Ялдарығыҙ мәргәндәр менән үтһен03.01.2017
Ялдарығыҙ мәргәндәр менән үтһен Ялдарығыҙҙың бер көнөн сәм-рух берлегендә мәргәндәр менән үткәрергә теләйһегеҙме? Төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте, милли шөғөлдәре һәм спорт уйындары менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы? Яуабығыҙ ыңғай булһа, 6 ғинуар сәғәт 10-ға Өфө ҡалаһының М. Кә­рим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында (Заһир Исмәғилев урамы, 1) үтәсәк “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Мәргән уҡсы” беренселегенә килегеҙ. Был бәйгелә республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән килгән бәйгеселәр традицион уҡ атыу буйынса мәргәнлектә көс һынашасаҡ.
“Мәргән уҡсы” беренселеге хал­ҡыбыҙҙың милли шөғөлдәренең береһе булған уҡ атыуҙы тергеҙеү, сәләмәт тормошто пропагандалау, уҡ атыу оҫталығын камиллаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Бәйге өс этапта ойошто­роласаҡ. Сараға шулай уҡ Халыҡ ижады йортоноң “Селтәр” студияһы, милли кейем күргәҙмәләренең килеүе көтөлә.
Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте “Башҡортостан” гәзитенең сайтында һәм “Бәйләнештә” төркөмөндә түбәндәге һылтанма буйынса https://vk.com/id162549751 табырға мөмкин.


Вернуться назад