Төрлө завод, яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары төбәктең экологияһына ҙур зыян килтерә. Мәҫәлән, элекке “Өфөхимпром” заводы һәм Баймаҡ районындағы Семеновка алтын сығарыу фабрикаһы биләмәләрендә ағыулы матдә ифрат күп. Улар был тирәлә йәшәүсе халыҡтың һаулығына етди хәүеф менән янай.
Әммә, хужаһыҙ ҡалғанлыҡтан, был объекттар өсөн яуаплы кешене табыуы ҡыйын. Шул уҡ ваҡытта әле эшмәкәрлек алып барыусы заводтарҙа ла хәл яҡшынан түгел. Айырыуса Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында, Өфөнөң Орджоникидзе, Калинин райондарында, нефть һәм химия комплексы предприятиелары күп булғанлыҡтан, һауа зарарлы газ менән бысрана. Был хәл республика етәкселегенең ныҡлы контролендә, ҡырҡыу мәсьәлә буйынса һәр яҡлап эш алып барыла.
Йәмғиәттең именлеген хәүефкә һалған экология проблемаһын яйға һалыуға киләсәк быуынды тәрбиәләүсе уҡыу йорттары үҙ өлөшөн индерергә бурыслы, ти Бөрө дәүләт социаль-педагогика академияһының ректоры, профессор С.М. Усманов. Етәксенең башланғысы менән белем усағында “Тирә-яҡ мөхиттең физик-химик бысраныуына экологик мониторинг” исемле лаборатория булдырылған. Ул былтыр дәүләт аккредитацияһын үткән.
Фотоспектроскопия, атом-абсорбция анализы, газ һәм шыйыҡса хроматографияһы, рентген-структур һәм башҡа анализ алымдарына нигеҙләнгән заманса аналитик ҡорамалдар менән йыһазландырылған лабораторияның төп эшмәкәрлеге һыу, һауа, тупраҡ, аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарының химик составын тикшереү һәм анализлауға ҡайтып ҡала. Ауыр металл, нефть продукттарындағы зарарлы матдәләрҙең торошон даими күҙәтеп тороу мөмкинлеге бар.
Академияла биоэкология, химия, физика һәм экология, техномөхит хәүефһеҙлеге, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу йүнәлештәре буйынса белгестәр әҙерләнә. Уларҙың ғәмәли йәһәттән үҫеүенә лаборатория ҙур өлөш индерер тигән ныҡлы ышаныс бар. Бында әле 10-дан ашыу белгес эшләй, аспиранттар ҙа тикшеренеүҙәрҙә әүҙем ҡатнаша.
Лаборатория сәнәғәт етештереүе өлкәһенә заманса экологик стандарттар индереү, экологик проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән берҙәм дәүләт сәйәсәтен булдырыу, кешенең тәбиғәтте һаҡлауға ынтылышын көсәйтеү йәһәтенән яҡшы һөҙөмтә бирәсәк тигән фекерҙә академияның етәкселеге.