Фәрзәнә УТАРБАЕВА:
“фильм ҡарағандан һуң кешеләр уйланһын”
Эйе, ошоға өҫтәп, “Әсәйҙәренә шылтыратырға, хәлдәрен белергә теләктәре тыуһын ине”, – тине кино төшөрөүсе Фәрзәнә Утарбаева. Шуға ла уның “Ҡырағай” фильмы “Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала” тигән һүҙ менән башлана. Бөгөнгә эше тамамланып, ябыҡ премьераһы фильмды төшөрөүселәргә һәм ярҙам итеүселәргә күрһәтелеп өлгөрҙө лә инде. Ә асыҡ премьераһы ғинуарҙа буласаҡ, тип ҡыуандырҙы режиссер һәм сценарий авторы. Уның менән әңгәмәлә, ғөмүмән, әле әҙер булып та, халыҡҡа күрһәтелергә мөҙҙәтен көткән фильм хаҡында күпте белеп ҡалырға тырыштыҡ. Әммә барыһы ла премьераға тиклем сер булып ҡалырға тейеш икән. Мәҫәлән, киноның аҙағы бәхетле тамамланасаҡмы, юҡмы – был һорауға ла тәғәйен генә яуап булманы, бары тик фильмда көтөлмәгән боролоштар бөтәһен дә хәл итәсәген белдек...– Фильмдың исеме – “Ҡырағай”. Нимә күҙ уңында тотолдо уны ҡушҡанда?– Ҡырағай тиһәң, бөтәһе лә, әлбиттә, урманда йәшәгән ҡырағай кешене күҙ алдына килтерә. Ә фильмдағы ҡырағайлыҡ – ул төп геройҙың холоҡ-фиғеле. Әсәһе лә уға: “Бына һин бала саҡтан шулай әллә кемгә оҡшап ҡырағай булдың инде”, – тип әйтә.
– Ролдәрҙе кемдәр уйнаны? – Артур Кәбиров, Гөлли Мөбәрәкова – төп ролдәрҙә, эпизодтарҙа – Илдар Сәйетов, Гүзәл Маликова, Алтынай Хамматова.
Кино өсөн артистарҙы үҙем һайланым һәм бик ҡәнәғәтмен. Уйнағандары оҡшаны, минеңсә, улар ролдәргә тура килде, кино килеп сыҡты...
– Бөгөн кино төшөрөү процесына инеп китеү ҡыйын түгелдер ҙә, бәлки, ә бына һин үҙеңсә нимә менән ылыҡтырҙың кино белгестәрен? – Минеңсә, сценарийҙың көнүҙәк булыуы менән. Әсәйҙәр темаһы һәр ваҡытта ла көслө бит. Классика тип әйтергә була. Мөнәсәбәттәр, ғаиләнең һаҡланыуы тураһында эшем. Һәм, ғөмүмән, кино белгестәренә фильмдың сюжеты оҡшағандыр.
– Ә сценарий яҙып, республикала беренсе тапҡыр үткәрелгән питчингта ҡатнашырға нимә этәрҙе һине?– Мин бәләкәй саҡтан артист булырға, киноға төшөргә хыялландым, ә инде үҫкәс, режиссерлыҡ һөнәре яҡыныраҡ икәнен аңланым. Һәм “Көмөш Аҡбуҙат” кинофестивалендә дебютанттар араһында беренсе питчинг иғлан иткәйнеләр – ҡатнаштым. Призлы урын алдым, Мәскәүгә яҡтылыҡ коррекцияһы өсөн, “Башҡортостан” киностудияһынан кино төшөрөргә ҡорамалдар өсөн сертификаттар бирҙеләр.
Шулай уҡ сценарийҙы Мәскәүгә ебәрҙем, унда ул 600 эш араһынан ете иң яҡшыһы исемлегендә финалға үтте. Февралдә VI Рәсәй питчингы булғайны. Унан һуң инде “Башҡортостан” киностудияһы менән берлектә был фильмды төшөрөүгә тотондоҡ.
Ул йәйгеһен уҙҙы. Ә аэросъемка, коптерҙы инде сентябрь башында эшләнек. Көҙ пост-продакшн булды, композитор Айҙар Хәмзин музыка яҙҙы, Тимур Ғәниев менән фильм өҫтөндә эшләнек.
– Һәр кинола булғанса, “Ҡырағай”ҙа ҡыҙ менән егет мөхәббәте бармы?– Юҡ, әсәйҙең улына булған мөхәббәте хаҡында ул...
– Милли һыҙаттар күренәсәкме?– Әлбиттә, милли колоритта төшөрөлдө тип әйтергә була. Башҡортса көй менән. Ҡумыҙ – бында төп элемент.
– Башҡортостан кинопрокатында күберәк ниндәй киноларҙы күрергә теләйһең?– Тормош хаҡында мәғәнә һалынған, мотивациялы кинолар оҡшай. Тағы ла күберәк үҙебеҙҙең милләттең ҡаһармандары тураһында төшөрөргә кәрәк, минеңсә.
– Ә үҙең киләсәккә ниндәй пландар ҡораһың?– Мин, мәҫәлән, үҙемде икенсе өлкәлә күрмәйем. Киләсәктә кино буйынса ғына үҫешергә теләйем. Минеңсә, әгәр һин киноны һайланың икән, бөтә күңелеңде биреп, тик фильм төшөрөргә тейешһең. Ул һәйбәт килеп сыҡһын өсөн тырышырға кәрәк, сөнки кино эше ялҡауҙарҙы яратмай. Төшөргән фильмың өсөн кешеләр алдында яуаплыһың.
Бына шулай маҡсаттарын аныҡ күргән һәм уның өҫтөндә бер ниндәй ҡаршылыҡ алдында ла туҡтап ҡалмай эшләгән йәштәребеҙ һоҡландыра ла инде. Милләтенең камиллыҡ йәһәтенән үҫешеү юлына үҙ өлөшөн индергән Фәрзәнә Утарбаева бөгөн тотош йәмғиәткә “Ҡырағай”ҙы тәҡдим итә. Уны беҙ киләһе йылдың ғинуар айында Өфөләге “Родина” кинотеатрында күрә аласаҡбыҙ. Ә әлегә йәш режиссер “Ҡырағай”ҙы төшөрөүҙә үҙ өлөштәрен индергән ҡуйыусы оператор Тимур Ғәниевкә, фильмдың командаһына, “Башҡортостан” киностудияһына, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән “Медстандарт” милли медицина холдингы етәксеһе Азамат Байтимеровҡа, “Байрам” сауҙа үҙәгенә, “СамрауМедиа”ға һәм Ҡытайҙа йәшәгән милләттәшебеҙ Рөстәм Ғәбйәлиловҡа рәхмәт белдерә.