йәки йәнә берәй эш боҙа икән, шунда уҡ төрмәгә ебәреү ҡаралған. Ә инде барыһын да тейешенсә үтәп, төҙәлеп сыҡһа, суд элекке наркоманға билдәләнгән хөкөм ҡарарын ғәмәлдән сығара ала.
Әле Рәсәйҙең 60-лап төбәгендә наркотикка бәйлелектән дауалаусы ойошмаларҙы урындағы норматив акттар һәм талаптар буйынса “иләк”тән үткәргәндәр. Тиҫтәнән ашыу төбәктә бюджет иҫәбенән финансланыусы 90 – 210 мең һумлыҡ махсус сертификаттар буйынса наркомандарҙы реабилитация­лауҙың һынау проекты бара. Сирлеләр ярты йыллыҡ курсты ҡайһы клиникала уҙғарырға икәнен үҙ теләге буйынса хәл итә ала.
Эске эштәр министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл һайын Рәсәйҙә наркотиктарға ҡағылышлы енәйәттәр буйынса 82 мең тирәһе кеше ҡулға алына, араларынан 3 меңдән ашыуы – сит ил граждандары. Һуңғы йылдарҙа бындай эшмәкәрлек өсөн хөкөмгә тарттырылыусылар 8 мең самаһына артып бара, тик уларҙың күбеһе төрлө сәбәптәр менән рәшәткә артына эләкмәй икән.


Вернуться назад