Теркәүҙә тотҡарлыҡтар юҡ03.01.2017
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы халыҡты хеҙмәтләндереү ваҡытын ҡыҫҡартыу маҡсатында документтар әйләнешенең электрон төрөнә күсеүҙе тиҙләтә башланы. Өфө ҡалаһының Ленин урамындағы 70-се йортта ошо йәһәттән махсус консультация үҙәге лә асылған.
Күсемһеҙ милек менән заманса алыш-биреш иткәндә кәрәгеүсе һанлы ҡултамғаларҙы нәҡ ошо яңы офиста алырға мөмкин. Шунда уҡ белгестәрҙән документтарҙы электрон вариантҡа күсереү, раҫлау йәһәтенән ярҙам һорарға була. Барлыҡ эштәр, дәүләт пошлинаһы түләүҙе һәм электрон һанлы ҡултамғаны әҙерләүҙе ҡушҡанда ла, йәмғеһе 20 минуттан күп ваҡытты алмай. Тик дәүләт теркәүенә документ тапшырғанда заманса имзаны генерациялау өсөн ғариза биреүселәрҙең паспорты, пенсия страховкаһы таныҡлығы (СНИЛС) һәм социаль номеры (ИНН) талап ителә.
Электрон ысулды файҙаланған хәлдә теркәү ваҡыты шаҡтай ҡыҫҡара – бер нисә сәғәттән ике эш көнөнә тиклем! Уныһы ла дәүләт пошлинаһының махсус иҫәпкә ҡасан барып етеүенә, йәғни банктың нисек хеҙмәтләндереүенә бәйле. Әйткәндәй, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе өсөн документтарҙы электрон ысул менән тапшырған физик шәхестәргә ҡануниәт тарафынан дәүләт пошлинаһына 30 процентлыҡ ташлама яһала.
– Әлеге Консультация үҙәген асыуға урындағы халыҡтың заманса хеҙмәтлән­дереүгә булған ихтыяжы этәрҙе. Электрон ысулды һорап беҙгә бик күптәр мөрәжәғәт итә ине, – ти “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков.
Эйе, үрҙә аңлатыуыбыҙса, ҡағыҙ документтар менән эш иткәндә кеше байтаҡ ваҡытын, аҡсаһын исрафлай, сабырлығын да һынай. Вахта ысулы буйынса ситкә йөрөп эшләгәндәрҙең, финанс-кредит ойошмаһынан ипотека кредитына ризалыҡ көткәндәрҙең, икенсе ергә күсенеүсе граждандарҙың һәм юридик берәмектәрҙең тиҙ хеҙмәтләндереүгә мохтажлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ошоғаса “Росреестр”ҙың республика идаралығына электрон ысул менән дәүләт теркәүе үткәреү өсөн 17 меңдән ашыу документтар пакеты тапшырылған.
Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы яңы мөмкинлектәргә таянып тиҙ арала теркәтеү маҡсатында Идаралыҡтың Өфөләге тағы бер офисына – СССР-ҙың 50 йыллығы урамын­дағы 30/5-се йорттоң 2-се залына – мөрәжәғәт итергә була. Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ: заманса ысулды файҙаланған хәлдә кеше һәр эш буйынса “Росреестр”ға бер мәртә­бә генә бара, сөнки теркәүсе раҫлағандан һуң әҙер документтар уның Интернеттағы электрон почтаһына ебәрелә.
Әйткәндәй, яңыраҡ киң мәғлүмәт сараларында ҡайһы бер төбәктәрҙә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүе буйынса документтар ҡабул итеүҙе һәм тапшырыуҙы туҡтатыуҙары тураһында хәбәр баҫылғайны. Быға яуап итеп, Башҡортостандағы теркәүсе органдың эшендә бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ юҡ, тип белдерҙеләр республиканың “Росреестр” идаралығында. Документтар алыу һәм тапшырыу күп функциялы үҙәктәрҙә, Кадастр палатаһының ҡабул итеү офистарында, шулай уҡ консультация үҙәктәрендә штат режимында алып барыла.


Вернуться назад