Музейҙар тарих һөйләй28.03.2012
Музейҙар тарих һөйләйЗаманса үҫеш менән бер рәттән тарихҡа ла ҙур иғтибар бүленә Бөрө академияһында. Белем усағының тарихына һәм Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошона арналған музейҙар — быға аныҡ дәлил.
Уларҙың тәүгеһендә уҡыу йортоноң күп йыллыҡ эшмәкәрлеге сағылыш тапҡан. Үткән быуаттың 40 — 50-се йылдарында ҡулланылған дәрес приборҙары, кабинет йыһаздары шул көйөнсә ҡәҙерләп һаҡлана. Мөйөштәрҙә белем усағының үҫеш юлы, төрлө йылдарҙа эшләгән уҡытыусылар, директорҙар хаҡында тулы мәғлүмәт алырға була. Заманында ошонда уҡып, республикала, илдә танылыу яулаған шәхестәр тураһында ла иҫкә алып китергә онотмағандар.
Музейҙа академияның әлеге ҡаҙаныштарына күҙ һалырға мөмкин. Былтыр яуланған награда — “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто” конкурсының дипломы — белем усағының алдағы уңыштарына ышанысты нығыта.
Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошона, эшмәкәрлегенә арналған музей иһә 1980 йылда уҡыу йортоноң шул ваҡыттағы етәксеһе Т.Ш. Әхийәровтың тәҡдиме менән асылған. Музейҙың төп үҙенсәлеге шул — бында әҙибәнең шәхси әйберҙәрен уның әсәһе тапшырған. Кейем, ҡул эштәре, хаттар менән бергә “Ырғыҙ” романының (башта ул “Ырғыҙ буйҙарында” тип аталған) машинкала баҫылған варианты ла бар. Стендтарҙа яҙыусының фотоһүрәттәре, уның хаҡында әйтелгән фекерҙәр сағылыш таба.
— Үҙебеҙҙә генә һаҡланған экспонаттарҙы файҙаланып, “Китап” нәшриәтендә Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошона һәм ижадына арналған китап сығарҙыҡ, — ти музейҙың етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлнур Ҡасҡынова. — Унда яҙыусының халыҡҡа бығаса таныш булмаған әҫәрҙәре, фотоһүрәттәре урын алды.
Академияға килгән ҡунаҡтар ундағы музейҙарға инмәйенсә ҡайтмай — үткәндәрҙең рухы киләсәккә аныҡ маҡсат менән атларға көс бирә.
Дилбәр Ишморатова
Бөрө ҡалаһы.


Вернуться назад