Яңы һулыш биреп30.12.2016
Яңы һулыш биреп Алда – оҙайлы ял көндәре, туғандар, яҡындар менән осрашыр мәлдәр. Ошо ваҡытты файҙалы, фәһемле үткәреп, Яңы йылды яҡшы кәйефтә башлаһаҡ, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә бәрәкәтен юллар.
Шул уҡ ваҡытта арабыҙҙа “Әҙәм балаһына оҙайлы ял биреү дөрөҫмө һуң?” тип борсолғандар ҙа юҡ түгел. Эйе, кеше һәр заманда ла эшләп йәшәгән. Тормош хеҙмәттән ҡорола, унһыҙ алға китә алмай. Әҙәм балаһы эш ярҙамында үҙен, ғаиләһен ҡарай, йәмғиәттә абруй ҡа­ҙана. Бо­рон-бо­рондан һаҡланып, быуындан быуын­ға тапшырыла килгән милли кәсеп­тәр­ҙең, шөғөл­дәрҙең нигеҙендә лә кешенең тырышлығы, ҡул көсө ята. Бөгөнгө ауыл-ҡалаларыбыҙҙың яҡты киләсәге тураһында һүҙ йөрөткәндә лә эшһөйәр, тырыш, хәстәрлекле за­мандаштарыбыҙға өмөт бағлайбыҙ.
Тормош ҡуласаһы туҡтауһыҙ әй­лә­нә. Әҙәм балалары иһә, бөйөк Мос­тай Кәрим әйтмешләй, “бәйге­ләрҙә сапҡан ат һымаҡ”. Хоҙай тара­фынан бер генә тапҡыр бирелгән ғү­мерҙе шулай үтергә тейешбеҙҙер ҙә... Тик ялһыҙ булмай. Был хаҡта Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙисе лә бар. “Күңелгә ва­ҡыты-ваҡыты ме­нән ял биреп тороу мөһим, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Әгәр ул арыһа, һуҡырая, изге­лектәрҙе күр­мәй башлай”.
Оҙайлы ял көндәрен буш ятып уҙғарыу дөрөҫ түгел. Балалар менән бергә саф һауала йөрөү, спортҡа урын бүлеү, быға ҡәҙәр ҡул теймәгән эштәрҙе башҡарыу өсөн ҡулайлы мәл. Бынан тыш, диндарҙар әйте­үенсә, иң мөһиме – атай-әсәй, ту­ғандар менән осрашыу. Яҡындарың­дың хәлен белеү, аралашыу, фекер алышыу алдағы көндәргә ҙур бәрәкәт бирер, күңелгә һиллек килтерер, ти улар. Атай-әсәйҙең фати­хаһынан да ҙурыраҡ нимә бар?!
Ғөмүмән, яҡшы ниәттәр менән файҙалы үткәрелгән ялға Ислам бер ваҡытта ла ҡаршы түгел. Буш ваҡыт күңелде үҫтерерлек итеп уҙғарыла икән, кешенең эш урыны ла зыян күрмәҫ, киреһенсә, яңы һулыш алып, алға китер.
Мәжлес үткәреүгә лә динебеҙҙә ҙур урын бүленә. “Ризыҡтың бәрә­кәте – табаҡтағы ҡулдарҙың күпле­ген­дә”, – тигән мөбәрәк хәҙи­сен­дә Пәйғәмбәребеҙ. Ҡунаҡтың йортҡа ҡот-бәрәкәт алып килеүе тураһында әйтемдәр ҙә байтаҡ. Табын янында йыйылышып һөйләшеү, фекер алышыу, хәл белешеү, уртаҡ маҡсаттар ҡороу ҙа алдағы көндәрҙе яҡты, һөҙөмтәле итер. Байрам өҫтәленә килгәндә, милли ризыҡҡа, йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирелә. Әйткәндәй, Пәйғәмбәребеҙ төрлө аҙыҡ-түлектең, тәмләт­кестәрҙең ҡиммәте хаҡында йыш һөйләгән. Уның һүҙҙәре хәҙерге заман меди­цинаһы тарафынан да раҫ­лана. Мәҫәлән, ашар алдынан аҙ ғына тоҙ тәмләү кәрәклеге ха­ҡында әйткәне бөгөнгө йәмғиәттә киң тарала бара.
Бал, ит, һөт... Өҫтәлебеҙҙәге был төп ризыҡ төрҙәренең файҙаһы тураһында ла әйтеп ҡалдырған Пәйғәмбәребеҙ. Мә­ҫәлән, “Фәреш­тәләр Аллаһ Тәғәләнән бал ҡулла­нылған йортто яҡлауын, бәрәкәт кил­те­реүен һорай, – тигән. – Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы был ризыҡты ашай икән, ашҡа­ҙанына меңләгән дарыу инә һәм миллионлаған сир сығып китә. Баҡыйлыҡҡа күскәндең эсендә бал бар икән, уға ут теймәҫ, йәғни тамуҡта янмаҫ”. Итте иһә тейешле күләмдә ҡулланыу кәрәклеген белдергән. “Кемдер был ризыҡһыҙ ҡырҡ көн буйы йәшәһә, хәлдән тайыр, шул уҡ ваҡытта бәғзе берәү ошондай уҡ ваҡытта иттән айы­рылмаһа, йөрәге ҡырыҫ­ланыр”, – тигән. Ә һөттөң йөрәктәге ҡы­ҙыу­­лыҡты баҫыуы, арҡаға көс биреүе, мейене туҡландырыуы, күреү һәлә­тен һаҡлауы, хәтерһеҙлектән арындырыуы тураһында еткергән.
“Ашағыҙ, эсегеҙ, саҙаҡа өләшегеҙ, ләкин исраф һәм тәкәбберлек ҡушылма­һын”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең мөбәрәк хәҙисен­дә. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә динебеҙ биргән күркәм тәрбиәне ҡулланып, байрамдарҙы, ял көндә­рен матур итеп үткәрергә, аралашып йәшәргә, туғанлыҡ хистәрен нығы­тып торорға насип ҡылһын.


Вернуться назад