Изге маҡсаттар менән башлайыҡ30.12.2016
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ватандаштар! Бына Ҡояш календары буйынса йәнә бер йылдың аҙағы яҡынлаша. Уны матур итеп тамамлап ҡуйып, яңыһына имен-аман, изге маҡсаттар менән аяҡ баҫырға яҙһын, иншаллаһ! “Барыһы ла ниәткә бәйле”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ваҡыт – Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән иң ҙур ниғмәт. Тимәк, әҙәм балаһы уның ҡәҙерен белергә тейеш. Ғүмеребеҙҙең һәр сәғәтен, көнөн файҙалы үткәрергә бурыслыбыҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән һүҙҙәрен, гелән юғарылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылырға бойороуын иҫебеҙҙән сығармаһаҡсы, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Тимәк, алға барған һайын үҫешергә, ғилемебеҙҙе, һөнәрҙәребеҙҙе арттыра барырға бурыслыбыҙ.
2016 йыл ваҡиғаларға бай осор булды. Һайлау үтте, ауыл хужалығы иҫәбен алыу ойошторолдо, мәҙәни, ғилми, иҡтисади, спорт саралары күпләп уҙғарылды. Республикабыҙ менән башҡа төбәктәр, илдәр араһында хеҙмәттәшлек тағы ла киңәйҙе, үҙ-ара дуҫ-татыу, аңлашып йәшәү мөһимлегенә йәнә бер ҡат инандыҡ. Берҙәмлеккә әйҙәгән сараларҙа йәштәребеҙҙең күпләп ҡатнашыуы, хатта бәғзеләренең ойоштороусы ла булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Ғөмүмән, улар араһында милләтенә, тарихына, туған теленә, диненә, мәҙәниәтенә, йолаларына иғтибарлылар күбәйә. Сикһеҙ ҙур шатлыҡ был, әл-хәмдү лил-ләһ! Йәштәребеҙ хаҡ юлға ынтыла, сәләмәт йәшәү өлгөһөн күрһәтә, иман нигеҙендә күркәм тормош ҡора икән, уларҙы һәр яҡлап ҡеүәтләргә, ярҙам итергә, күңелдәренә дәрт өҫтәп торорға онотмайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт! Был ғәмәлебеҙ киләсәктә, иншаллаһ, үҙебеҙгә, алдағы быуындарыбыҙға меңләтә изгелек булып ҡайтыр.
Республикабыҙҙа быйыл төҙөлөшкә лә ҙур иғтибар бүленде. Юлдар яңыртылды, күперҙәр һалынды, мәктәптәр, балалар баҡсалары асылды. Шул уҡ ваҡытта төбәгебеҙҙә тиҫтәләгән иман йорто төҙөлдө. Мәсеттәрҙең шулай йылдан-йыл арта барыуы, һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың хаҡ юлға күпләп баҫыуы, Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуы, татыулыҡта, именлектә йәшәргә ынтылыуы хаҡында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең мосолман өммәте башҡа дини ойошмалар, конфессиялар менән ныҡлы бәйләнешен ҡәҙерләп һаҡлап, бөтөн донъяға сағыу өлгө күрһәтеүен дауам итә. Киләсәктә лә шулай булһын, иншаллаһ!
Яңы йылға аяҡ баҫҡанда үткәндәребеҙгә әйләнеп бағып, башҡарған эш-ғәмәлдәребеҙ хаҡында уйланып алайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бындай байҡауҙы айырым кешеләр генә түгел, коллективтар ҙа яһарға тейештер. Ниндәй уңыштарға өлгәшелгән? Ҡайһы эште башҡарып өлгөрөлмәгән? Быға нимә сәбәпсе булған? Ошо һәм башҡа һорауҙар ныҡлы фекер төйнәп, алға аныҡ маҡсат ҡуйырға булышлыҡ ҡылыр.
Мәғлүм ки, киләһе йыл Экология йылы тип иғлан ителде. Был тармаҡта башҡараһы эш, бурыстар бихисап. Тәбиғәттең, ерҙең таҙалығы – тормошта иң мөһиме. Ул сәләмәтлегебеҙгә туранан-тура йоғонто яһай. Ә һаулыҡ, белеүебеҙсә, иң ҙур байлыҡ. Аллаһтың әҙәм балаларына оло бүләге булған ерҙе, уның ниғмәттәрен һаҡлау – һәр беребеҙҙең изге бурысы, хөрмәтле йәмәғәт.
Раббыбыҙ киләһе көндәребеҙҙе, йылдарыбыҙҙы мөбәрәк ҡылһын, иншаллаһ. Халҡыбыҙға яңы рухи үрҙәргә күтәрелергә, иҡтисадыбыҙҙы үҫтерергә насип итһен. Йәштәребеҙ ошо бәрәкәттә, әҙәп-әхлаҡ, милләт-ара татыулыҡ мөхитендә хәйерле ғилем алһын, мөхәббәт нигеҙендә ғаилә ҡорһон, һау-сәләмәт, тәрбиәле балалар үҫтерһен. Илебеҙ тыныс булһын. Именлек өсөн ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә хеҙмәт итәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Тыуған еребеҙҙе, илебеҙҙе яратайыҡ, уны күтәреүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышайыҡ. Халҡыбыҙға хас ихтыяр көсөн юғалтмайынса, юғарылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылып йәшәйек. Киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлаһаҡ, киләһе һәр көнөбөҙ нурлы булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.