31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә республикалағы бала табыу йорттарында 13 сабый донъяға килде. Төнгө сәғәт 12-нән иртәнге 8-гә тиклем һигеҙ ҡыҙ һәм биш малай тыуған. Улар араһында бер пар игеҙәктәр ҙә бар. Табиптар әйтеүенсә, әсәләр ҙә, кескәйҙәр ҙә үҙҙәрен яҡшы тоя.