Башҡортостан халҡының тормошо атҡа, һыйырға, кәзәгә һәм башҡа хайуандарға бәйләнгән, ә маймылға түгел. Беҙҙең әкиәттәрҙә лә маймылды табып булмай. Уның ниндәй хайуан икәнен документаль фильмдарҙан, телетапшырыуҙарҙан, сит ил әҙәбиәтенән генә беләбеҙ йә циркта күрәбеҙ.Маймылды һабанға егеп ер һөрһәк, арбаға егеп утын-бесән ташыһаҡ, эйәрләп яуға сапһаҡ, беҙ уны кәрәкле мал тип таныр инек. Ат образдарын сағылдырған кеүек, “Һайт, ҡара маймылым, тайт, ҡара маймылым”, “Һыбай ҡашҡа маймылым”... тигән йырҙар ҙа яҙып йырлар, маймылға менеп ултырған һәйкәлдәр эшләр инек. Эйе, тәбиғәтебеҙҙә маймыл булмағас, уның беҙгә кәрәге лә юк. Ләкин һеҙ бер ваҡытта ла уйламаған, күҙ алдына килтермәгән, көтмәгәндә беҙҙең Башҡортостандың сәнғәт тормошонда маймылдың бик кәрәкле булып сыҡҡанын һөйләп бирәйем әле.
Һәр башҡарған эшебеҙҙең планы, отчеты бар, анализ яһала, әһәмиәте билдәләнә. Сәнғәт ойошмаларында әҫәрҙәрҙе юғары художество кимәлгә еткереп, тамашасыларға юғары зауыҡ, эстетик-әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсаты ҡуйылған. Уның өсөн башланғыс, урта, юғары сәнғәт, мәҙәниәт уҡыу йорттары булдырылған. Музыканттарҙы, бейеүселәрҙе, йырсыларҙы профессиональ кимәлдә уҡыталар, тәрбиәләйҙәр, эшләргә, йәшәргә шарттар тыуҙырыла. Сәнғәттә уңыш ҡаҙанғандарға маҡтаулы исемдәр, премиялар бирелә...
Ләкин сәнғәт ойошмалары етәкселәре аҡса табыуҙы ла талап итә. Дөрөҫ, аҡсаһыҙ йәшәп булмай. Килем табыу еңел түгел, шулай ҙа концерттар планын үтәп, премия ла алғы килә.
Бынан күп йылдар элек Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Әмир Тойғонов маймыл (мартышка) табып, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шамил Хәлитов етәкселегендә үҙешмәкәр артистарҙан “Цирк” тигән бригада ойоштороп ебәрҙе.
Шамил маймылды сәхнәгә сығарып, уға көнбағыш, кишер бирә. Ул ашай, тағы һорай. Артист махсус рәүештә инәлтә, ялындыра. Шунан ас маймылдың асыуы килеп, осаһына һуғып күрһәтә. Залдағы малайҙар хахылдап көлә, ҡул саба. Шуның менән тамам. Маймыл ҡарарға ауыл балалары килә бит. Концерт ҡуйыла, план үтәлә.
Был концерттың түбән кимәлдә булыуы иҫәр кешегә лә аңлашыла. Артабан уны Нефтекама филармонияһына бирҙеләр. Унда ла маймыл план үтәү эшен “намыҫ” менән башҡарҙы. Шулай итеп, бер маймыл уңыш килтерҙе лә ҡуйҙы.
Маймыл йылы менән хушлашабыҙ. Мин барлыҡ Башҡортостан артистары исеменән Маймыл әфәндегә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Тыуасаҡ йылдың хужаһы Әтәс әфәнденең Маймыл кеүек уңышлы эшләүенә өмөт итәбеҙ. Бәлки, сәхнәлә лә уны күрергә яҙыр әле...